Мораҙым
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Июля , 10:35

Моңға сорналды Мораҙым

Республикабыҙҙың бренд саралары исемлегенә индерелгән  “Мораҙымдың моңло хазинаһы” халыҡ ижады фестиваленең Гала-концерт быйыл да талант эйәләрен бергә тупланы. 

Моңға сорналды МораҙымМоңға сорналды Мораҙым
Моңға сорналды Мораҙым

  Сара ике номинацияла үтте: “Данлы ил - Башҡортостан!” патриотик йырҙар һәм “Заманалар мираҫы” фольклор бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурстары.  Башҡорт халҡының урындағы традицияларын һәм башҡарыу оҫталығын һаҡлап ҡалған йырсыларҙың, бейеүселәрҙең сығышы айырыуса юғары баһаланды. Баһалама төркөмө ағзалары бер-бер артлы сәхнә түрен яулаған конкурсанттарҙың һәр сығышын ентекле күҙәтте һәм еңеүселәрҙе билдәләне.

 

Яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында “Заманалар мираҫы” фольклор бейеүен башҡарыусылар конкурсында беҙҙең райондан Карина Колпакова (етәксеһе - Илүзә Ниғәмәтуллина), район мәҙәниәт һарайының “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Ғәҙелшина) - 1 дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

 Алһыу Сәлмәнова (етәксеһе - Илүзә Ниғәмәтуллина), Өфө районының Нижегородка мәҙәниәт йортоноң “Товарочки”  фольклор бейеү ансамбле (Елена Горбунова) -  II дәрәжә, беҙҙең район мәҙәниәт һарайының “Гөлдәр ансамбленең” (Миңзәлә Ғәҙелшина) малайҙар триоһы III дәрәжә лауреат исемен алды. Теләүембәт ауыл биләмәһенән Илүзә Кинйәбаеваға (етәксеһе – Ләлә Харрасова) ҡатнашыусы дипломы тапшырылды.

“Данлы ил – Башҡортостан” патриотик йыр башҡарыусылар конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында Ейәнсура районынан килгән Ҡарлуғас Ҡылысбаева гран-приға лайыҡ булды. Беҙҙең районыбыҙҙың йәш таланты Аиша Йыһаншина I урын алды.

Көйөргәҙе районынан Раушания Сынбулатова, беҙҙең райондан “Бәйембәт” вокаль-инструменталь ансамбле (Венер Килдейәров ) – II, Азамат Илмөхәмәтов, Земфира Мерәҫова, Миңнияр Солтанбаев, Фәрхәнә Шабанова III урын яуланы.  

Тәүәкән күп тармаҡлы клубының  “Ҡыпсаҡ” (Гөлдәр Әбдрәхимова) балалар вокаль ансамбле, Мәләүез мәҙәниәт һарайының вокаль дуэты (Ләйсән Вәлиева), Көйөргәҙе районынан “Көйөргәҙе ынйылары”  ансамбле (Раушания Сынбулатова), Сәлих ауылынан “Умырзая” төркөмө (Клара Байғазакова), Семен-Петровскийҙан “Изгелек” (Елена Пелевина), Мәҡсүттән ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, “Элегия” һәм “Тейтерькат” триолары (Резеда Ҡотлобаева, Светлана Смаҡова), Побоищенан “Песенные кружева” ансамбле (Светлана Гусева), Теләүембәт ауыл биләмәһенән Роза Кинйәбаева, Вилдан һәм Динислам Смирновтар, Фуат Әлмөхәмәтов, Хоҙайбирҙиндан Гөлназ Абайҙуллина, Йомағужанан Эльвира Төхвәтуллина, Наилә Әхмәтгәрәева, Зилә Йәнбулатова,  Подгорныйҙан Анастасия Бакаева, Лариса Салишева, Бикбулаттан Хәмдиә Баймырҙина, Түбәнге Бикҡужанан Фәимә Зәйнуллина, Сирбайҙан Фәниә Рәхмәтуллина, Күгәрсендән Дилбәр Фәйзуллина, шулай уҡ беҙҙең райондан Гөлсинә Нуриманова, Әминә Уразбахтина, Ринат Хәмзин, Райхана Йәмилова, Ейәнсуранан Гөлйемеш Юланова, Дағстан Республикаһынан Гөлсинә Ғасанова ҡатнашыусы дипломын алды.

 

 Фестивалдә шулай уҡ халыҡ ижады жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәләре ойошторолдо.

Авторы- Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Айһылыу Назарғолова фотолары.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас