

Мораҡ ауылының булдыҡлы егете - Динис Вячеславович М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡыған осоронда уҡ әүҙемлеге, мәктәп һәм йәмәғәт эштәренә дәрте менән хайран итте. 7 – се класта өлкән кластар советы рәйесе, артабан балалар йәмәғәт советының әүҙем ағзаһы булды; Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы рәйесе, 11-се класта йәштәр сәйәсәте буйынса район хакимиәте башлығы ярҙамсыһы булараҡ, хәрби-патриотик йүнәлештә башҡарылған сараларҙы ойоштороуға, район ерлегендә йәштәр сәйәсәтенең бойомға ашырылыуына үҙ өлөшөн тос индерҙе. Ил яҙмышына, халыҡ йәшәйешенә битараф булмаған егет гимназияны тамамлағас, Өфө фән һәм технологиялар университетының дәүләт идаралығы һәм тарих институтына уҡырға инде. Күренекле шәхестәрҙән белем алыуы һәм билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре ҡулдары аҫтында эш рәтенә өйрәнеүе, практика үтеүе менән ул сикһеҙ ғорурлана. Һәр яҡлап үҫтереп, үҙенә ҡанат ҡуйған гимназия уҡытыусыларына, рухи һәм матди яҡтан ныҡлы терәк булып тороусы әсәһе Эльвира Рәил ҡыҙына, атаһы Вячеслав Урал улына ул сикһеҙ рәхмәтле.
Яңы Николаевский ауылында үҫкән алтын бөртөгөнә тиң һылыуҡай – Залина Фәттәхова Мораҡ урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлағас, документтарын Ҡазан федераль университетына һәм Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтына тапшыра. Үҙе теләгән графика дизайны буйынса конкурстан түләүле төркөмгә үтеү сәбәпле, бюджет нигеҙендә белем алыуҙы - институттың креатив индустрия менеджменты бүлеген һайлай. Тырыш, ҡыйыу ҡарашлы ҡыҙ йәйге сессияһын гел “5”тәр менән ябып, әлеге ваҡытта Ҡазанда пассажирҙар рейстары проводнигы булып эшләй. “Аҙыраҡ аҡса эшләһәм, графика дизайны буйынса курстар һатып алып, профессиональ кимәлдә был һөнәрҙе үҙләштерер һәм төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылыр инем”, - ти уңған ҡыҙ.
Егәрлелек уға арыу-талыуҙы белмәҫ ата-әсәһенән, тирә-яҡҡа булдыҡлы һәм намыҫлы эшҡыуарҙар булараҡ яҡшы таныш Ильвира менән Данил Фәттәховтарҙан бирелгән. Ҙур шәхси хужалыҡ тотҡан татыу ғаиләлә Залина ла бәләкәстән ауыл эшенә өйрәнеп, ата-әсәһенең ҡул араһына бик иртә инеп, бар яҡлап сынығып үҫә. Уҡыуға ғына түгел, шахмат уйнарға, һүрәт төшөрөргә әүәҫ ҡыҙ З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған осорҙа бер ярыштан, ижади бәйгеләрҙән ситтә ҡалмай. Артабан уҡыуын Мораҡ 1-се урта мәктәбендә дауам итеп, бар иғтибарын белем эстәүгә йүнәлтә һәм, әлбиттә, тырышлығы үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Йөрәктәрендә ҙур маҡсаттар, изге хыял-ниәттәр йөрөткән, белемгә ынтылышлы, тормошҡа яҡты ҡарашлы йәштәребеҙҙең киләсәктә юлдары һәм эштәре гел уң булһын!
Аҫыл йәштәребеҙ тураһында тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫманың 26-сы һанында уҡырға мөмкин.