

Был юлы шәп бүләкте “Мораҙым”ға яҙылыусылар араһында Яңауылдан Салауат Аҫылбаев отто. “Кугарчинские вести”гәзитен уҡыусылар араһында триммер Хоҙайбирҙиндан Зилә Аҙналинаға насип булды.
Гәзиткә яҙылмағандар, яҙылып та һаман квитанцияһын беҙгә килтереп еткермәгәндәр, ашығығыҙ! Ни өсөн тиһегеҙме, сөнки 23 июндә постель кәрәк-яраҡтары уйнатабыҙ, ә унан һуң төп бүләктәрҙе – туңдырғыс, микротулҡынлы мейес, бал һәм башҡа шәп, иң мөһиме һәр йортҡа бик кәрәк бүләктәр уйнатыласаҡ. Шуға оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, “Мораҙым”ға яҙылығыҙ һәм квитанция күсермәһен беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына йәки 8-937-8369553 телефонына фотоға төшөрөп ебәрә һалығыҙ!