Мораҙым
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля , 07:45

Йылыта, тиҙәр...

Йәйҙең тәүге айы үтеп тә китте. Әммә күптәребеҙ бер тапҡыр ҙа һыу инеп ҡарамаған әле, шулаймы? Шулай ҙа синоптиктар июлгә ҡарата ҡыуаныс вәғәҙә итә

Йылыта, тиҙәр...Йылыта, тиҙәр...
Йылыта, тиҙәр...

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ күкрәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26°.

Иртәгә, 4 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, көндөҙ талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ +24, +29°.

Йәкшәмбе, 5 июлдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, көндөҙ талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ +26, +31°.

Автор:
Читайте нас