Мораҙым
+20 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
19 Июня , 11:06

Һуғыш яралаған мөхәббәт

Яҡындағылар тиҙ арала эргәләге пунктҡа индереп һалдылар. Шәфҡәт туташы күҙ ҡабаҡтарын асып ҡарап, йөрәк тибешен тыңлап, укол ҡаҙаны. Бер аҙҙан йөҙө алһыуланды, хәл инде, күҙҙәрен асты, әммә өнһөҙ стенаға текәлде. Торараҡ иптәштәре янына сығырға көс тапты. Көн ҡараңғы шаршауын ябынғансы, тешен ҡыҫып тимер юлын тигеҙләргә ҡом-таш ташыны. Ҡайтырға ваҡыт. Иптәштәренә һүҙ ҡушмай карауатына ауҙы. Таң атыуға уның яҫтығы манма һыуға һуғарылған ине.

Зөһрә Бәшәрова
Һуғыш яралаған мөхәббәт
Хикәйә
Фани донъяға яр һалып сабый тыуҙы. Тәҙрә шар асылды. Аллаһ тәҡдирен өләшеп йөрөгән ике фәрештә ҡанаттарын ауыр елпеп осоп инде лә тупһаға ҡунаҡланы. Ҡуйындарынан ҡаурыйҙарын алып, яҙмыш китабын асып: “Йәрхәмбикаллаһ, һәр кемдең өлөшөнә тейгәнен Аллаһ Үҙе биреп тора”, – тип сөскөрҙөләр.

 

Кендек әбейе күрше Ҡоҙабиғә, уҫаҡтан уйып яһалған һауытҡа түрбаштағы ҡаҙандан йылымыс һыу һалып, сабыйҙы ҡойондорҙо.

 

– Ете ағзаһы ла теүәл, собханаллаһ! Үҙең кеүек матур ғына ҡыҙың бар, күҙ теймәһен. Таңға ҡояш нуры йүгерә башлағанда күренде. Йөҙө нурлы, мөхәббәтле булһын Исеме есеменә яраһын. Йүргәк исеме Йәмилә булһа, үҙенә нурлы Нурия тип өндәшербеҙ. Исем һорап, илаҡҡа әйләнмәһен. Ошо арала Имаметдин мулла килеп, ҡыҙың үҙенең исемен дә ишетер, Хоҙайымдың ҡушҡаны. Ҡара һин аны, ҡырҡ көнө тулғансы яңғыҙын ҡалдыра күрмә, шайтан алмаштырыр. Хәжәтеңә сыҡһаң да, өҫтөнә бысаҡ һалып ҡалдыр.

 

Өлкән йомғаҡ тере йән эйәһе әсәһенеп түшенә йомолдо, йомшаҡ ҡына һурырға тотондо.

 

Ҡырҡты, Бикенбәт, Һалмауырҙы тауҙары ҡамауында ултырған Абҙаҡ ауылы күмәк хужалыҡҡа берләшкәнсе Зата иртә яҙҙарын ҡайын урманында дегет ҡайната, ылыҫлы ағастарҙан сайыр ағыҙа.

 

Белорет яғы урыҫтарына алып барып өҫтөн бөтәйтә, көнкүреш әйберҙәренә алмаштыра. Ғәбитә урман ҡымыҙлығын йөкмәп, егерме саҡрымдай арауығындағы Белорет баҙарына йөрөй. Белорет урманы ҡымыҙлығы шыршылай һырғый, тәмле, үтемле.

 

Ат бышҡырҙы. Алып килгән әйберҙәрен өйгә индерергә булғайны, тупһаны аша атлаған кендек әбейе күренде.

 

– Һөйөнсө, Зата, ҡыҙың бар. Нурия тип өндәшерһең. Тормошоңа нур булып, килен менән икәүегеҙгә – ҡыуаныс, ҡартайған көндәрегеҙҙә йыуаныс булһын, Аллаһ бирһә, – тип ҡаталарын ҡағып кейеп, ҡайтырға ыңғайланы.

 

– Сабый кендеген ҡырҡҡан инәһенә оҡшар, тиҙәр. Әйткәнең юш килһен. Һинең һымаҡ үткер телле, йомшаҡ һүҙле, күңеле һәр кемгә асыҡ, йомарт булһын. Бер самауыр сәй, флүр яулыҡ, – тип күршеһен ҡыуандырҙы ир.

 

Йыһан илселәре юрағансы, сабыйға әсәһенең ҡуйынына һыйынып, май өҫтөндә йөҙгән ҡаймаҡ кеүек йәшәргә насип булманы. Ғүмер биргән яҡындары тәүҙә “Батрак” артелендә бил бөктө. 1929-1930 йылдарҙа илебеҙҙә коллектив хужалыҡҡа берләшеү сәйәсәте уҙғарылды. Тиҙ арала фермалар төҙөлдө. Ил күргәнде улар ҙа күрҙе. Йөҙәрләгән эре мөгөҙлө малды Зата ағай тауҙар буйында ашатып Ҡолсоғаҙы йылғаһына ҡыуа. Алай ҙа ғына күрше әбей сабыйға күҙ-ҡолаҡ та йоҙаҡ. Ғәбитә апай иртә таңдан һыйыр һауырға ашыға. “Майташ” колхозында эш йәнләнде. Йылға буйында кәбеҫтә сәстеләр. Ҙур булмаһа ла, ялан тултырып иген сәсеп, ураҡ менән урып-йыйып алып, Ирәндек менән Ҡырҡты араһындағы Оло Ҡыҙыл буйындағы тирмәнгә тарттырырға ташыйҙар.

 

Аллаһҡа шөкөр, бәрәкәтле ерҙә күккә ынтылып ҡарағай ҡолас йәйеп үҫә. Күмәк хужалыҡҡа мал-тыуарға һарай, мәктәп төҙөргә лә сеймалы бар.
Һин дә мин йәшәп ятҡанда, аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек, Нурияның әсәһе сәсрәп ауырып китте. Түшәгенән ҡалҡып тора алмай, хәле үтә мөшкөлләнгәс, атаһы ҡаланан доктор алып килде. Уныһы ауыр тын алған әсәһенең үпкәһе серегәнен белдерҙе. Йәйен-ҡышын аяғынан эрзин итеген сисмәгән ҡәҙерлеһенең эҫе-һыуығы бәкәлдәренә тиклем яндырып-туңдырып, аяҡтарынан яҙҙырғанын аңламай әле бәләкәс.

 

Ҡыҙый уның янында, кәзә бәрәсеме ни, һикерәңләй, уйнаҡлай, ҡулдарынан тартып торғоҙоп, урамға алып сыҡмаҡсы. Ысынлап та, әсәһе бөгөн тороп ултырҙы, күҙҙәре түңәрәкләнеп йылмайғандай, хатта ҡыҙын янына саҡырып, сәсен тарап үрҙе, арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡыуандырҙы. Ҡыҙы алам-һоламдан ҡурсаҡ әтмәләне, уны ҡосаҡлап йоҡоға талды.

 

Ҡоҙабиғә өләсәһе уны иртә таңдан өйөнә алып ҡайтты. Нурия өс йәшендә әсәһенән ҡалды. Ҡыҙ бала, тере ҡояшын юғалтҡан кеүек, унда-бында һуғылды, инәһен юҡһынып, ишек асылып китер, берҙән-бере күренер, тип өмөтләнде. Урамда әхирәттәре инәләренә атлыҡһа, ул да

 

өйөнә сапты. Атаһы, ҡыҙын йәлләп, башҡа ҡатынды янына юлатманы. Әммә...

 

Был фани донъя ҡалай рәхимһеҙ, күҙҙәрен мөйөшкә терәп, ҡатып ҡалған бөртөгөнә михнәт кәртәһен ҡуйған. Әллә Күктәрҙән ебәрелгән ҡанатлы фәрештәләр ундайҙарға миһырбанлыҡ күрһәтмәйме икән? Таң һарыһынан эшкә йүгерә-атлай киткән атаһы ла юҡҡа сыҡты. Әлеге лә баяғы күрше әбей уны үҙенә һыйындырҙы. Колхоздың айғыр үгеҙе әрәм иткән шул атаһын... Бер нисә көндән уларға әбей-һәбей, ҡарт-ҡоро йыйылды. “Атайың алыҫҡа балнисҡа китте. Унда һәйбәт духтыр бар, тиҙәр. Йүнәлһә, ҡайтыр...” – тинеләр.

 

Атаһы башҡаса өйҙөң ишеген асманы. Бар ғына кейемдәрен төйөнсөккә төрөп, күрше өйгә күсенде. Алтмышҡа ауған әбей яңғыҙы көн күрә. Иш янына ҡуш булып, икәүләп донъя йөгөнә егелделәр. Абҙаҡ ауылы урман ҡамауында, ағасы өҫтөңә ауырға тора. Ҡул бысҡыһын тартырға, ботаҡтарын ботарға, ярырға, ҡарамалы санаға тейәп ташырға эшкинде ҡыҙый.

 

Бер бүлмәле уҫаҡ өйҙө йылытырға етерлек утынды хәстәрләнеләр. Һыйыр һауырға, һөтөн эшкәртергә өйрәнде ҡыҙ бала. Бәләкәй ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яғалар, таңға өҫтөндәге ойошҡан ҡаймағын көрөшкәләп һоҫоп алалар, ойотҡан ойоталар. Ҡайынлыҡ, ҡарағай араһындағы турғай еләктәрен ашап, бесән әҙерләйҙәр. Был ғүмер тигәнең, үкел өләсәһе әйткәнсә, көн дә аҡҡан һыу кеүек уҙа икән. Нурия ҙурайып, күҙгә күренә башланы.

 

– Мөмкинме? Һауҙармыһығыҙ! Хәлдәр нисек? Утын-бесән кәрәкмәйме?

 

– Нәҙек оҙон ағай баш кейемен ҡулына алып, ширлектән урын алды.

 

– Әкренләп, әкренләп, Аллаһҡа шөкөр! Теге бригадир Хәжжәтте сырамытам. Шул түгелме? Ни йомош? Ҡыҙыма күҙ теймәһен, Хоҙай тәүфиғын, ғүмерен бирһен. Икәүләп утынын тырыштырабыҙ.

 

– Ишеттем, ишеттем. Колхозға эшкә әйтергә индем.

 

– У-у-уй... Бәләкәй бит әле. Былай ҙа колхоз һарыҡтарына миндеген бәйләргә ҡушалар, ағас ултыртырға ла йөрөйсө, ҡарышмай. Ниндәй эш тағы?

 

– Фермаға һауынсы кәрәк.

 

– Һе, һауа алырмы икән? Ҡыҙым, Нуриям, ни тиер?

 

– Ярар, сығырмын.

 

– Һе, беләктәренә ҡара, йомро, тығыҙ күренә... Һыйыр һауырлыҡ ҡына көсө бар, инәй, ҡайғырма.

 

– Һау булып тор, улым, миңә йәшәргә күп ҡалманы. Ҡыҙымды рәнйетмәгеҙ, зинһар...

 

– Ҡоҙабиғә инәй, әйтәһе һүҙҙәремде онотоп торамсы, тигән кеүек сирышҡан йөҙөн ситкә борҙо.

 

Үҫмер ҡыҙ, ысынлап та, беләктәремә көс ҡунғанмы икән, тип бәләкәй генә көҙгө ярсығына баҡты. Ҡоңғорт түңәрәк йөҙлө, күҙҙәрен дуғаландырып тормаһа ла, тәңкә менән һыҙған кеүек оҙон ҡара ҡашлы, бөрөлгән иренле, уймаҡ танаулы ҡыҙ ҡарай. Ауыл балаһы ни, эшкә бешеп үҫә инде ул, беләгенә көс ултырғанын, әйтмәһәләр ҙә, белә.

 

Ун өс йәшлек Нурияға өйрәтеү кәрәкмәй, был һөнәр уға “ике тин бер аҡса” тигән кеүек, ғәҙәтенә ингән. Ул ғына түгел, тормош тигән ғүмер һаҙлығының бөтә ҡанундарына яраҡлашырға, кәрәкле мәлдә көсөнән килмәгәнде ҡырталашып башҡарырға, еренә еткереп үтәргә өйрәнгән. Ата-әсә наҙын, һөйөүен татымаған бала һәр йылы ҡарашҡа, йомшаҡ һүҙгә ирей, албырғай. Ҡоҙабиғә өләсәһе лә яҡты донъя менән хушлашты.

 

Бригадир Хәжжәт ағай ҡыҙҙың егәрлелеген күҙ уңынан ысҡындырманы. Йәш беләктә көс күптер, иң таҙа, ҡуйы һөт тә уныҡы, һәр эшкә алдын, өлгөр, тип маҡтап туймай. Бар һауынсыларға өлгө итеп ҡуя, уға тиңләшергә саҡыра.

 

Бөгөн хужаға ниндәйҙер ят кеше эйәргән. Һәр һауынсы янында туҡтап, нимәлер тураһында һүҙ бутҡаһы бешерәләр.

 

– Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Гөбөрләтеп һауа. Һәүкәштәре лә тибешә белмәй. Яраталар үҙен. Бындай ҡыҙ үҙебеҙгә кәрәк, ысҡындырмайыҡ, – тип эргәһендәге егеткә күҙ ҡыҫты бригадир.

 

– Үҙем яратҡас, улар ҙа шулай инде, – тип тулы күнәген һөҙөп, бидонға бушатты Нурия.

 

– Урман хужаһының улы... – эргәлә торған Хәтиә апай уның ҡолағына шыбырлап өлгөрҙө.

 

– Түрә улы, тимәк... – тип уға күҙ һирпте Нурия. Мыҡты кәүҙәле егет уға ҡарап йылмайҙы.

 

– Ниңә шул тиклем тексәйәгеҙ, әллә миңә тоҙ һирпкәндәрме? – тигән булды ул, өҫ-башын ҡаҡҡылап.

 

– Юҡ, юҡ, борсолмағыҙ... Оло ғына апайҙар араһында томбойоҡ сискәһе кеүекһегеҙсе... Иң матур сискә... – тине егет уңайһыҙланып, ҡарашын аҫҡа төбәп.

 

– Сискә түгел, сәс-кә-ә-ә. Томбойоҡ, томбойоҡ, ниңә күңелең бик бойоҡ... Ҡуйсәле, томбойоҡҡа тиңләмә, йә шул сәскәләй һарғайырмын, кибермен, – тип биҙрәһен ҡулына алып яуап ҡайтарҙы сая ҡыҙ.

 

– Дөрөҫөн әйтәһең, һине күргәс тә йөрәгем ситлегенән сығып ҡына бара, – тип ҡулын түшенә ҡуйҙы уныһы. Ух-ти, шым ғына күренһә лә, батыр ҙа икән үҙе. Ҡыҙ ялт итеп уға әйләнеп ҡараны.

 

– Ярай, йөрәгеңә май булып яғылырмын, – тине лә, салт әйләнеп, биҙрәһен сайҡарға шарлап аҡҡан Ҡолсоғаҙы йылғаһына ыңғайланы. Егет тә ебегәндәрҙән түгел икән, ҡулдарына күҙ эйәрмәгән, етеҙ, сискен, егәрле һауынсыны үҙ итеп, артынан эйәрҙе. Һауын биҙрәһен сайҡай торғас, ҡапыл әйләнеп, егеткә һыу сәсрәтте. Өлөшөнә төшкән көмөшө түгелме, уныһы ала ҡайынлыҡ араһынан артынан сапты. Йылғыр тейенме ни, эләктерерһең уны? Ҡайҙа? Әллә ен аҙаштырҙымы? Әү! Әү! Әү! Урман төпкөлөндә шәүлә салынды. Ялбыр суҡлы ҡайынды ҡосаҡлаған – теге ҡыҙ!

 

– Ҡайынды ҡосаҡлама, мине... – тип шаяртты егет, уның ҡамыш сәстәренә үрелеп. Ҡыҙ ҡапыл ситкә тайпылды. Күк йөҙөнә текәлде. Күк ҡабағында: “Ҡыҙ йыйнаҡ булһа, егете лә тыйнаҡ булыр, – тип доға урынына ҡабатлап торған әсәһе урынына ҡалған Ҡоҙабиғә әбейенең йөҙө сағылды. – Батыр бул, батырлыҡ – ярты бәхет”.

 

Әйҙә, егет, тормош ул – иҫ киткес илаһи мөғжизә. Ишһеҙҙең осорға ҡанаты юҡ. Парлыларға бәхет ҡапҡаһын аса, тиҙәр. Әҙәм балаһының маңлайына бер генә ғүмер яҙылған. Яңылыш ҡына ҡағылһаң, дәләйләнеп, киреләнеп, түңкәрелергә һорамаҫ. Тормош ҡанундары шулай. Хаталанма, иблис һәр аҙымыңды гонаһҡа тарттырырға атлығып, елкәңә сат йәбешергә әҙер. Мөхәббәтлеләргә сөхбәт тә тәхет. Ундайҙар Күктәрҙең етенсе ҡатына күтәрелә. Фәрештәләр аҡ мамыҡ ҡауырһындары менән ғашиҡтарҙың исемдәрен зәңгәр күк көмбәҙенә теркәй. Байҡағыҙ Күк йөҙөн! Ана, ҡояш байышында “Нурия” һәм “Йәмил” тигән аҡ болот таҫмалағы яҙыуҙы күрәһегеҙме?!

 

...Был икәүҙең яҙмыштары нисек булыр, сәстәре сәскә бәйләнерме? Хоҙай Тәғәлә әҙәмдең күрәһеләрен маңлайына яҙа, хатта ки һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тигәндәр ҙә бар... Нурияға бөгөн Күк ҡабағын астымы? Офоҡтан алтын ҡояш уға ғына көлтә нурҙарын мул һирпәсе... Йылға уларға ҡушылып, туҡтауһыҙ шарлап йырлай. Ҡоштар ике йөрәккә бәхет юрап, бер-береһен уҙҙырып сутылдай. Һин булмаһаң, мин булмам, мин булмаһам... Күҙҙәр өнһөҙ серләшә. Был – мөхәббәт.

 

Нурия Йәмилдең күкрәгенә башын терәне. Егет йөрәге дөпөлдәп, ҡулдарын усына алды. Йөрәктәр ут ялҡынында дөрләп яна. Түрә балаһы Йәмил урман хужалығын етәкләгән атаһына ярҙамсы икән. Ала ҡайынлыҡ уларҙың һөйөү урманына әүерелде. Йәштәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, кәңәштәре беректе. Эшкәртергә бүленгән диләнкәнең ағастарын йыҡҡандан ҡалған ҡара-ғораһын Нурияның кәртәһенә ауҙартты. Егет бөгөнмө-иртәгәме һөйөклөһөн ата-әсәһенә күрһәтәсәк. Улар уңған, тәрбиәле Нурияны һис шикһеҙ үҙ итер.

 

Нурия атаһы менән әсәһе йәрәшкән саҡтағы күлдәген һандығынан сығарҙы. Йәйғор төҫөндәге атлас таҫмалар һалынған, ең остары ҡыршаулап, ҡалынса бөрләтиндән тегелгән. Түшенә ҡып-ҡыҙыл мәрйендән теҙеп тегелгән Ҡоҙабиғә әбейенең селтәрен таҡты. Матурлығы... Ҡасандыр Белорет баҙарынан атаһы һатып алып килгән тәпәш калуш уның үҫеп буй еткергәнен күптән көтөп һандығына йәшенгән. Сәсенә кендек инәһенең сулпыларын алып тағып, бәләкәй көҙгөгә ҡарап өйөрөлөп-сөйөрөлдө.

 

Ат бышҡырҙы. Егет үрелеп, ҡыҙын алдына ултыртты. Абҙаҡ ауылынан бер саҡрымдай үрҙәрәк, тәпәш тау буйында ҡарағайҙар араһында алты мөйөшлө өй янында туҡтанылар. Ишек асылды. Ебәк күлдәктән, сәстәрен башына ҡупшы өйгән ҡатын килен була торған ҡыҙға сетерәйҙе. Ике күҙе уның аяҡтарында... Нурия уңайһыҙланып, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫҡыланы. Шул ваҡытта йөҙөндә йылмайыу ғәләмәте салынды.

 

– Таныш бул, әсәй, киленең булыр, ҡабул ит, – тине Йәмиле, Нурияға ҡарап йылмайып. Ҡәйнә булыр кеше тәкәббер, һауалы, танауы буйына ҡарап, өйөнөң ишегенә үрелде, шап иттереп ябып ҡуйҙы. “Үҙем ишеләргә генә рөхсәт” тигәнгә ишара ине был ҡылыҡ. Еҙ самауыр борҡолдап ҡайнай, әммә ҡәйнә була торған ханым сәйгә әйҙүкләп маташманы.

 

– Кем ҡыҙы булаһың? Ҡайҙа эшләйһең? Минең улым уҡыған, Белоретта белем алды...

 

– Яңылышаһың, әсәй, Нурияны яратам, уға тиң юҡ. Әсәй кеше, Нурияны ҡабул итмәҫен һиҙҙереп, тышҡа атылды.

 

– Байһығыҙ. Әсәйең мине хәйерсегә тиңләй. Ата-әсә ризалығы булмағас, беҙгә бәхет ҡунмаҫ.

 

“Күкрәк һөтөн имеҙеп, һине әҙәм иткән әсәнең рәнйеүенән ҡас, балам...” Ҡолағында кендек инәһенең әйтеп ҡалдырған нәсихәте яңғыраны. “Аҡса беҙгә япраҡ, сәй беҙгә тупраҡ” тигән кеүек булды. Уйламай ҡарар сығарған әсәнең аңын байлыҡ томалаған. “Йәтим күңеле – быяла, саҡ ҡына ҡағылһаң, ыуала”. Йөрәгендә яралған сәскә атырмы, һулырмы? “Ярамай, ярамай беҙгә бергә булырға?!” – тип тулҡынды ҡыҙ йөрәге. “Уңмаған юлды ҡыума, кеше бәхетенә аяҡ салма. Бәхетең ҡараға әйләнмәһен...” Эй, ошо инәһен, әллә әүлиә булғанмы?
Теҙгенен өҙөп ҡасҡан ат кеүек, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, Ҡолсоғаҙы йылғаһына ҡарай йүгерҙе. “Нурия-я-я...” Бер секундҡа ғына туҡтап, артына әйләнеп ҡараны, тал сыбыҡтарының йөҙөн һыҙырыуын тоймай, ен тиҙлегендә, ҡайҙа баҫып ни эшләгәнен дә һиҙмәй, өйөнә инеп урындығына ҡоланы. Мейеһен һеңгеҙгәнсе һуҡтылармы... Аяҙ көндө йәшен уғы теүәл генә уға килеп бәрелдеме... Яҡты донъянан төңөлгәндәй, үҙағасы мәңге һынмаҫ имәнгә әүерелде. Әсә уның бөртөк кешелек сифатын да күрмәне, күрмәне генә түгел, күҙенә лә элмәне. Шундай тәкәббер, ҡаты ҡарашлы, буй етмәҫтәй, өҫтән генә күҙәтте ул уны. Ниңә? Ни өсөн? Ниндәй ҡыҙҙы һайлар ине бөртөк улына? Уның күҙ йәштәреләй саф хистәрен ергә һалып тапаны бай бисә! Байҙар ғына мөхәббәтле була аламы? Ниндәй була икән бәхетле бай ҡатын? Үҙе бәхетлеме икән? Әстәғәфирулла! Көфөр һөйләйемсе? “Тормош – башыңа ормош, балам. Күпте күргән, күпте кисергәнмен, быға йәштән инанғанмын. Түҙеп булмаҫлыҡ хәлдәргә тарыһаң да, үҙ йүнеңде үҙең күр. Бәхеттең нигеҙе – хеҙмәттә. Ҡайғы-хәсрәттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың да дауаһы шулдыр. Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе юл яра...” – тигән ине инәһе тәсбихен тартып.
Мендәренә күҙ йәштәре тәгәрәне. Туҡта! Ебергәме... Тилегә тиле тигән һайын дегәнәк буйы һикерә, ти. Байбисә бушҡа алйыманы. Ҡупырайыр мал-мөлкәтем, хатта оҙатылып барырға бирнәм дә юҡ. Таңғы ысыҡтарҙы йырып, йәйләүгә ашыҡты. Үҙенә йылмайып баҡҡан ҡояш апайына күҙ ҡыҫты ла беләгенә күнәген элде. Гөрөлдәтеп һауған һөттән быу күтәрелде.

 

Был ваҡытта, яһил уҡ булмаһа ла, уҫал Гөлйыһан ҡылған ҡылығын бизмәненә һалып үлсәй ине. Көноҙоно буласаҡ килененә булған иғтибарына үҙе аптырап, албырғап ҡалды ҡәйнә була торған ҡатын. Бейек күтәрмәле йортҡа бөртөк улы алтын-көмөшкә төрөнгән, зат-ырыуы тирә-йүнгә билдәле ырыуҙан тормош юлдашын һайларға тейеш һымаҡ күренә ине лә... Ана, нисек килеп сыҡты.

 

Серегән бай ҡыҙы, үҙе лә атаһы йылҡыһын көткән Ғөбәйҙулла менән һаташты. Уның йомшаҡ тауышына, ыҫмалалай ҡап-ҡара сәстәренә, аҡыллы

 

һоро күҙҙәренә, үҙенә булған йылы мөғәмәләһенә майҙай ирене. Һарайҙа бейә ҡолонлаған. Ҡыҙҙың ҡолоҡайҙы яратҡанын күргән егет:
Буй-һыны ла һомғол, тояҡтары ҡураймы ни, текә, туры. Ҡара әле, атлап китеүҙәре... Әйтәйемме, кем кеүек?
Ҡыҙый яурынын һикертте.

 

Һинең кеүек.
Мин ниндәй?
Көмөш тояҡлы, һөрмәле күҙле...
Тағын...
Илгәҙәк, һөйкөмлө, алһыу битле...
Тағын...
Маңлайында йондоҙо бар, әйҙә, бәләкәскә Йондоҙ тип өндәшәйек. Ҡыҙыйҙың түбәһе күккә тейә, үҙен көҙгөнән ҡарап туймай. Тимәк... Ғөбәйҙулла уны ярата! Ҡолоҡасы менән ҡуша Гөлйыһан да буйға үҫте, йөҙҙәре алһыуланды. Үҙенән ун йәшкә оло ирҙең һөйөү тулы ҡараштарынан оялды, яҡлауын тойҙо. Еткән ҡыҙының йылҡылар янында уралыуын әсә кеше өнәмәне. Көтөүсе янында оҙаҡ юғалып торғанына һағайҙы һәм иренә был турала аңғартты. Атай кеше тиҙ арала сетерекле хәлгә нөктә ҡуйҙы. Алдағы оло йомала тамъян ырыуы байы- нан ҡоҙа килеп төштө. Йондоҙона атландырып, етәкләп сығырға
торғанда атаһы оҙон сыбыртҡыһы менән Ғөбәйҙулланы яра тартты.
Йолҡош! Юғал күҙемдән! Аҫрауға алын&#1

Гөлйыһан! Иренең тауышына терт итеп ҡалған ҡатын албырғап, самауырына йәбешкән булып, ул-был ерен һөрткөсләне. Уф, асыҡтырҙы... – тине уныһы. – Диләнкә бүлдек. Йәмил ҡыҙын күрһәтәм ти ине. Эйе, атаһы. Егәрле, бөтмөргә оҡшай. Дөрөҫ, улым – үҙемдең уҡыусым. Эше булһын, ашы ла, тигәндәй, өҫтө лә ялтырап торһон, донъяһы ла. Ҡайҙан, кем балаһы? Шуныһы шулай ҙа, тик... Нимәһе тик? Иҫләйһеңме, ауыл осонда бер әбей етем ҡыҙҙы индереп алған, тигәндәрен? Әллә шул аҫрауҙы алып килгәнме? Кеше кеймәгән кейем кейә, ашамағанды ашай, кәләш һайлай белмәй. Ебегән! Үҙенә тиңде күрмәгән, әлбиттә! Байҙар тоҡомонан икәнен онотҡан! Бынау гәлсәр шәмдәлдәр, бейек күтәрмәләр, ике ҡатлы йортто кем өсөн төҙөттөк? Фарфор сынаяҡтар, төрөк келәмдәре... Йә, Хоҙай! Әҙәмдең күҙенә нисек ҡарарбыҙ... Килен үҙебеҙҙең ҡатламдан булырға тейеш! Ишек төбөндә улы күренде. Ул хәйерсе балаһын иш итһәң, үҙеңә үпкәлә. Ана бара юлың! Тупһама баҫтырмайым! Улы тиреһенә һыймаған үгеҙ хәлендәге атаһына һүҙ ҡушып торманы, үрге ҡаттағы бүлмәһенә инеп бикләнде. Йәмил таңдан Нурияны барып күрергә уйлап башын йомшаҡ яҫтыҡҡа терәне, әммә бөгөн булып үткән хәлдәр уға тынғылыҡ бирмәй, йоҡоһо осто. Ни эшләргә? Урлап алып ҡасырғамы? Теләһә ниндәй мөйөштән таптырасаҡтар. Хәҙер үк Нурияны күрергә кәрәк. Тәҙрәһе тапҡырында үҫкән ҡарт уҫаҡ ағасының ботағына тотоноп аҫҡа һикерҙе лә төн ҡараңғылығына инеп юғалды. Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйында үлән утлап йөрөгән аттың тышауын сисеп алып ауыл осона сапты. Ел ҡапҡа төбөндә атын бәйләп, кеҫәһенән йоҡа туҙ киҫәген алып, һандуғас булып һайрап ебәрҙе. Тәҙрә ҡорғаны ҡыбырланы. Таң атҡансы ике һандуғас сут-сут килеп кәңәш-төңәш итте. Үзбәкстан яғына китәйек, – тине егет һөйгәненең күҙҙәренә тулты- рып ҡарап. Белмәгән-күрмәгән ят ерҙәргә ҡалайтып барырбыҙ?.. – тине Нурия, ни әйтергә белмәй. Белорет баҙарында күренә ул яҡтың халҡы. Ниңәлер башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын яраталар, уларҙы үҙҙәре яғына барырға өгөтләйҙәр. Йәмил! Юҡ, аҡыллым, юҡ-бар нәмә уйлама. Икәүләп! Дөм ҡараңғы төндә йоҡламағандар була икән шул. Ике йөрәктең серләшеүенә шаһит, ут күрше өйҙөң ҡапҡаһы төбөндә сүкәйеп, уларҙың күгәрсен кеүек гөрөлдәүҙәренә көнләшеп, “ах” итеп, сығырынан сығып ҡолаҡтарын ҡарпайтып маз була. Ул – Мәүфилә. Ярлы ғына булһа ла, оһо, бай, ҡупшы егетте эләктергән! Өҫтөнә кейергә йүнле күлдәге юҡ, аяғында тәпәш эрзин кәлүш, башындағы яулығын күрмәнеме икән, тинтәк? Күк йөҙөндә арлы-бирле йондоҙсоҡтарҙан башҡаһы емелдәмәй. Йөҙҙәре күренмәй, тауыштарынан таный уларҙы. Ҡара болоттар араһынан йөҙөп килеп күренгән төн ҡунағынан тыш бүтәндең барлығын һиҙмәгән ике йөрәк тормош биттәрен яҙырға әҙерләнә. Төнгө һиллектә тауыш тиҙ тарала, тыңлап торғанға һәр һүҙе асыҡ ишетелә. Мәүфилә күршеһенән биш йәшкә оло, әммә ошоға тиклем уға мөхәббәт йырҙарын йырлаған, һөйөү һүҙҙәрен яуҙырған, һәҙиә бүләктәре биреп, уның өсөн йән атҡандар булманысы... Ҡайһы ере артыҡ һуң етемәктең? Йә, Хоҙай, берәй сараһын күрергә ине... Тороп тор әле, атаһы бай ҡулында эшләй ҙә... Серегән бай. Әстәғәфирулла тәүбә! Тауыҡ кетәгеләй өйҙә йәшәгән Нурияға эйәләгән бынауындай фырт нишана! Хоҙайҙың күҙе юҡмы әллә? Атаһының арбаһына ултырып эшенә барғанда күрә ине уны. Затлы күлдәк, ебәк яулыҡ ябынып, ялтыр туфли кейеүе менәнме ни... Күҙенә элгән, өләсәһе әйтмешләй, күңел күҙе күрмәгән. Исемең сыға, тип уйынға ла сығармайҙар, эшкә лә йөрөтмәйҙәр... Ултыраҡ ҡыҙ булып йәше үтеп бара шул... Аяҡ остарына ғына баҫып өйөнә атланы. Шығырлап торған ҡарағай өйөнөң бер бүлмәһе түбәһенә эленгән шәмдең милтәһенә ут ҡабыҙып, торбаһын ҡуйҙы. Бәләкәй генә көҙгө йо- ратына ҡарап, бит-йөҙөнә күҙ йөрөттө, ҡаштарын һыпырҙы, сәстәрен һыйпаны. Матур сихри төндәрҙә кемделер көтөп, ата-әсәһенең тәмле йоҡоһонда ҡапҡа тышындағы ултыраҡҡа ла сығып әйләнгеләй. Әсәһе әллә кем булып, “етемәк, мөхәббәтһеҙ” тип Нурияны яратмай һөйләнә, үҙенең ҡыҙы тураһында бәләкәй уйланмаймы икән? Тыуыр көндөң шәфәғе лә тәҙрәлә уйылды, башын яҫтыҡҡа терәне. Таң һарыһынан урман эшенә атын еккән атаһы янына атлығып сыҡты. Атай, гелән өйҙә ултырып ялҡтым. Урман һауаһын һулағым килә. Ҡыҙының һурылып киткән йөҙөнә ҡарап, атай кеше: Әйҙә, сәй генә һемереп алайыҡ та. Әсәйеңә әйтергә онотма, – тине. Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйында туҡтап, атай кеше күпереп үҫкән бесәнде сабып, арбаһына түшәп, таңғы һауаға туймағандай, танауын өҫкә сөйөп алға ыңғайланы. Ҡуйы ҡарағайлыҡ араһындағы бәләкәй өй янында аттарын текмәгә бәйләп, эскә үтте. Ниндәйҙер ҡағыҙ тотоп, раз- нарядка тиҙәрме, атаһы күренде, ат юлы буйлап өҫкә тартылдылар. Эшселәр күккә ашҡан эре ҡарағайҙарҙы арҡыры бысҡы менән бысып ауҙара, ботай, аламаһын ситкә өйә. Аҙаҡ бүрәнәлектәрҙе тартып сығарып, балта менән ҡабығын әрсейҙәр. Баҡтиһәң, улына өйлөк ағас әҙерләтеп, буралатырға йыйына. Аттары ситтә тышаулы, үләнгә сат йәбешкән, себен-серәкәйҙән йонсоп ара-тирә ҡушҡылдап ҡуя. Ҡайһы саҡ туҡтап, йонсотҡан ләпәктәрҙе оҙаҡ ҡына ҡойроғо менән туҡтауһыҙ ҡыуалай. Ҡан эскес күгәүен, бөгәләк бигерәк әсе тешләйҙер, ахыры, бахырҡай, тышаулы көйөнсә һикерәңләй. Уны йәлләп, ҡыҙ йәш ҡайын ботағынан миндек-елпеүес бәйләп, ҡыуалап маташты. Ғыжылдаған тауыш ҡолаҡҡа салынды. Урман хужаһы үҙе! Ул ялбыр ҡайын күләгәһендә йәшенеп торған ҡыҙҙы абайламаны, өҫкә атланы. Мәүфиләнең йөрәге күкрәге ситлегенә һыймай тулай. Аяҡ аҫтына ташлаған миндеген берәмләп һындырғылағансы байтаҡ ваҡыт үтте. “Ауыл етемәге урман хужаһына килен булмаһын әле...” Машина тапҡырына барып, ар- тына боҫто. “Үзбәкстанға йыйына икән бынауылар... Бармай тороғоҙ әле! Аттың дуғаларында атлас таҫмалар елберләтеп, бай егет ҡуйынында мин барһам ни була? Күрһәтәйем әле кем икәнемде хәстрүшкә...” Кабинаның ишеге асылды. Тертелдәп, аяғүрә баҫҡан ҡыҙҙы күреп: Ни йомош? Һин кем? Тапалаһың бит! – тине аптыраулы ҡарашы менән уны үтә ҡарап, кабина эсенә һыңар аяғын һуҙҙы Йәмилдең атаһы. Ней, мин... Һеҙгә әйтер һүҙем бар ине. Улығыҙ Нурия менән йылы яҡҡа ҡасып китергә йыйына. М-м-м... Ҡайҙан беләһең? Әйҙә, һылыу, яныма ултыр. Берәйһе ише- теп ҡалыр. Нурия күршелә генә йәшәй. Егете – һеҙҙең улығыҙ, тиҙәр. Кисен гәпләшкәндәрен ишетеп торҙом. Ут күрше, тиһең инде. Ниңә бергә уйнап үҫкән күршеңде һатырға уйланың? Улай ярама-а-ай! Оят! Машина урынынан ҡуҙғалды. Бына һиңә мә... Таптың бәхетеңде. Әсәһенең бер туған һеңлеһе, ғүмер баҡый ирһеҙ Басира апай: “Кеше бәхетенә үрелмә...” – тип үҙенең уңмаған тормош юлын сурыта ине. Һе... – Күңелең булдымы, бәпесем?.. Уйға батҡан ҡыҙ атаһының килеп атын егә башлағанын һиҙмәгән. Яуап һауала эленеп ҡалды. Юлының уңмағанына әсенеп үртәлеп, Мәүфилә уртын ҡанатҡансы тешләне. ...Йәмилдең атаһы ҡалалай донъяһына уҡтай атылып, йомшаҡ ҡәнәфиһенә тәгәрәне. Һалҡын аҡыллы булырға, хәләле менән кәңәш ҡорорға кәрәк. Берәүҙән икәү яҡшы, уйҙың осона сығып булмай, был мөхәббәт тигән нәмә башты ҡаңғыртырға эшкинә. Атаһы мәрхүм һүҙенән сыҡманы, уға арҡаланды. Уның һүҙе – фар- ман! Ете диңгеҙ аръяғынан, тигәндәй белмәгән-күрмәгән Гөлйыһанды ҡоҙаланы, йәшәне лә киттеләр. Баштараҡ, эйәһенә эйәләшә алмаған башмаҡ кеүек, ҡырағайланды, күндерҙе барыбер уны Исмәғзәм. Һөйөү, мөхәббәт тигән нәмәне уйламаны-уйланманы, насар йәшәмәйҙәр былай. Яңғыҙ бөртөк Йәмиле һүҙен һүҙ итмәй маташа. Эх, Йәмил, Йәмил... Әкиәттәгеләй сибәр Кәнитә – хур ҡыҙына атайың да ымһынғайны. Ата һүҙен йыҡманы, Гөлйыһанға өйләнде. Ни эшләргә? Һе... Йәмилен Ғөбәйҙуллам тинеме... Теге көтөүсе егеттекеме әллә? Туҡта, туҡта... Йә, исемен үтә йомшаҡ тауыш менән өндәшә. Ошоғаса белмәгәнменме, алйот. Юҡ, хәләлем минең алда – гонаһһыҙ сабый. Хоҙай Тәғәлә улын кәмһетмәгән: төҫ-ҡиәфәте, холҡо – бар яҡтан да үҙе ҡоҫҡанмы ни, үҙенең күсермәһе... Әсәһе, тим, әсәһе, һин ҡайҙа? Әйҙә, бисәкәй, бик сетерекле хәлдең осона сығып булмай. Ни эшләргә? Улың, Ғөбәйҙуллаң, әй әттәгенәһе, Йәмилең теге ҡыҙын Үзбәкстанға алып ҡасырға йөрөй? Ни әйтерһең? Ҡыҙмай тор әле. Уға көҙөн ун һигеҙ тула. Былай ҙа әрмегә китер. Калушлы етемәктең ҡорһағы моронона еткәнен көтәйекме? Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡмайыҡмы, тим, әсәһе? Ҡапылғара албырғап ҡалған Гөлйыһан ҡулындағы сәйнүген ҡайҙа ҡуйырға белмәй сәбәләнде. Әллә, тим, атаһы... Нимәһенә дәләләндең дә киттең әле? Ғүмер буйына йыйған хазинабыҙға хәйерсе балаһын хужа итмәксеһеңме? Ҡалалай донъя, тауыҡ кетәге түгел, был тирәлә бер йорттор. Һинән быны көтмәгәйнем, бисәкәй. Ярар, әйҙә, һинеңсә булһын. Иртәгә ҡалаға юл төшөп тора, военкоматҡа һуғылырмын. Сәғәт ундарҙа Исмәғзәм унда ине. Военком урыҫ милләтенән Васи- лий Петрович йомошон иғтибар менән тыңланы, ни өсөн көҙҙө көттөрмәгәнен асыҡлап торманы. Сығыр саҡта: Ил яҙмышы ирҙәр ҡулында, башҡорт егеттәре арыҫланға тиң, батыр яугир башҡорттоң ошоғаса еңелгәнен күргәнем, ишеткәнем булманы, иптәш, кем тип әйтәйем? – тине ҡулын ҡыҫып. Исмәғзәм Әбелғата улы булам. Яҡыныраҡ урында хеҙмәт итһә, әсәһенең бөртөк улы бит ул. Ҡарармын. Әммә... Исмәғзәм уның күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш, уй, бәлки, әйтеп бөтөрмәгән шипкертте шәйләне. Бер аҙнанан Йәмил ил һағына баҫырға юлланды. Ала ҡайынлыҡ араһында ҡарт аҡ ҡайын уларҙы һуңғы тапҡыр ҡаршылап, ҡосағына алды. Көт мине, Нуриям, көт. Хаттар яҙып тор. Өс йыл өс көндәй булыр. Минең һөйөүемә икеләнмә. Бәғерем... – Йәмил еңелсә ҡыҙҙың сәстәренә ҡағылды. Ҡапыл эргәлә һандуғас һайраны. Ана, һандуғас та сутылдап, минең һүҙҙәремде ҡеүәтләй. Нурия һөйгәненең күкрәгенә башын терәне. Бер-береһенең йөрәк ти- бешен тыңлап, алһыу ҡояш нурҙарының офоҡта балҡығанын да һиҙмәгәндәр. Ҡасандыр Хоҙайҙың бер ҡоло һыуһап-сарсап, сүместәй генә соҡор уйып, урғылып сыҡҡан ти бит ошо йылға. Эх, гелән һөйөү утына янған йөрәктәр, ошо Ҡолсоғаҙы йылғаһылай, шаулап, шарлап, шашып мәңге типһендәр ине... Мәңге ҡартаймаҫ йылға уларҙың сөкөрҙәшеүен тыңлай, телгенәһе юҡ шул. Булһа, ни әйтер ине... Көтөүсе Айсаның сыбыртҡы шартылдатыуы иртәнге һиллекте яңғыратты. Нурия һөйгәненең ҡосағынан һурылып сыҡты. Хуш бул, йәнем, бергенәм! – Аҡ яулығын башынан һыпырып алып, эшенә йүгерә бирҙе, күңеле ниҙер һиҙенгәндәй, кире боролоп килеп, егеттең ҡайнар ҡосағына йомолдо. Көтөүсе сыбыртҡыһын шартыл- датты, һыйырҙарҙың шәп-шәп атлап урман ситенән үткәне күренде. Эх, яҙмыш, яҙмыш... Ата-әсәһенең этлектәрен һиҙгән булһалар... Алға китеп, ошоно әйтәйем, тинләп йыйған тәңкәләре бәхет ҡапҡаларын астырманы, айырылыштылар, етәкләшеп үтә торған тор- мош юлдарынан аймылыштылар. Алда уларҙы ни көтә? Ниңә күҙ алдары ҡараңғылана, йөрәге ярһый? Юҡҡа түгел?! Йәш булһа ла, күпте күргән, күпте кисерергә өлгөргән ҡыҙ тиккә хафаланмаған... Йәмил артынан, аҡ яулығын болғап, хәлдән тайғансы йүгерҙе Нурия. Ана, Йәмиле Белорет ҡалаһына алып барған Урал тауы башына күтәрелде. Артына әйләнеп бер ҡараны, түбәнгә атланы ла тауҙар ҡамауында юҡҡа сыҡты. Нурия ергә тәгәрәне. Оҙаҡ ятты ул ҡоро ерҙә, күктәге болоттарҙы күҙәтеп. Аяҡҡа баҫҡас, бейек тау түбәһенә тиклем йүгерә-атланы. Алдағыһын Аллаһ ҡына белә, тиҙәр. Әгәр белгән булһа? Йәмиленән бер минутҡа ла айырылмаҫ ине. Ике аҙна үтте, ҡош телендәй ҙә хәбәр юҡ. Әһә, почтальонка улар ҡапҡаһына ыңғайланы. Сумкаһына үрелде. Урал хәрби округы Сыбаркүл ҡалаһынан! “Һаумы, һөйөклө Нуриям, нурлыҡайым! Һағынышлы сәләмдәр юллап, Йәмилең, тип уҡып үтерһең. Һине күрмәүемә ун көн, минең өсөн ай-йылдарға тиң. Алыҫ араларҙы аҡ ҡағыҙ биттәре бәйләмәһә, башҡаса мөмкин дә түгел. Һөйөү уттарында янам, ялҡынын һиҙмәйһең. Үҙ ҡайыныбыҙ беҙҙең мөхәббәткә шаһит, исемдәребеҙҙе уя күрмә, ҡорор. Әлегә беҙ маршҡа баҫабыҙ, гимнастеркаларыбыҙға ап-аҡ яғалар тегәбеҙ, һалдат тормошона күнегәбеҙ. Ашау яғынан маҡтана алмайым, билдәге ҡайыштарҙы һыға быуырға тура килер, ахыры. Фермала хәлдәр нисек? Аҡ халатлы, аҡ яулыҡлы, аҡ күңелле һөйгәнем, һау булып тор. Һинән хат көтөп, Йәмилең”. Эшенән йүгерә-сабып ҡайта һалып, Нурия Йәмиленә сәләм яуҙырҙы. “Һаумы, Йәмилем! Урал тауҙарындай һағыныулы сәләмемде ҡабул ит. Хатыңды уҡып шат булдым, һөйөклөм, батырым. Ҡулыма өсмөйөшлө хат тотторһалар, күңелем баҫыла төшә. Ҡоҙабиғә өләсәйем һөйләгән Маянһылыу менән Ҡуҙыйкүрпәс беҙҙең кеүек бер-береһе өсөн йәндәре талпынып, өҙөлөп торғандармы икән? Һин нисек уйлайһың? Шул турала уйыңды беләһем килә, берҙән-берем. Һинһеҙ йылға йырлап аҡмай, ҡош талпынып һайрамай, тауыбыҙ ҙа ергә ауып килә төҫлө, күңелем һағыш менән тулы. Атай-әсәйең мине күрмәмеш, ситкә янтаялар. Әсәйеңә хатыңды уҡытырға уйлаған инем, һине оноторға ҡушты. Әсәйем миңә ни әйтер ине икән? Яманмы, яҡшымы, барыбер ул һиңә әсәй! Юҡҡа ғына “Ожмах әсәнең аяғы аҫтында” тимәгәндәр, һәр саҡ хәлдәреңде белдерт. Яңылышмайыҡ, ошо донъяла бар- пар булыуыбыҙға уға рәхмәтле булайыҡ, һөйкөмлөм. Йылдар үтер, беҙҙең йылы мөғәмәләгә, иғтибарыбыҙға, ихтирамыбыҙға мохтаж булырҙар. Һау бул, батырым! Хат көтөп, берҙән-берең, тип уҡырһың. Нурия. 1941 йыл”. Һөйөү тулы нурлы сәләмдәр ҡыҙға ҡанат ҡуя, көн менән төндө бутап, ҡанаттарын ҡағып, осоп-төшөп йөрөй. Һөт тулы бидондарҙы еңел генә йылға буйына төшөрөп, алҡын һыуға батыра. Бәхетле Нурия күктең етенсе ҡатында йөҙә. Ике аҡҡош бер-береһенә тартылғаны кемгәлер оҡшамай. Әле генә уның күҙе алдында атлап түгел, осоп йөрөгән Нурияға почтальонка хат тотторҙо. Асып уҡыны ла урынында орсоҡтай өйөрөлдө. Ҡанаты булһа, фәрештәләй янына осор, Йәмиленең яурынына ҡуныр ине... Тормошта ни өсөн һул яҡ күршеһен бигүк өнәмәйҙәр икән? Сәбәп барҙың, һыналғандыр, тиккә түгелдер... Ут күршеһенең һәр ҡылығынан энәләй генә сүп эҙләргә яратҡан Мәүфиләнең йөрәге янды. “Хәбәр итергә кәрәк...” Шәмдең филтәһенә ут тоҡандырып, төнгө шомло тынлыҡта Йәмилдең атаһына хат яҙҙы. Барыбер бөтөрәм, ҡанатығыҙҙы һындырам... Барыбер минеңсә буласаҡ. Исемем Мәүфилә булмаһын! Исмәғзәм хатты алғас, ҡатыны менән хәйлә ҡорорға ниәтләне. Берҙән-бер балаһына етемәк бисараны тиң итмәйәсәк... Туҡта! Көтөүсе Айса яңғыҙаҡ, уға тиң түгелме ни... Ике хәйерсе бер һауыттан ашап, бер түшәкте бүлешһә, насармы ни? Әйҙә үҫтерһендәр үҙҙәре шикелле ҡыр сусҡаларын. Исмәғзәм ҡалын халатын һалып, йомшаҡ мендәренә сумды. Әлегә ул уйын хәләленә өндәшеп борсомаҫҡа булды, сөнки улы- нан онотҡанда бер хатын алып торған әсәнең йөҙөндә йыйырсыҡтары һиҙелеп тәрәнәйгән, хәсрәтле уйсан күҙҙәре төпкә батып, йыш көрһөнә. Көпә-көндөҙ кеше күҙенә салынмаҫҡа кәрәк. Ул улының яҙмышына арҡыры таяҡ тығып болғауҙы ғәҙәт итеп алды шикелле. Бөгөнгө төн йоҡоһо йоҡо булманы, күпмә юрғанынан шылып сыҡты ла атына атла- нып йәйләүгә ыңғайланы. Дөрөҫ эшләйме, хаталанамы, этем белһен, тигән уйҙа, башына тай типкәндәй, Ҡолсоғаҙы йылғаһы буйын зыңғыратып ишетелгән дөңгөр тауышына ҡарай йүнәлде. Йылға ярына терәлеп үҫкән йыла ағасы һыуға эйелгән. Тирә-яғын сит-ят күҙҙән йәшергәндәй, йыланың һалпыш ҡуйы ботаҡтары аша бер ни күрерлек түгел. Ҡойроғон болғап иләҫтә ятҡан үгеҙҙең ҡуршылдағаны ишетелә, муйынындағыһы тауышлана. Уны борсомаҫҡа тырышып, ары үтте. Малҡайҙарҙың ҡайһыһы ял итергә ятып күҙҙәрен йомған, бәғзеләре һыу буйының йомшаҡ үләненә сат йәбешкән. Малдары төнгө ҡарасҡыға иғтибар итмәй, ләпәктәрҙән ҡотолор өсөн баштарын тегеләй-былай сайҡап, һаман да ҡорһаҡтарын тултыра. Ҡапыл берәүһе ҡуршылданы. Арыраҡ – тышалған ат. Шул тарафҡа йүнәлде. Янындағы эте, таныш түгел кеше барлығын һиҙҙереп, яр һалды. Ә-ә-ә... Исмәғзәм ағай икән... Мин шул, мин... – ярты төн уртаһында тиккә йөрөмәгәнен һиҙҙереп, тамағын еңелсә ҡырҙы. – Һөйләшәһе һүҙҙәр бар. Тыңлайым, ағай. Минең йомшаҡ, киң күңелле икәнемде ишетеп тораһыңдыр. Көтөүсе алан-йолан ҡаранып, малдарына күҙ һалды. Теүәл булһын колхоз малдары. Ҡом түләүле булырһың... Былай ҙа һуңғы осорҙа төнөн йөрөгәндәр ишәйҙе.

Ер менән Күк гармонияла килешеп йәшәй, тигәндәре хаҡ булдымы, сәңгелдәктә үк ҡола етем Айса Нурия менән Йәмилдең араһына ҡыҫылмаҫҡа булды. Эскерһеҙ, саф күңелле ҡыҙыйҙы рәнйетмәҫкә, ара- ларын бутамаҫҡа, гонаһы ни тора, тип асырғанып уйланды көтөүсе. Был донъя рәхәтлеге тик байҙар өсөн генәме ни?! Иртәнге һауынға сыҡҡан Нурияға энәһенән ебенә тиклем бәйән итте. Әммә ошо мәлдә, ошо минутта был яңылыҡтан да зәһәрерәге күктән яуҙы. Баш осонда аҡ ҡағыҙ өйөрмәһе осто. Һәр кем ҡулына эләккәнгә күҙ һалды... Германия беҙгә һуғыш асҡан!!! Асылған ауыҙҙар, ҡағыҙға төбәлгән күҙҙәр аптырауҙан ҡатып ҡалды. Ни өсөн? Ниңә? Колхоздар ойоштороп, етеш, ирәйеп йәшәп ятҡанда... Һәр кем шөбһәләнеп ғаиләһен ҡайғыртты, алдағыһын уйланы. Ярты ауыл ир заттары илен һаҡларға, тип беренселәрҙән булып Белорет во- енкоматына йүнәлде. Улар араһында Айса ла бар. Бер яҡ ситтә Исмәғзәмде төҫмөрләне. Уныһы яҡынлап: — Һин нимә? Кем малдарҙы көтөр? Унда һинһеҙ ҙә ниместе еңерҙәр... тине, Айсаға тишерҙәй итеп ҡарап. Көтөүсе табылыр. Илде дошмандан һаҡларға кәрәк. Әтү бында уҡ ҡайһы берәүҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы талатырға уйлай... – тине, уға тура ҡарап. — Илап ҡалыр ҡатыным, етем булыр балам да юҡ. Тыуған илем миңә һеҙҙең кеүектәрҙән ҡәҙерлерәк. Ярар. Шулай шул. Һинең кеүек эшкинмәгәндәрҙең урыны шунда. Әйҙә дөмөк. Үҙеңдең балаңды ҡайғырт. Миндә эшең булмаһын. Уның бәхетен телә. Бәхет... Бармы һуң ул бәхет тигән нәмә? Минең өсөн илем тыныс булһа, шул була инде бәхет. Юлыма арҡыры төшмә. Исмәғзәм улының үҙ теләге менән фронтҡа киткәнен белмәй ине әле. ...Йәмилде алып барған поезд һөрән һалып, көнбайыш тарафтарына елдерә. Совет һалдаттары туҡтауһыҙ траншея, окоп ҡаҙа, унда нығыналар, утлы өйөрмәгә ҡаршы күтәреләләр... Бер аҙ ғына ял булһамы, Йәмил ҡулына ҡағыҙын, ҡәләмен ала. Аҡ халатлы, аҡ яулыҡлы һөйгәне һәр саҡ уның менән йәнәшә, танкка ултырып, атакаға күтәрелә, ҡуша дошмандарҙы ергә тигеҙләй... “Һаумы, Нуриям, бәхет гөлөм! Фашизм, гөрләп торған еребеҙҙә тамыр йәйергә уйлап, алға ынтыла. Беренсе Украина фронты бар көсөнә фашист атакаларын күп юғалтыуҙар менән кире ҡаға. Дошман беҙҙең позицияларға һаман ярһып ябырыла. Күктән ҡойолған ауыр бомбаларҙың ярылыуынан ер дер һелкенә. Артҡа сигенеү юҡ, тик алға! “Т-34” танкымда дошмандың ике “Тигр”ын сафтан сығарҙым. Ошо батырлығым өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнеләр. Сит ил баҫҡынсыларына нәфрәт көслө. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Һеҙҙең хәлдәр нисек, һөйөклөм? Бар хәлеңсә йылы кейенергә тырыш, минең һүнмәҫ ҡояшым! Урал тауҙарының ҡуйыны һине туңдырмаһын, минең барлығымды онотма! Самолеттар геүләй, танктары гөрһөлдәй... Бәлки, был һуңғы хатымдыр, һөйгәнем иле һәм минең өсөн яуҙа йәнен бирҙе, тип иҫләрһең. Һине һағынып, Йәмилең”. Тыныс йәшәп ятҡан ауыл ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғыны, урамда бер йән эйәһен күрмәҫһең. Һауынсылар эш араһында колхоз малдарына бесәнен сапты, һарыҡтарына миндеген әҙерләне. Ил яҙмышы хәл өҫтөндә, һинән-минән һорап тормайҙар, ҡайҙа кәрәкһең, шунда егеләһең. Әммә тормош дауам итә, нисек тә көс табып, дошмандың боғаҙынан алмайынса, яуызды еңеп булмаясағы һәр кемгә көн кеүек асыҡ. Нурияны Ҡағы урман хужалығына күрингә ебәрҙеләр. Йәш кенә көйөнә икенсе бригаданы йөкмәттеләр. Һайлағас, тимәк, ышаналар, ҡаршы килеү юҡ. Тылда һин – һалдат. Был – бойороҡ. Ҡара урман. Күккә олғашҡан ҡарағайҙарға, быуындары ҡатмаған егет-ҡыҙҙарға ҡарап, төрлөһөн уйланы. Белмәгән-ишетмәгән тарафтарҙан, яҙғы ташҡын кеүек, ағыла балалыҡтан сығып өлгөрмәгән үҫмерҙәр. Үҙенә һуң, әле ун алты ғына... Әммә тормош уны тегеләй- былай ҡаҡты-һуҡты, ныҡлыҡҡа һынаны. Яҙмыш елдәре тәгәрәтә һуҡҡан һайын ниндәйҙер көс уны яңынан аяҡҡа баҫтырҙы, сәм, дәрт уятты... Бысҡы-балтаны ҡулынан төшөрмәгән ҡатын-ҡыҙ ағастарҙы йыҡҡан һайын, яу яланында фашисты туҡмағандай, нәфрәтләнеп эшләнеләр, арыу-талыуҙы оноттолар... Тәүҙә балта тота алмаған үҫмер ҡыҙҙар тора- бара таһылландылар, ололар рәтендә эштәрен башҡарҙылар. – Дошман дәһшәтле алыша, күктән самолеттары ерҙәребеҙҙе пыран- заран килтерә. Йәйен-ҡышын ағас әҙерләп, йылғала боҙ китеү менән һал ағыҙырға кәрәк. Ай-һай, ағас күп кәрәк! Тимер юлдары рельстан сығып түңкәрелә, шпалдарын яңыртырға. Поездарҙың вагондарын йылытырға утын, күмер күп етмәй. Ағастарҙы йыҡҡан һайын, бер дош- манды йыҡтыҡ, тип уйлағыҙ. Ҡыш өҫтөнән калуш, сабата кейгәндәргә ҡарап, йөрәге әрней. Налогҡа тип йыйылған көҙгө йөндән Белорет ҡалаһы быймаката- нынан быйма баҫтырайыҡ, – тип кәңәш итте ул урман хужалығы етәксеһе Исмәғзәмгә. Был һанлы ғәскәргә еткерерһең быйманы! Шәпһең дә, үҙең баҫтыр! Ашау яғы ла наҡыҫ. Хәлдәре самалы. Көндәлек норманы үтәй алмаһа, ас ҡала. Үҙегеҙ купис һымаҡ яңы ғына быймала, йылы тунда. Ҡояш менән бергә тороп ул байығансы көс түккән күриндәгеләрҙе ҡайғыртмайһығыҙ! Шәпмен, табырмын! Тороп тороғоҙ әле, аяҡтарығыҙға етеп торған бына- уындай йылы толопто һеҙгә кем тегеп бирҙе? Әлбиттә, Сәғитә өләсәй. Әйтмәһәгеҙ ҙә беләм. Һарыҡ тиреһен эшкәртеп, иләп, тартып, ерек ҡабығына буяп, төндәрен шәм яҡтыһында тегә лә инде. Бушҡа түгел. Ике тоҡ бойҙайға. Беләм инде һеҙҙең ниндәй кеше икәнегеҙҙе. Үҙегеҙ генә – кеше. Нурия Абҙаҡҡа ҡайтып, бала сағында ауылдың осонда һарыҡтарының йөнөнән үҙенә быйма баҫҡан әбейгә юл тотто. Олоғайған олоғайыуын, моғайын, тыңлар, тип киске эңерҙә уның ише- ген асты. Инәй уны ятһынып тора бирҙе лә, кем икәнен белгәс, түргә әйҙүкләне. Яңылышмаған Нурия, хәлде һөйләп биргәс тә ризалашты, тик үҙенә берәй ярҙамсы һораны. Ғәрип фронтовик быймаларҙы атҡа тейәп, Ҡағы тарафтарына алып килде. Йоҡағыраҡ табанлы булһа ла, быймалы булды күриндәгеләр. Сатлама һыуыҡтарҙа өшөтөп аяҡ-бармаҡтарын туңдырғандар шатланып бөтә ал- маны. Аяғыңда бармы-юҡмы, ҡыштың зәңгел һыуығына иҫһеҙ булып туңған аяҡ-ҡулдарыңды өҙҙөрәһеңме, бөтөнләйгә ғәрипләнәһеңме – елкәңдәге дәүләт йөгөн атҡарырға бурыслыһың. Ауырыуҙың хәлен – һау, астыҡын туҡ белмәй, тигән осор. Табандары өлтөрәһә, табанлаусыһы ла табылыр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяғын йүнләп, яуыз фрицтарҙы ҡырғандай, күңеле тынысланды. ...Биш йәшлектәре менән илленән ашҡандары ла бер ҡаҙанда ҡайнай. Һәммәһе лә аламағолош. Хоҙайым, анау торған ун ике йәшлек ҡыҙыҡай мамыҡ салбар кейеп алған, сөнки күлдәге юҡ. Күптәре кесерткәнде, киндерҙе туҡмап, ебен иләп, һуғып алған күлдәк-ыштандан... Гитлер белгән кемгә һуғыш асырға. Граждандар һуғышынан аҙаҡ күмәк хужалыҡҡа берләшеп саҡ аяҡҡа баҫҡандарға. Һуғыш – байрам түгел, бөтә яҡлап һине үҙенә буйһондора... Ас яңаҡлы селбер үҫмерҙәр икмәктең һәр һынығын һанай, фронтҡа һуғышсыларға атҡарырға тырыша. Тылың ныҡ булмаһа, фронтта ас-яланғас, хәлһеҙ һуғышсы анау ҡырлы илбаҫарҙарҙы нисек еңһен... Рәсәй илбаҫарҙы еңергә тейеш! Күҙ асҡыһыҙ буранмы, ағастарҙы туңдырып шартлатҡан сатлама һыуыҡмы – елкәңә һалынған норманы үтәү мотлаҡ. Ҡоро тире лә йән, тигәндәй, ҡаҡ һөйәк булһалар ҙа, күриндәгеләргә шыйыҡ өйрәгә ҡушып һоло икмәге лә эләгә. Калуш, сабата кейеп бармаҡтарын туңдырғандар әҙме ни?! Икенсе бригадала тәртип башҡаса. Аяҡ кейемдәренә тиклем сират менән киптерәләр. Йылыға йылан да эйәләй, тигәне хаҡтыр, ил ҡайғыһын бергә тартҡанғамы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәбәрҙәре берегә, серҙәре уртаҡ. Алыҫтан, бөтөнләй ишетмәгән-күрмәгән ерҙәрҙән өсмөйөшлө хат көтәләр. Хаттар, хаттар... Ҡайғы тейәп, һуштан яҙҙырғандары күп. Нурия өсмөйөшлө хатын асып уҡый һалды ла, йөҙө болоҡһоно, ҡаштары төйөлдө, ҡулындағыһы ергә төштө. Ни булды? Ағас әҙерләүселәр баштарын ҡалҡытып, берҙәй бригадирына тексәйҙе. Ул эргәләге төпһәгә ултырҙы. Бер нөктәгә текәлеп ултыра биргәс, тәрән көрһөндө. Йәмил үҙе теләп һуғышҡа киткән... Барыһы ла ҡулдарындағы эш ҡоралдарын ташлап, уның эргәһенә йы- йылышты. Мәүфилә балтаһын тотҡан килеш урынынан ҡуҙғалманы. Үҙ мәйелегеҙ... тигән ҡиәфәттә күңеленең, ниһайәт, Хоҙай теләгемде ишетте, тип тантана иткәнен һиҙергә мөмкин. Мин дә китәм... Янына, фронтҡа. Барыһы ла ни әйтергә белмәй, ҡайһылары аяҡ остары менән ҡарҙы гөжгөләне, бейәләй һырттары менән күҙ йәштәрен һөрткөләне. Ауыр ваҡытта һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған, хәстәрлекле етәкселәренән яҙғылары килмәй. Алда – билдәһеҙлек... Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәлеп кенә тора. Халыҡ күптән һыны ҡатҡансы, күҙҙәренән йәштәр сыҡҡансы күңел асҡаны, рәхәтләнеп көлгәне юҡ... Ҡайғы уларҙы ергә тиклем бөгөп кенә ҡуймай, ауыр эштән үҫмерҙәрҙе иртә ҡартайта, хатта ғәрипләй. Ҡыуаныслы хәбәрҙәр һирәк ишетелә. Китмәгеҙ, Нурия апай. Һеҙһеҙ беҙгә ауырға тура килер. Ҡайғырмағыҙ, Ағиҙел тиҙҙән ташасаҡ, — тине апаруҡ өҫкә күтәрелгән ҡояшҡа күҙҙәрен ҡыҫып ҡарап. Барыһы ла, балталары һыуға төшкән кеүек, баштарын аҫҡа эйҙе. Әлеге лә баяғы шул көнсөл Мәүфилә бөгөн үҙен Хоҙай балаһына тиңләне. Нурия иртәгәһенә таң менән Бело- рет военкоматына барып, үҙ теләге менән ғариза яҙып фронтҡа юл- ланды. Ысынлап та, апрель башына Ағиҙел йылғаһы боҙҙары урынынан ҡуҙғалды. Һал ағыҙған ҡатын-ҡыҙҙар ял итергә өйҙәренә таралды. Нурия бергә эшләгән ҡыҙҙарына хат яҙҙы: “Һаумыһығыҙ! 95-се санитар поезынан һағынышлы фронт сәләмдәремде бригада ҡыҙҙарына юллайым. Псков ҡалаһында туҡтаныҡ. Немец артиллерияһы ҡаланы утҡа тотто. Йорттар, нефть базаһы, аҙыҡ-түлек складтарын ут ялманы. Өс көн “Мессершмитт”ар күктән бомба яуҙырҙы. Еңә ҡалһалар, тип вокзалға теймәгәндәрҙер, шунда туҡтарға уйлағандарҙыр. Ҡала госпиталдәренән яралыларҙы тейәнек, гимнастерка, салбар, ҡанға тулған итектәрен ҡырҡып алдыҡ. Ауыр яралыларҙы вагондарҙың өсөнсө ярусына мендереүе ауыр, хәлде ала. Көн дә күпе, бөтә вагонды сулема менән йыуабыҙ. Бинттар етешмәй, тотонғандарын йыуып, үтекләп, яңынан ҡулланабыҙ. Һуғыш аяуһыҙ, кем икәнеңде һинән һорамай, ҡыра ғына. Алты вагонда яраланғандарҙы Төньяҡ, Урал, Себер тарафтарындағы госпиталдәргә ташыйбыҙ. Көн дә йыуған мендәр, простыня, таҫтамалдарҙы дезинфекциялайбыҙ. Йәмил Беренсе Украина фронтында алыша, ниңәлер хәбәре юҡ, айҙан ашып китте. Тау менән тау ғына осрашмай, ғүмеребеҙ бөтмәһә, осрашырға өмөт итәм. Әлегә ил хәстәре менән янабыҙ, еңеүгә өмөтләнәбеҙ. Яралылар, Берлинға табан барабыҙ, тиҙәр. Фашистарҙы ояһында дөмөктөрөргә, һис шикһеҙ, еңергә, нацизмға нәфрәт көслө. Үҙемдең хәлдәр шулай. Һеҙҙеке нисек? Бирешмәгеҙ, ҡыҙҙар, түҙегеҙ. Тик шулайтып ҡына дошманды еңеп булыр. Ана, яралыларҙы тейәп, машина ла килә. Йүгерҙем! 1944 йыл”. “Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә, Йәмил ағай менән Нурия апай тап булы- шып, Абҙаҡҡа әйләнеп ҡайтһындар ине... Ысын мөхәббәт бармы икән был донъяла?!” – ҡыҙҙар шулай тип уйланы. Был мәлдә, һәр хәлдә, ваҡыт тигән даръяның ошо секундында Нурия поезд тәгәрмәстәре тыҡылдауын тыңлай-тыңлай, һәр яралы һуғышсынан Йәмиле тураһында берәй өн-хәбәр булмаҫмы, тип көттө. “Һөйөнсө, һеҙгә хат бар...” Нурия почтальондың ҡулынан тартып тигәндәй ала һалды. “Һаумы, һөйөклөм, йөрәгемдең яртыһы, йәшәүгә өмөтөм, күҙҙәремдең ҡараһы... Бөгөн ноябрҙең егермеһе, күктән өйрөлөп кенә ҡар күҙҙәре төшә. Беҙҙең өсөн уңышлы көн. Фрицтарҙың самолеттары геүләмәй, бындай ваҡытта улар оса алмай. Ошо илаһи тынлыҡта хәлемде белдерәм. Бәғерем, Нуриям, бәлки, был сәләмем һуңғыһылыр. Көн дә фашист пуляһы һағалай, бөгөн бармын, иртәгә, бәлки, булмам. Аҡыллым, аңлайһыңдыр, икебеҙҙең дә маҡсат — йәһәтерәк илебеҙгә азатлыҡ яулау. Өҫтөбөҙгә ҡойолған бомбалар, беҙҙе иҙгеләргә ашҡынған танктар, һәр мөйөштә, аяҡ аҫтарындағы миналар – ошо афәттән тере ҡалһаҡ, ҡауышырбыҙ. Йәнтөйәгебеҙҙә балалар үҫтерербеҙ, уларҙы уҡытырбыҙ, яҡшы кеше итеп тәрбиәләрбеҙ. Икенсе Белоруссия фронтының дүртенсе батальоны ғәскәре, Днепрҙың һул ярында плацдарм яулап алырға, майҙанды киңәйтергә, тигән бойороҡ алды. Алда – Берлин! Яҙған хаттарың дошманды еңергә көс-дәрт бирә, ҡанатландыра. Ҡулдарыңдың йылыһын, наҙын тоям, йылы ҡарашыңды һиҙәм. Утлы өйөрмәлә лә һинең менән алышҡа инәм, һинһеҙ миңә донъя йәмһеҙ. Ошо хатым һуңғыһы булмаһын! 1944 йыл”. Хатты уҡығас, Нурия ҡулдарын күккә күтәреп Хоҙайына ялбарҙы: “Эй, Хоҙайҙың ҡөҙрәте, һин генә көслөһөң, һин генә әҙәм булдыра алмағанды бойомға ашыраһың, һиңә генә таянам, миңә лә, ҡолоңа, ҡөҙрәтеңде күрһәтһәңсе. Поезд ҡайҙа ғына елдермәй ҙә, кемдәрҙе ос- раштырмай... Тауҙар менән тауҙар ғына күрешмәй... Йәмилемде бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем. Юҡ, юҡ, нимә һөйләйем? Көфөр һөйләшәм, түгелме? Ни булһа ла булыр... Күрәһеләребеҙ ошолор”. Поезд киләһе станцияға килеп еткәнде һиҙҙереп, төтөнөн борҡолдатып ҡысҡырҙы. Уй йомғаҡтары ошонда өҙөлөп, Нурия яралыларҙы ҡабул итергә әҙерләнде. Яралылар үҙәктәренә үткән һыҙланыуҙан санитарҙарҙы саҡыралар. Асҡаҡһыу, еңел генә кәүҙәле булһалар ҙа, эре һөйәкле ир заттарын но- силкала вагондарға индереүе, ай-һай, быуындан ала, хәлде мөжөрәйтә. Һәр береһенең яраларын медикаменттар менән эшкәртеп, госпиталдәргә әҙерләйҙәр. Фашист үҙенең этлеген ҡайҙа ла күрһәтмәй тормай. Аяҙ көндө күк күкрәнеме? Йөрәктәргә шом һалып, болоттар араһынан гитлерсыларҙың “хейнкел”е үкереп килеп сығып, поезды бомбаға тота башланы. Күҙ асып йомған арала поезды рельстан сығарҙы. Янғын уттарына бешеп-янып санитаркалар яраланғандарҙы урындағы дауаханаға ташыйҙар. Фашист ҡәбәхәте үтеп китте, күпме яуызлыҡ ҡылды, уны бер ҡалыпҡа ла һалып үлсәп булмай. Ҡала халҡы менән бергә тимер юлын, поезды ремонтлағансы апаруҡ ваҡыт үтте. Бөгөн ауылдан, ҡыҙҙарҙан, хат килде. Ябалаҡлап яуған ҡар өйөрө күҙҙәрҙе асырға ҡамасаулай. Бейәләйҙәрен сисеп уҡығас та, ҡулындағы ҡағыҙы елгә елберләп осто, үҙе күҙ йәштәренә быуылып ергә ауҙы. Яҡындағылар тиҙ арала эргәләге пунктҡа индереп һалдылар. Шәфҡәт туташы күҙ ҡабаҡтарын асып ҡарап, йөрәк тибешен тыңлап, укол ҡаҙаны. Бер аҙҙан йөҙө алһыуланды, хәл инде, күҙҙәрен асты, әммә өнһөҙ стенаға текәлде. Торараҡ иптәштәре янына сығырға көс тапты. Көн ҡараңғы шаршауын ябынғансы, тешен ҡыҫып тимер юлын тигеҙләргә ҡом-таш ташыны. Ҡайтырға ваҡыт. Иптәштәренә һүҙ ҡушмай карауатына ауҙы. Таң атыуға уның яҫтығы манма һыуға һуғарылған ине.

Ҡыҙҙар Йәмилдең фронтта һәләк булыуы, атаһы менән әсәһе улдарының үлемендә Нурияны ғәйепләүе тураһында белдерткәйне. Ауылға ҡайта ҡалһа, унан үс аласаҡтары тураһында иҫкәрткәндәр. Йәмиленән яҙғас, уның ҡояшы һүнде... Йәшәй, тик уның нуры юҡ. Ҡап-ҡара яулыҡ ябынған бер йән улай-былай үтә... Үлек йән эйәһе... Поезд донъя яңғыратып һөрән һала... Сит-ят Нурияны кемгә һанайҙыр... Һерәүҙе сәйерһенеп күҙәткәндәр ҙә юҡ түгел. Нурия һымаҡтарҙы халыҡ араһында “иҫәптә бар – һанда юҡ” тиҙәр... Берәүҙе лә күрмәй, һөйләшмәй, аралашмай. Тыҡ-тыҡ-тыҡ, тыҡ-тыҡ-тыҡ... Көндәлек көйөн көйләп, туҡылдап поезд алға саба. Нурия алыҫтағы бушлыҡҡа текәлгән. Билдәһеҙлектә бер утлы түңәрәк нөктә... Күҙҙәрен уратҡан оҙон керпектәренә ысыҡ йәштәрен элеп, үҙенә баһа ҡуйҙы. Кемгә кәрәк ул? Үҙенә? Әсәһенән яҙҙы. Атаһынан. Кендек инәһенән. Берҙән-берен юғалтты. Яңғыҙ ҡайын... Бар тормошо Йәмилһеҙ үтәсәк! Алдағы билдәһеҙ тормош юлына “яңғыҙлыҡ” мисәтен һуғып, сикәләрен көйҙөрөп аҡҡан әсе күҙ йәштәрендә ҡаты йоҡоға сумды. ...Таңға ҡарай вагон ишеге асылды... Бүлмә эсе яҡтырҙы. “Ах! Йәмил!” Ғәҙәттәгесә, ҡамыш сәстәренә ҡағылды. “Аҡҡош яҙмышын ҡабатлама, Нурия... Хуш бул...” “Йә-ә-әми-и-ил... Һин тереһең... Ҡара күлдәк кейгәнһең... Бәхетемде фашист ҡарайтты, тиһеңме... Йәмилем...” Ул ырғып тороп һөйөклөһөн эҙләне. Юҡ, мең тапҡыр юҡ! Фашизм үлтерҙе уның һөйгәнен. Йоҙроҡтарын йомарлап тамбурға сыҡты. Әммә ҡара көстө лә еңеп була икән. Тыуҙы ошондай яҡты көн! Яуыз Гитлерҙың фашизм идеологияһы миллиондарса рәнйетелгән халыҡтың күҙ йәшенә быуылып дөмөктө. Бәләкәй сумаҙан тотҡан һалдаткаға Өфө ҡалаһы күҙгә салынды. Ул перронға сығып баҫты. Фонтовиктар тәмәке көйрәтә. Кемдер тальянкала һыҙҙыра. Еңеү шауҡымынан, тыуған тупрағына баҫыуҙан бейегәндәр ҙә күренә. Яңыраҡ ҡына илбаҫарҙар менән үлемесле алышҡа ингәндәр дошманды ҡулға алғанын хатта мәрәкәгә алып, ҙур еңеүҙәр шатлығын уртаҡлаша. Ҡайһылары бәхәсләшеп киткеләй, яғалашып та алалар. Бейек кәштәләрҙә хырылдап йоҡоға талғандары ла бар. Араларында фронтовик ҡатын-ҡыҙҙар гәп һата. Өфө ҡалаһының вокзалында, әлбиттә, уны ҡаршылаған, зарығып көткән кеше юҡ. Урындағы хәрби комиссариатта документтарын тик- шереп, әлегә урман һәм ҡағыҙ эшкәртеүгә ҡоролған заводҡа эшселәр кәрәклеген әйттеләр. Нурияға һуғыш ветерандары өсөн булған дөйөм ятаҡта урын бирҙеләр. Эште еңел-ауырға бүлмәй башҡарған ҡатын-ҡыҙ ҡушҡуллап ризалашты. “Урман” тигән һүҙҙе ишетеү менән йөрәге күкрәк ситлегенән сыҡҡандай ярһыны. Аҡ ҡайынлы Ҡолсоғаҙы буйында йөрөгәндәй, йөҙөн ситкә бороп, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, ауыр һуланы. Кен- дек ҡаны тамған йәнтөйәген һағынып, төштәрендә һаташып уянып, ғүмерлек мөхәббәтенә тоғро булған хәлдә лә, тыуған тупрағына аяғын баҫмаясаҡ! Уның балалыҡ һәм үҫмер саҡтары текә тауҙар ҡуйынында үтте, йөрәге лә, тауҙар кеүек, текә, ғорур! Саф һөйөүе егете ата-әсәһенең үҙенә ҡорған этлектәрен ғәфү итмәйәсәк! Бүлмәһенә инеп урынлашҡас та: “Хуш, Абҙағым, Ҡолсығаҙым, Йәмилем!” – тип йөҙөн мендәренә ҡаплап үкһеп иланы ла үткән тормошона нөктә ҡуйҙы. Таңға – эшкә! Сәғәт телдәре туҡтамай, минутын секундына тиклем һанап, ғүмер ептәрен ҡыҫҡарта. Нурия Хөкүмәт нотариусын саҡырҙы. Йыйған аҡса, мөлкәтен етемдәр йортона яҙҙырҙы. Былар нимә ул? – тине нотариус хеҙмәткәре көҙгө ҡайын япрағылай кипкән ҡағыҙҙарға күҙ йөрөтөп. Һуғыш яралаған мөхәббәт хаттары. Уларҙы хәрби дан музейына тапшырырһығыҙ. Ҡәһәрле һуғыш яҙмышы теркәлгән... Йылдар уҙҙы, Хоҙай Тәғәлә, барлығын белдереп, ҡылған ҡылыҡтарын баһалап, әҙәмдәргә үҙ мөһөрөн һуҡты. Мәүфиләнең күршеһенә уйлаған хаслығы үҙенә тәҡдир булып әйләнеп ҡайтты. Бар ғүмере яңғыҙлыҡта үтте. Ҡартайған көнөндә йортоноң стеналарын соҡоп, алйып йөрөп тәгәрәне. Сереп бер яҡҡа ауған йорто берәүгә лә кәрәкмәне. Айса Ста- линград алышында һуғышып, аяҡтарын яуҙа ҡалдырып, ауылына ҡайтты. Ире һуғышта үлгән өс балалы ҡатынға өйләнде. Бронь менән һуғыштан ҡалған Исмәғзәм йыл да Ағиҙел йылғаһы буйлап фронтҡа ағас ағыҙҙы. Һуғыш йылдарындағы фиҙакәрлеге тыл геройына тиңләнде. Һуғыштан һуң да ике йыл күрингә ағас ҡырҡырға йөрөнөләр. Леспромхоз – Инйәр йылғаһы буйында күккә ашҡан текә тау һыртында. Тау буйҙарынан иҫкән һырғаҡ әсе ел електәренә тиклем үтеп ҡалтыратты, былай ҙа ағас эштәренән бәлйерәгән организмы тиҙ биреште. Үпкә сире менән йонсоған ир оҙаҡҡа барманы. Гөлйыһан ҡалалай донъяһында ҡышҡы селләлә туңып, яҡты донъяны ташлап китте.

Автор:
Читайте нас