Мораҙым
+30 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля , 10:25

Үҙҽңә бәхет теләү доғаһы

"Үҙ-үҙеңә бәхет теләү доғаһын бик көслө, тиҙәр. Мин быға ихлас ышанам, ошо доғаны уҡый башлағаны бирле тормошом ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе", - ти әхирәтем. Ысынлап та, уның йөҙө хәҙер балҡып тора, эштәре гел уңай! 

Үҙҽңә бәхет теләү доғаһыҮҙҽңә бәхет теләү доғаһы
Үҙҽңә бәхет теләү доғаһы

«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

 

Аллаһуммә ин күнтә кәтәбтә исмии шәкыййән фии диүәәниль-әшкыйәәи фәмхуһу үәктүб фии диүәәнис-сүгәдәә. Үә инкүнтә кәтәбтә исмии сәгиидән фии диүәәнис-сүгәдәәи фәсбүтһу фәиннәкә культә фии китәәбикәль-кәриим. Йәмхуллааһу мәә йәшәәү үәйүсбит үә гиндәһу уммуль-китәәб».

 

Мәғәнәһе: «Шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән. Йә Аллаһым, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемдҽ бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны һөртөп юҡ итһәң һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙһаң ине. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да һөртөлмәй торған ит. Ысынында, һин Ҡөрьәни-Кәримеңдә: «Аллаһы Тәғәлә нимәне теләһә, ләүһулмәхфуздән шуны һөртөр, юк итәр, теләгәнен иһә беркетер, һөртөлмәҫ итәр» тигәнһең.

Автор:
Читайте нас