1 ҙуууур кәбеҫтәгә 1 сөгөлдөр, 6 бөртөк чеснок кәрәк.
Маринадҡа: 1.7 л самаһы һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 150 г шәкәр, 3 лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос, 150 мл уксус кәрәк.
3 литрлыҡ банканың төбөнә туралған сөгөлдөр һәм туралған чеснок һалабыҙ.
Унан кәбеҫтәне эре итеп турап һалабыҙ.
Шулай 2-3 ҡат йәшелсә турап банканы тултырып һалабыҙ.
Ҡайнар һыуға тоҙ, шәкәр, лавр япраҡтарын, боросто һалабыҙ. Тоҙ-шәкәр иреп бөткәс, уксусты ҡоябыҙ һәм утты һүндерәбеҙ.
Мин ярты стакан көнбағыш майы өҫтәйем. Өҫтәмәһәң дә була.
Маринадты кәбеҫтә өҫтөнә ҡойоп, ябып, бүлмәлә тотабыҙ.
12-15 сәғәттән әҙер була.
Тәмле булһын!