Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля , 09:20

Тыуған илде һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының балалары, ейәндәре ата-бабалары менән ғорурлана һәм махсус хәрби операция барышында данлы традицияларҙы дауам итә. Шундай нәҫелдәрҙең береһе - район үҙәгенән Исхаҡовтар ғаиләһе, унда өс улдың икәүһе һәм туғандары офицер булып китә һәм Ватанды һаҡлау буйынса хәрби бурысын үтәй.

Тыуған илде һаҡлау – ир-егеттең изге бурысыТыуған илде һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы
Тыуған илде һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы

Ғаилә башлығы Ғабдрахман Исхаҡов 1917 йылдың 15 июлендә 12 балалы ишле ғаиләлә тыуған. 1938 йылдың 13 ноябрендә комсомол егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул Алыҫ Көнсығышта, Хәсән күленән алыҫ түгел ерҙә, дүртенсе тимер юл бригадаһының айырым механизациялау ротаһында хеҙмәт итә. 1940 йылдың 15 декабрендә яҡташыбыҙ запасҡа ебәрелә. Әммә 1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германия СССР-ға мәкерле рәүештә һөжүм итә һәм Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың 21 авгусында Ғ.Х. Исхаҡов Күгәрсен районының хәрби комиссариаты тарафынан мобилизациялана һәм Мәскәү янындағы фронтҡа ебәрелә. Бында ул беренсе хәрби сирҡаныс ала.

 919-сы уҡсылар полкында миномет расчеты командиры була. Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы өсөн алыштар аяуһыҙ бара, әммә дошман тар-мар ителә. Бер алыш ваҡытында яҡташыбыҙ контузия ала. Ҡыҫҡа дауаланыуҙан һәм минерҙар курсын тамамлағандан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа ҡайта һәм хеҙмәтен 251-се уҡсылар дивизияһында дауам итә.

 Үҙ бурысын совет яугирҙарына хас булғанса намыҫ менән үтәй ул. Һуғыштың аҙағынаса фронтта була, Белоруссияны һәм Балтика буйын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша, Еңеү көнөн шунда ҡаршылай.
  Тыуған ил уның хәрби ҡаҙаныштарын юғары баһалай: Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Мәскәүҙе обороналаған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

 Һуғыш ветераны 1982 йылдың 5 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан вафат була.

***

   Ғабдрахман Исхаҡов ҡатыны Маһира Атаулла ҡыҙы менән бергә алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдарының береһе - Фәрит Ғабдрахман улы үҙенең ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай һәм полковник дәрәжәһенә тиклем барып етә. Ике ейәне - Наил һәм Ғабдулла ла уның эҙенән китә. Улар - Рәсәй Армияһы офицерҙары.
    ***

 Фәрит Ғабдрахман улы Ленин комсомолы исемендәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Вольск юғары хәрби тыл училищеһын (хәҙер - матди тәьминәт хәрби институты) тамамлай. 30 йылға һуҙылған хеҙмәтен Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында үтә. Республиканың оборона министры урынбаҫары, полковник була. Әммә, үҙенән тормаған сәбәптәр арҡаһында, генерал-майор дәрәжәһен ала алмай, Мәскәүгә күсергә мәжбүр була, унда 23 йыл дәүләт предприятиеларының береһендә эшләй. 2025 йылда тыуған яғына - Мораҡ ауылына ҡайтҡас, отставкалағы полковник ата-әсәһенең ерендә йорт төҙөй һәм ҡустыһы Рәшит менән бергә ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.

***

 Рәшит Ғабдрахман улы ил алдындағы изге бурысын 1978-1980 йылдарҙа Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә үтәй. 93-сө мотоуҡсылар дивизияһының өсөнсө дәрәжә Кутузов орденлы 198-се гвардия артиллерия полкында өлкән радиотелеграфсы булып хеҙмәт итә. Кесе сержант, отделение командирына хеҙмәт иткән осорҙа ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск бирелә. Ул йыш ҡына шул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә ала.

 1993 йылдан алып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 2017 йылда район хакимиәте шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам программаһы буйынса уға 140 гектар сабынлыҡ, 50 гектар көтөүлек бирә. Шул уҡ йылда ағаһы Фәрит менән Ибрай ауыл биләмәһенең Һикһәнбай ауылында авария хәлендәге 400 квадрат метр майҙанлы һыйыр аҙбары (гараж) бинаһын һатып ала. Капиталь ремонт эшләгәндәр һәм хәҙер келәт итеп файҙаланалар. Әлеге ваҡытта фермерҙарҙың буден тоҡомло 130 аты бар, быйыл 50-ләп бейә ҡолонлар тип көтәләр.

  Исхаҡовтарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы махсус хәрби операция башланғандан алып дүрт йыл буйына Донецк йүнәлешендәге яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам - ит, электр станциялары, окоптарҙы һәм блиндаждарҙы йылытыу өсөн кейеҙ, бал, ҡаҙы, сәк-сәк, шәхси гигиена әйберҙәре ебәрә. Быйыл февраль айында ағалы-ҡустылы Исхаҡовтарға 39-сы айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһы командиры, гвардия полковнигы А.Усковтан Рәхмәт хаты ебәрелгән. “Даими ярҙамығыҙ өсөн үҙемдең һәм шәхси состав исеменән ихлас рәхмәт белдерәм. Һеҙ яугирҙарға ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Беҙ һеҙҙең гражданлыҡ позицияғыҙҙы, илһөйәрлек тойғоғоҙҙо һәм ватанды һаҡлаусыларҙың яҙмышына битараф булмауығыҙҙы юғары баһалайбыҙ”, - тигән юлдар бар был хатта.

  Әйткәндәй, Рәшит Ғабдрахман улы хәйриә эшмәкәрлеге менән күптән шөғөлләнә. Мәҫәлән, 1994 йылда мәсет төҙөүгә 1 миллион һум аҡса, төҙөлөш материалдары бүлгән, хәҙер ҙә мохтаждарға ярҙам күрһәтә.

 Әлеге ваҡытта ағаһы менән бергә йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Улар махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн 10-15 баш ат әҙерләргә һәм өйрәтергә ниәтләй.

***

  Рәшит Ғабдрахман улы ҡатыны Рәмилә Нурый ҡыҙы менән  бергә өс ул үҫтергән. Өлкән улдары Наил 2005 йылда Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлай һәм, Ватанды яҡларға ҡарар итеп, Вольск юғары хәрби тыл училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Новосибирск өлкәһенә ебәрелә, һуңынан Камчатка, Чита, Хабаровскта була. Ул - майор, Приморье крайының Артемьевск ҡалаһында авиаполк командирының тыл буйынса урынбаҫары. Ике юғары белемгә эйә.

  Ғабдулла исемле улдары ла Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлап,  2006 йылда ошо уҡ уҡыу йортон һайлай. Алынған белемен һәм оҫталығын Борза, Чита, Хабаровск, Көньяҡ Сахалинда ҡуллана. Төп эшенән тыш, Сахалин өлкәһенең йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағындағы “Йәшлек” татар йәштәр ойошмаһы етәксеһе була.

   Гвардия подполковнигы Ғабдулла Рәшит улы Исхаҡов 2011 йылда  Санкт-Петербургта армия генералы А.В.Хурулев исемендәге матди-техник тәьминәт хәрби академияһын, 2026 йылда Ҡазан федераль университеты ҡарамағындағы идара итеү, иҡтисад һәм финанс институтын һәм магистратура тамамлаған. Ул  2022 йылдың апреленән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. 39-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһының тыл начальнигы булып хеҙмәт иткән, Сүриәлә лә булған.

 Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн РФ Президентының 2025 йылдың 3 майындағы указы менән подполковник Исхаҡов Ғабдулла Рәшит улы беренсе дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнә. Махсус хәрби операцияла үткән өс йыл да 10 ай эсендә уның күкрәгенә 12 хөкүмәт наградаһы тағыла. Күптән түгел хәрби офицер Татарстан Республикаһының  Менделеев районына хәрби комиссар итеп тәғәйенләнде. 

  Ғаиләләге кесе ул - Фәрит тә еңел юлдар эҙләмәй, ул да ағалары эҙенән бара һәм хеҙмәт итергә ҡарар итә. Өфө тимер юл транспорты техникумын тамамлағас, Ҡазан дәүләт университетының “Энергетика” факультетына уҡырға инә. Әммә академик отпуск ала, ентекле һайлап алыу үтә һәм бөгөн Мәскәүҙә РФ Ҡораллы Көстәренең 154-се айырым комендант полкында хеҙмәт итә. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булараҡ, 30 апрелдә Мәскәүҙең Патриот паркында “Хәтер капсулаһы”н һалыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өгөт-нәсихәттәре тултырылған был капсуланы 2045 йылда асыу планлаштырыла.

 Туғандары Рәсүл дә улар юлынан бара. Ул икенсе чечен һуғышын, Сүриәне үтә. Офицер 2022 йылдың февраленән әлеге ваҡытҡа тиклем махсус хәрби операцияла йөрөй. Бер нисә тапҡыр яраланған, батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән.

***

Әсәләре яғынан икенсе олаталары Ибраһимов Нурый Нурғәле улы Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн старшина Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

***

 Бөгөн юғары вазифа биләүселәрҙән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан Бөйөк Ватан һуғышы менән МХО араһында уртаҡлыҡтар күп, тип йыш ишетергә мөмкин. Шундай уҡ дошман - неонацизм, еңеүгә ярҙам иткән һәм хәҙер ҙә ярҙам итәсәк сифат - һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы. Әле күрше илдә һуғышҡандар һуғыш йылдарында Рәсәйҙе һәм Европаны фашист илбаҫарҙарынан азат иткән ҡартай-олатайҙарының эшен лайыҡлы дауам итә...

Анатолий КАЗАКОВ.

Фотолар Исхаҡовтар архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас