Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА
БАЛА (хикәйә)
Зәйнәп йәшле күҙҙәрен юлдаштарына күрһәтмәҫ өсөн ситкә ҡарап тик килде. Эргәһенә ҡунаҡлаған ҡатындар, бер-береһен бүлеп, сәфәрҙәре хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Хәйер, икәү-ара гәп менән айҡалашҡан юлдаштары Зәйнәпкә иғтибар ҙа итмәгән һымаҡ. Шулай ҙа водитель менән йәнәш креслоға ҡунаҡлаған Шәрғиә уға һүҙ ҡатмауҙы урынһыҙ тип һананы шикелле.
Ул, иҫке “Москвич”тың пружиналы ултырғысының йәнен алғандай, дәү кәүҙәһе менән шығырлата боролоп:
– Һиңә нимә тип әйтте әй? – тип һораны.
– Бер һынын да тапманым.
Яуап ҡыҫҡа булды.
Ҡәнәғәтләндергән яуап ала алмаған Шәрғиә бер ғауым шымып барҙы ла йәнә һүҙ башланы.
– Әлләсе. Миңә вис дөрөҫөн һөйҙәне. Атаҡ, атаҡ, хатта һыйырымды һүгенеп әрҙәп таштағанды ла белде бит. Аҡ биргән малдың ҡоһоро төшөр, ти. Һарыҡтарыңды ла һарайға матур итеп ҡыуып индер, типкеләмә, тисе. Аяҡһыҙ ҡалырһың, ти. Тәүбә, әстәғәфирулла! Белмәй тип нисек әйтмәк кәрәк, ә? – Шәрғиәнең һыу буйы хәбәрен тыңламаны Зәйнәп. Юлдаштары уның ниндәй хәсрәттәргә батып ҡайтып барғанын белһә икән дә...
Күрәҙәсегә иң һуңғы булып инде Зәйнәп. Өйҙөң буйынан-буйына һуҙылған ағас урындыҡҡа аяғын тартып ултырған ҡара күлдәкле урта йәштәрҙәге ҡатынҡай уның йөҙөнә ҡарамай ғына түрҙәге урынға ҡулын иҙәне. Башын күтәрмәйенсә генә һөйләй башланы:
– Ҡоймаң аша ыуаҡ таш һибелгән. Бөртөгөн дә ҡалдырмай, кире йылғаға бырға. Кеше аяғы һил саҡта дүрт юл сатына дүрт энә ташла. Ҡыҙыл эңерендә ағын һыуға ете яулыҡты төйнәп ағыҙырһың. Ҡара, йылға ситендәге тал ботаҡтарына эленеп ҡалмаһын. Күҙҙәрең күрә алғансы ҡарап тор.
Күрәҙәсе Зәйнәпкә бер тынала хәбәрен һөйләп бөттө лә, ана бара юлың тигәндәй, ҡулын сығыу яғына һелтәне. Ишек тотҡаһына үрелдем тигәндә генә ҡатындың тауышы яңғыраны:
– Бала килер!..
Бынан ары ашағаны – аш, йоҡоһо йоҡо булманы Зәйнәптең. Бисәләр ыңғайына күрәҙәгә барғанына йөҙ ятып, йөҙ үкенде. Бер бәләнең сеймәлгән башын тағаттырырға барған ерҙән, икенсе мөбәталаға тарып ҡайтырын белһә, ике аяғының береһен дә атламаҫ ине.
Өйөнә инмәҫ борон ихатанан ыуаҡ таш эҙләргә тотондо. Баҡһаң, кәртә-ере шуның менән тулы икән дәһә. Бына шуны ла күрмәй йөрөгән. Күрәҙәсе әйткәнсә, был тиклем ташты йыйып бөтөрөрһөң, бөтмәй ни. Етмәһә, ҡайһыһы рәнйеүле һибелгән, ҡайһыһы урынында әүәлдән ятҡан таш икәнен ҡайҙан беләһең? Әллә юҡты сурытты теге ҡара бисә? Һыны һын инеме ни! Ултырышынан мәңге тормағандай лапшайған да, ултыра юҡ-барҙы лығырҙап.
Әйләнгән-тулғанған һайын күрәҙәсене тиргәне Зәйнәп.
– Эйе, хәҙер аның ыңғайына дүрт юл сатының киҫешкән ерен эҙләп китеп ултырмаһа инде. Әллә ҡайҙа ятҡан Иҙелгә барып, яулыҡ ағыҙып йөрөргә шыр тиле түгел әле Зәйнәп. Бөтмәҫ ул күрәҙәселәр. Шәп булғастар, ана, илдәге боланы баҫһындар, ямғырын яуҙырһындар, кесерткәнгә тиклем ҡороп бөттө, янғындан аяһындар...
Туҡта, бала тинеме? Зәйнәптең әре хәүефкә әйләнде. Күҙенән ике бөрсөк йәш тәгәрәп төштө. Уларын һөртөргә онотто. Эштән ҡайтып ингән иренә күңел ҡуҙғыуын һиҙҙермәҫ өсөн йылмайырға тырышты. Килеп сыҡманы. Йөҙөнөң ҡомһарыуын ире һиҙмәй ҡалманы.
– Әллә ҡунағың күңелеңде күрмәй ҡайтарҙымы, кәйефеңдең рәте-сираты юҡ, – тине.
– Ниндәй ҡунаҡ?
– Бәй, Нурия ҡарындашыңа ҡунаҡҡа киткәйнең түгелме ни?
– Эйе, барып килдем. Нурия ауырыңҡырап тора.
Ир менән ҡатындың бүтәнсә һүҙҙәре берекмәне. Шым ғына киске ашты ашанылар. Баш ауырыуы һылтауы менән Зәйнәп йоҡо бүлмәһенә инеп ятты.
Уйҙарын икенсе юҫыҡҡа төшөрөргә күпме ынтылмаһын, күрәҙәсе әйткәне әленән-әле иҫенә төшөп тик торҙо. Ун тинлек ҡуяндан йөҙ тинлек зыян күреп ятыуына үҙен-үҙе тиргәп бер булды.
Теш-тырнағы менән теге ҡатындың әйткән ике-өс ауыҙ һүҙен инҡар итһә лә, күңеленә ингән шөбһә үҙенекен итте: төндө Зәйнәп керпек ҡаҡмай уҙғарҙы.
Иртәнсәк башы тубалдай ҡатҡайны, күҙ-йөҙ тирәһе һиҙелерлек шешмәкләнгәйне. Хәленең рәтле булмауын һиҙһә лә, эшенә ашыҡты.
Башланғыс класта әлдә дәресе оҙаҡҡа һуҙылманы. Мәктәп директорынан рөхсәт һорап, өйөнә ҡайтты. Магазин тәңгәленә еткәс, туҡтап ҡалды. Икеләнеүен еңеп, кибеткә ҡайырылды. Бер иштән ете яулыҡ һатып алды. Энәгә ҡалһа, өйҙә табылыр.
Бөгөнгө көн ғәҙәттәгенән оҙон тойолдо Зәйнәпкә. Тау өҫтөнә ҡояш күптән ултырырға тейеш, ә ул һаман урынынан ҡуҙғалмаған да һымаҡ күренде. Зәйнәп күрәҙәсенең әйткәндәрен теүәл генә үтәп ҡайтып ингәндә ярты төн ауышҡайны. Үҙе яңғыҙ ситтә йөрөү түгел, ирен дә бер үҙен йомош-юлға сығарып йөрөтөргә күнекмәгән ҡатынына ихлас аптырап ҡараны Хисмәт. Шулай ҙа әллә ни илтифат күрһәтмәне, вайымһыҙ ғына телевизор ҡарауын дауам итте.
Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Күрше бүлмәләге иңрәгес ауаз ирҙе урынынан ҡубарылырға мәжбүр итте. Аяҡ-ҡулдарын сатай-ботай ташлап, салҡатан ятҡан Зәйнәпте күреп шаҡ ҡатты Хисмәт. Күҙҙәрен быялаландырып ҡысҡырынған ҡатынына ҡарап, ни ҡылырға ла белмәне ул. Әүәлерәк, теләһә нәмә ҡыланыуына күнекһә лә, был юлы хәлдең киҫкен төҫ ала барыуы ирҙе хәүефләндерҙе.
Ҡатынына һыу эсерҙе. Бер төймә дарыу ҡаптырҙы. Эргәһенә ятты. Үҙ яғына тартып, сәстәренән һыйпаны. Зәйнәпте һағалап ята торғас, таңға табан ойоғайны ғына, ҡатынының бөтә тәне дерелдәп, үҙ алдына туҡтауһыҙ шыбырлауы уятты.
– Ниндәй бала? Ниңә килә? Миңә ул кәрәкмәй. Кәрәкмәй миңә бала-а-а-а!.. – Шыбырлау шыңшыуға күсте.
– Зәйнәп, ни һөйләйһең? Тыныслан. Насар төш күрҙеңме? Баҫлыҡтың мәллә?
Ятҡан еренән тороп ултырған ҡатын иренә аптырап ҡараны ла кире карауатҡа тәгәрәне...
Яр аҫтынан сыҡҡан яу һымаҡ ҡапыл хасил булған иңрәткес көндәр артта ҡалғандай тойолдо. Инәрле-сығырлы хәленән һуң байтаҡ тынысланған Зәйнәп ҡәҙимге тормошона ҡайтты. Күңелендә шик-шөбһәләр бөтөнләйгә юҡҡа сыҡмаһа ла, әүәлгеләй үҙен сәйер тотманы. Эшкә йөрөнө.
Унда ниңә барҙың, бында ниңә һуғылдың, тип иренә лә элеккеләй артыҡ бәйләнмәне. Көнсөллөгө менән даны сыҡҡан ҡатын йыуашайып ҡалды. Күберәк үҙ эсенә бикләнде...
Көҙҙөң көндәре оҙайлы торһа ла, ҡырпағай тыуыу менән үҙенекен итте: бер төндә сумыра ҡар яуып, таңға туңдырып та ҡуйҙы.
Көн алышыныу ғәләмәте булдымы, һин дә мин йоҡларға ятҡан Зәйнәп төндә баҫлыҡты... Ҡолағы төбөндә бала илаған йән өҙгөс тауыш иләүерәтте уны.
Шалҡан кеүек ап-аҡ тәнле сабый асырғанып иланы ла иланы. Зәйнәп ҡулын һоноп уға үреләйем тиһә, буйы етмәй ҙә ҡуя. Ҡатын ни ҡылырға белмәй, өҫтөндәге бер ҡат кейемен һыпырып бирмәксе булғайны, уныһы тирелеп төштө.
– Илама, бәпкәм, кил миңә, ҡуйыныма алып йылытайым. И-и, аяҡтарың, һуң аяҡтарың туңып бөткәнсе. Ҡулғыналарың...
Зәйнәп балаға яҡынайғандан-яҡынайҙы. Инде ҡулына алдым тигәндә генә сабый юҡ булды. Йән әрнеткес илау тоноҡланғандан-тоноҡланды, бүлмәне хахылдап көлөү тултырҙы.
– Ниңә ҡасаһың минән? Мин бит һине бары йылытайым тигәйнем. Ха-ха-ха...
Ҡатынының сираттағы ҡылығынан ҡобараһы осҡан Хисмәт ни ҡылырға белмәне, шулай ҙа үҙен ҡулға алып, ҡапылғара ҡаты бәрелмәне, һаҡ ҡына уятырға тырышты. Зәйнәп, ниңә мине уятаһың, тигән һымаҡ иренә вайымһыҙ ҡараш ташланы ла, һул яҡ ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Иртәнсаҡ шым ғына тамаҡ ялғанылар. Һәр кем үҙ эше менән булышты.
Зәйнәп, класында контроль эшкә әҙерләнергә кәрәклеген иҫенә төшөрөп, ваҡытынан иртәрәк мәктәпкә ҡуҙғалды. Әммә ҡулына эш барманы, башында йүнле фекер яралманы. Ул таңғы төшөнән арына алмай ине. Шау-гөр килеп ингән балаларҙың тауышына ла иғтибар итмәне. Хәйер, һуңғы ваҡытта уҡыусылары Зәйнәптең үҙҙәренә ҡарата дилбегәне бушатыуын тойомлағайны.
Бүтән саҡта ике күҙҙәрен мөлдөрәтеп, шым ғына йөрөгән балалар хәҙер иркенлек тоя. Уларға уҡытыусыларының тәнәфестә нимәлер яҙып, йә бер көйө тәҙрәгә текәлеп ултырыуы оҡшай. Теләгәнсе шаяралар, ҡысҡыралар, малайҙар ҡыҙҙарҙы сәрелдәтә.
Әле лә Зәйнәп контроль эште йәһәтерәк аңлатты ла уйҙарына сумды. Уны төшө бимазаланы. Ғәҙәттә, элегерәк күргәндәренә әллә ни әһәмиәт бирмәйсә, көндөҙгө хәл-ваҡиғаларҙың сағылышына япһара торғайны. Йә онота бөтөнләй.
Бөгөнгө таңғы төшөнөң осмотона ҡәҙәр хәтерендә тороуы ғәжәп итте. Ул эске хәүеф менән кис етеүен көттө.
– Әйҙә, төнәйекме? – иренең гөрөлдәк тауышы Зәйнәпте тертләтте.
– Юҡ, әлегә йоҡо килмәй, бар, һин ят!
Ҡатындың уйы – бөгөн йоҡламай төн сығыу. Ултырып ҡына. Ут яҡтыһында.
Йоҡо үлем менән бер, үҙенекен итә, Зәйнәп тә ойоно.
– Әннә, ән-нә, – тип илаған бала тауышы уны йәнә һаташтырҙы. Зәйнәп ҡулдарын уға һуҙа, бәпес янтана. Бала үҙәк өҙгөс итеп илай ҙа илай.
– Нисек тамағың ҡарлыҡмай, нисек хәлең бөтмәй һинең?! – тип ҡысҡыра Зәйнәп, ҡолаҡтарын баҫып. Тик тауышы үҙенән үтмәгән кеүек. Сабыйҙың зәһәр илауы теңкәһенә тейҙе, ҡанын ҡайнатты. Ул ҡулына эләккән мендәрҙе балаға бәрҙе...
Был мәлдә ҡатынының ике ҡулын шаҡара тотҡан Хисмәттең, йыш-йыш тын алыуҙан, күҙ алды ҡараңғыланып китте.
– Иламаймы? – күҙҙәре аларған Зәйнәп ире ҡулынан ысҡынырға тырышты.
– Ул бит миңә ҡарап илай. Күҙҙәремдең нурын һурып алғандай миңә генә ҡарай.
– Берәү ҙә иламай бит.
– Теге бала. Тағы килде. Илай, илай. Теңкәмде ҡоротто бит...
Ҡатынының холҡондағы ҡапылғара үҙгәреште, унан ғәйәр төнгө һаташыуҙарының төшкә генә ҡайтарып ҡалыуҙың ярамағанлығын аңғарғайны Хисмәт. Ул Зәйнәптә етди психик тайпылыш барлығын докторҙарҙан башҡа берәү ҙә асыҡлай алмаҫын төшөндө. Ир ҡатынын кисекмәҫтән дауаханаға һалырға кәрәк тип ҡарар итте.
Доктор менән башта үҙе генә һөйләшергә булды Хисмәт.
– Һеҙҙең һүҙҙәрҙән сығып, шуны әйтә алам. Төштәрҙе ҡабатлап күреү бөтөн кешегә хас булмаһа ла, һәр икенсе кеше быға һәләтле. Ҡатынығыҙҙың ошолай һаташыуын психологик йәрәхәт менән бәйләргә мөмкин. Бының, әлбиттә, ҡасандыр кисергән ҡурҡыу тойғоһонан да ҡалыуы бар. Депрессия хәлендә икән, башта амбулатор юл менән дауалап ҡарайыҡ. Аҙаҡ иһә дауаланыу процесынан сығып эш итербеҙ. Бәлки үҙен саҡырырбыҙ, ә? – Доктор Зәйнәпте күрергә теләүен белдерҙе.
Ир менән ҡатын ҡайтыр юлдың яртыһын һөйләшмәй уҙҙы. Хисмәттең мейеһен бары бер уй игәне: әгәр йүнәлмәһә? Былай ҙа бер-береһен күпмегәлер бәйләгән еп саҡ ҡына торған саҡта. Һуңғы мәлдә ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғолар ваҡыты-ваҡыты менән биләп ала күңелен.
– Тапатаһың бит! – Зәйнәп кинәт ҡысҡырып ебәрҙе лә машина руленә сат йәбеште.
Хисмәт аҙап ҡалманы, тормозға баҫты. Ҡаршыға килгән йөк машинаһына бәрелмәҫ өсөн автомобилен ситкә тартты. Машина, хужаһының хәленә ингәндәй, яйлап ҡына юл аҫтына шыуып төштө.
– Юл уртаһында торған баланы тапата яҙҙың бит! – тип тиргәшкән ҡатынын был минутта ботарлап ташларға әҙер Хисмәт уртын ҡанатҡансы тешләне.
Дарыуҙарҙың файҙаһы тейеүе булдымы, юлдағы ваҡиғанан һуң Зәйнәп тынысланып ҡалды. Йөҙөнә нур ҡунғандай булды. Өҫ-башын ҡараны. Һирәк-һаяҡ булһа ла улы менән ҡыҙына шылтыратып һөйләште. Хисмәт тә йөҙ ҡабынып, йөҙ һүнде. Артабан былай йәшәү мөмкин түгел, тип үҙенә ҡат-ҡат тәҡрарлаһа ла, аныҡ ҡына ҡарар ҡабул итергә ҡыйманы. Бындай хәлдә ҡатынын ташлап китә алырына выжданы ла ҡушмай. Ни тиһәң дә, ун йыл бер ҡыйыҡ аҫтында көн күрәләр.
Ҡауышҡанда араларында мөхәббәт тә бар һымаҡ ине, ә хәҙер ниндәйҙер вайымһыҙлыҡ, билдәһеҙлек. Тағы килеп, Зәйнәптең ауырыуы. Ауырыуы? Ысынлап, ҡатыны бит күңел сиренә дусар булған! Туҡта, доктор ҙа бит, тотороҡһоҙ хәлен һаташыуға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, тигәйне түгелме?
Кисекмәҫтән Зәйнәптең улы менән һөйләшергә кәрәк. Ә ул берәҙәктән ни фәтүә? Ҡомарлы уйындан башы сыҡмаған бәндәнән нимә өмөт итәһең?
Әсәһенең алтын алҡа-йөҙөктәрен урлап ҡасҡаны бирле баш-күҙ күрһәткәне юҡ. Ике йыллап. Әлфиәһе тыңлармы? Уныһы ла туҙғаҡ ҡына. Атаһынан ҡалған ике ҡатлы ҙур йортто һаттырып, әсәһенән мул ғына өлөш алмаҡсы булғайны бер мәл. Зәйнәпте инде ризалатып бөткәс, араға Хисмәт төштө. Онға төшкән тараҡандай бутаның беҙҙең тормошто, тип Әлфиә уны дошманы һымаҡ күрә.
Шунлыҡтан әсәһенең йортона аяҡ һыуытыуына әллә күпме ғүмер уҙҙы. Зәйнәп шылтыратһа, тырт-мырт һөйләшә лә, шуның менән вәссәләм...
– Шулаймы ни? Ҡасандыр һиңә хан һарайындай йорт, аҡсалы, мал-тыуарлы әсәйем кәрәк ине. Ҡатыныңды илерттең дә, хәҙер миңә тағаһыңмы? Килеп сыҡмаҫ! Ана, апарып “һары йорт”ҡа тыҡ! Ә үҙең өйҙән отчаливай!
– Ниндәй “һары йорт”? – Хисмәт аңламаны.
– Дурдом! – Әлфиә зәһәрләнеп телефонды һүндерҙе.
Ниндәй балалар үҫтергән һуң Зәйнәп? Уҫаллыҡ ҡына түгел, яһиллыҡтары хаттин ашҡан. Нишләп тәрбиә бирә белмәгән? Атайһыҙ үҫкәнлектән, алдарынан алып шаштырғанмы? Ғүмер буйы кеше балаларына һабаҡ биреп, үҙенекеләргә тәрбиә етмәгәнме? Улайға ҡалһа, үҙ балаларының быуынға ултырған мәлендә Хисмәт ғаиләһен ташланы. Балалары терәкһеҙ үҫтек тимәне, көллөһө лә арыу донъя көтә. Малайҙары ир ҡорона тулғас, Хисмәтте лә ғәфү итте. Хәҙер, ана, һин дә мин аралашып йәшәйҙәр. Ул-был эштәрен дә аталары менән башҡаралар...