Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
6 Июля , 07:05

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...”

  Дауыт-Ҡайып ауылы егете Айнур Марат улы Рәхимов 2023 йылдың 27 октябрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә.

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...”“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...”
“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...”

- Бәләкәйҙән шуҡ, шаян, тиктормаҫ булды. Игеҙәге Зөһрә менән икәүләп өйҙәге күп эште һә тигәнсә эшләп ҡуйырҙар ине, кесе туғандарына өлгө, үрнәк булып торҙолар, - ти Айнурҙың әсәһе Фәнисә апай.

 Фәнисә Сабирйән ҡыҙы үҙе 1964 йылда Белорет районының Әзекәй ауылында донъяға килгән. Дауыт-Ҡайып ауылы егете – 1958 йылғы Марат Әхмәҙулла улы менән ул ошо ауылға әхирәте Фаризаның туйына килгән саҡта таныша. 1982 йылда гөрләтеп туй үткәреп, йәштәр ғаилә ҡора.

 Бик матур итеп йәшәп китә Рәхимовтар. Улар биш балаға ғүмер биргән. Тәүге балалары игеҙәктәр - Айнур менән Зөһрә 1984 йылдың 13 авгусында  донъяға килә. Зөһрә күрше егет Әҡсән менән ғаилә ҡороп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәй, улар Ихсан, Айбулат һәм Рузалина исемле балалар үҫтерәләр. Айнурҙың ғаилә тормошо килеп сыҡмай, әммә уның нәҫелен дауам итеүсе – улы Нурислам бар.

 Марат ағай менән Фәнисә апайҙың өсөнсө балалары Зилиә лә күптән башлы-күҙле булған, ул тормош иптәше - Асҡын районы егете Марат менән Өфө янындағы ҡасабала төпләнгән, Амелия, Тамерлан һәм Айнур (Айнурҙың һылыуы менән кейәүе бәләкәскә ил батырының исемен ҡушҡандар) исемле балалар үҫтерәләр.

 Ата-әсәһенә терәк булған Илһам мәктәпте тамамлап, һөнәр алғандан һуң Мәскәү янында хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Оя төбө – Фәрзәнә быйыл Мәләүез ҡалаһындағы колледжды тамамлаған.

 Балалар ҡәрсәй хәстәрлеген тойоп, уның тәрбиәһен дә алып үҫә, сөнки Марат ағайҙың әсәһе Сәлимә Шәрифулла ҡыҙы 30 йылдан артыҡ килене, улы менән бергә ғүмер кисерә, был донъянан киткәндә уларға рәхмәттәрен әйтеп, фатихаһын биреп, риза булып китә.

***

 

 Айнур  2003 йылда армияға алына һәм Мурманск өлкәһендә сик һаҡсыһы булып, Тыуған ил алдындағы бурысын оло намыҫ менән үтәй. Хеҙмәте тамамланғас, контракт төҙөп, йәнә ике йыл хеҙмәт итә.

 “Тәүәкән” йәмғиәтенең мал һуйыу цехында эшләп йөрөгән яҡташыбыҙ, өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә, махсус хәрби операция башланғас, ауылдаштары, тиңдәштәре менән бер рәттән яуға китергә ҡарар итә. Элек алған йәрәхәт арҡаһында аяғында пластина торғас, атаһы менән әсәһе уның теләген кире һүрергә тырышһа ла, үҙ ниәтенән кире ҡайтмай, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

  Хеҙмәт иткән осоронда яҡташыбыҙ ике тапҡыр яралана (ике тапҡырында ла аяғы йәрәхәтләнә).

 Хәрби хеҙмәткә оло яуаплылыҡ менән ҡараған Айнур Марат улы күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Жуков” һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградлана. Ә бына ул лайыҡ булған Батырлыҡ ордены, ҡыҙғанысҡа күрә, үҙе үлгәндән һуң,  Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссары тарафынан ата-әсәһенә тапшырылды.  2024 йылдың июнендә мәңгелеккә тыуған тупрағына ҡайтып ятты ил батыры...

  Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Фәнисә менән Марат Рәхимовтарға“Ватан һаҡсыһы үҫтергәне өсөн” йәмәғәт наградаһын һәм Рәхмәт хатын тапшырҙы.

 Махсус хәрби операция зонаһында барған яуҙа батырлыҡ күрһәтеп, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Айнур Марат улы Рәхимовтың һәм уның кеүек ҡаһарман ир-егеттәребеҙҙең батырлығы мәңге онотолмаҫ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас