Фажиғә булыр ҡот осҡос көндә ғаилә Өфө аэропортына 20 йәшлек Анжеликаның буласаҡ кейәүе Иванды ҡаршы алырға килгән. Армиянан яңы ғына ҡайтҡан Иван ата-әсәһенә көтөлмәгән бүләк яһарға теләгән. Һөйгән ҡыҙы һәм уның туғандары менән бергә тыуған йортона ҡайтып, ҡыҙына тәҡдим яһарға уйлаған.
22 йәшлек Анжелика, атаһы - 54 йәшлек Ғәлим, әсәһе - 39 йәшлек Алена һәм 15 йәшлек һеңлеһе Марина менән бергә Өфөгә Белорет районының Тирлән ауылынан килгән. “Ларгус” автомобиленә 42 йәшлек Белорет кешеһе Андрей идара иткән. Ул Өфө менән Белорет районы араһында йөрөгән такси булған. Шулай уҡ таксиға 23 йәшлек ҡыҙ килеп ултырған (уның шәхесе тураһында Туймазы районынан икәнлегенән тыш бер нәмә лә билдәле түгел).
Автомобиль Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы буйлап китеп барғанда, кискә табан 230 саҡрым самаһы юл үтеп, ҡайтып инергә саҡ ҡына ара ҡалғанда, ҡаршы килгән “Патриот” менән бәрелешкән. “Ларгус” юл ситенә сығып осоп, түңкәрелгән.
Анжелика, уның әсәһе һәм һөйгәне, шулай уҡ такси водителе һәм юлдашы шунда уҡ тиерлек һәләк булған. Ғаилә башлығы Ғәлим кесе ҡыҙы Марина менән иҫән ҡалған. Ир ныҡ имгәнмәгән, ә ҡыҙыҡай бик күп йәрәхәттәр алған, шул иҫәптән баш һөйәге һәм янбашы һынған. Әле уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
“Патриот”та ир менән ҡатын һәм уларҙың өс, ете йәшлек ике ҡыҙҙары ултырған. Уларҙың ғүмеренә бер ни ҙә янамай.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса Башҡортостан Эске эштәр министрлығы үлем менән тамамланған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында енәйәт эше асҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре фажиғәнең башҡа сәбәптәрен асыҡлай.
Йәшәп тә өлгөрмәгән, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғашиҡ парҙың өйләнешеп тә өлгөрмәй һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытты.
Һәләк булыусыларҙың ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.