Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
6 Июля , 06:30

Сөләймәновтар нәҫел тамырҙарын барланы

Уҙған шәмбелә Мораҙым тарлауығы яғына үтеүселәрҙең күбеһе Төпсән ауылының Миңнулла күперендә ниндәйҙер байрам барлығын күреп, "төпсәндәр туй ҡаршылай ахрыһы" тип уйлағандыр. Баҡтиһәң, төпсәндәр туй түгел, бөтөнләй башҡа сәбәп арҡаһында йыйылған икән бында!

Сөләймәновтар нәҫел тамырҙарын барланыСөләймәновтар нәҫел тамырҙарын барланы
Сөләймәновтар нәҫел тамырҙарын барланы

"Төпсән ауылында “Сөләймәновтарҙың шәжәрә байрамы” үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән - Рязандан, Татарстан һәм республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларынан йыйылған ҡунаҡтарҙы Оло Эйек аша һалынған аҫмалы күпер алдында ҡаршы алғандан һуң, Әүлиәтау фонында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
 Ауыл урамы буйлап үтеп, ҡунаҡтар мәсеткә туҡталды, - тип яҙа беҙгә  Төпсән ауыл клубының художество етәксеһе Резеда АЙЫТҠУЖИНА. - Унда әрүехтер рухына доғалар уҡылды. Яуҙа ҡалған батырҙарыбыҙ исемдәре уйылған обелискыға сәскә һалыу ҙа ойошторолдо.
  Сараның кульминацион өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Бында мәҙәниәт хеҙмәткәре ауыл тарихы, бөгөнгө һәм үткәне менән таныштырҙы. Ауылыбыҙҙың уңғандары, бөгөнгө батырҙарыбыҙ, гүзәл тәбиғәте, Әүлиә тауы тураһындағы мәғлүмәтте ҡунаҡтар ихлас тыңланы.
 Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Наил улы Килсенбаев башҡарылған эштәрҙе барлап, МХО-ға күрһәтелгән гуманитар ярҙам, ил һағына баҫҡан егеттәребеҙҙең батырлыҡтары тураһында бәйән итте.
 Ауыл биләмәһенең мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сағыу концерт номерҙары сараға йәм өҫтәне.
 Ҡунаҡтар һүҙ алып, үҙҙәренең ғорурланырлыҡ ете быуыны менән таныштырҙы: бер шәжәрәлә тотош ил тарихы үткәне сағыла. Баймаҡтан килгән Юлай ағайҙың сығышында байҙар-ярлылар осоро, революция, граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡиғалары сағылыш тапты. Ул - Сөләймәновтарға кейәү тейешле кеше, архивтарҙан, редакция-музейҙарҙан материал туплап, ошо ҙур эште атҡарып сыҡҡан. Беҙҙең клубҡа ауылға ҡағылышлы материалдар ҡалдырып китте".

 Баймаҡтар менән күгәрсендәрҙән торған инструменталь ансамблдең сығышы ла күптәрҙең күңеленә хуш килгән.
  Төпсәндәрҙең шәлдәрҙән торған күргәҙмәһендә ҡунаҡтар ауыл мамығынан бәйләнгән шәлдәр һатып алып ҡыуанған.

 Шундай матур байрам уҙғарған Сөләймәновтарға һәм Төпсән ауылы әүҙемдәренә "афарин!" тиергә генә ҡала!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас