Мораҙым
+17 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
2 Июля , 04:45

Бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?

Ниһайәт, икенсе ярты йыллыҡта ла "Мораҙым" һәм "Кугарчинские вести" гәзиттәре менән бергә ҡалырға ҡарар иткән гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн тәғәйенләнгән төп бүләктәрҙең хужаларын асыҡланыҡ. 

Бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?Бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?
Бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?

Бына улар даланлылар: Буҫтыбайҙан Рафиға Әбйәлилова (ямғырҙан һаҡлағыс), Санъяптан Сулпан Ғәлин (һыуҙа йөҙгәндә ҡуллана торған түңәрәк), Мәҡсүттән Гүзәл Вәлитова (массажер) һәм Венера Йәғәфәрова (сервис), Ҡотлоғәлиева (кәрәҙле бал), Әлмәстән Рәжәп Килсенбаев (плед), Юлдыбайҙан А.Вәлидова (термос), Хоҙайбирҙиндан Фәрит Ишбаев (одеял),

 Төп бүләк – микротулҡынлы мейес иһә Бикбулат ауылынан Садиҡ Кинйәбаевҡа насип булды. “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусылар араһында ла еңеүселәр асыҡланды. Уларҙың төп бүләген Сәйетҡол аууылында йәшәүсе Лилиә Йосопова отто.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).  

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас