Икенсе ҡалала йәшәгәндә бик ныҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем. Был ҡатынымдың хыянат итеүенән башланды. Был - ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы икән. Унан башҡа төрлө проблемалар барлыҡҡа килде, эсә башланым. Ахыр сиктә, нисәмә йылдар эшләгән еремдән ҡыуылдым. Фатирға түләргә лә аҡсам ҡалманы.
Бер ай тирәһе шулай үҙ-үҙемде "ашағанмындыр". Хатта үҙемә ҡул һалырғамы икән, тип тә уйлай башланым.Бер кис урамда үткән танышымды осраттым. Ул хәлемде һорашҡас, барыһын ла һөйләнем дә бирҙем: “Ҡатыным хыянат итә, эш юҡ, эсәм, аҡсам бөттө”.
Танышым мине тыңлап торҙо ла, арҡамдан ҡағып: “Был ҡайғымы инде, ә? Бирешмә!"- тине.
Ике аҙнанан ул мәрхүм булды. Дүртенсе стадиялағы рак менән ауырыған булған икән. Был хәл минең башҡа һуҡҡандай тәьҫир итте. Оят булһа ла, ағайыма шылтыратып, барлыҡ проблемаларымды һөйләп бирҙем.
Ул икенсе көндө үк килеп етте. Буш шешәләрҙе күргәс, мине бәргеләп алды, шунан бөтә бурыстарымды түләне һәм: “Ауылға ҡайтаһың! Тыуған ер, ашарға бар. Мин һинең өсөн түләгән аҡсаны ике ай эсендә ҡайтарып бирәһең. Аҡсам ҡыҙғанысҡа ҡаршы булған өсөн түгел, яуаплылыҡ тураһында онотмаҫ өсөн", - тине.
Хәҙер тыуған ауылымда йәшәйем. Ағайым менән үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Ҡатыным кире ҡайтырға уйлағайны ла, ғәфү итә алманым. Кешеләр, үлемде генә булмай төҙәтеп! Шуға күрә - бирешмәгеҙ!
Аноним.