Мораҙым
+17 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
15 Июня , 09:45

“Ғәфү итә алмайым...”

Атайҙың юлы төшһә, килә торғайны. Үткәндәрен уйлап, ҡустымды тупылдатып һөйөп, күтәреп уйната, миңә “тыума балаһы” тип ҡараны. Минең дә атайым менән уйнағым килде, тик ундай бәхет эләкмәне. Исмаһам, арҡамдан берҙе генә һөйөп алһа, ҡыуаныр инем. Ҡустыма хәбәрен һөйләй, “улым” тип башынан һыйпап ҡуя. Мин яндарында үҙемде сит балалай күрә торғайным, шуға күрә яратманым уны. “Тағы киләм” тиһә, уны күрмәҫ өсөн өйҙән сығып китеү яғын ҡараным. Мәктәптә атайҙарҙы саҡырһалар, мин бармай торғайным. Класташ ҡыҙҙарымдың атайҙары менән бәхетле йәшәгәнен күреп, көнләшеп ҡарай инем. Эх, минең дә атайым булһа ине, тип бер кемгә лә күрһәтмәй йәшереп илай инем.

Мин бәләкәй саҡта атайым, беҙҙе ташлап, өс балалы ҡатындың йортона күсеп киткән. Әсәйем ике эшкә урынлашып, ҡустым менән мине тәрбиәләп үҫтерҙе, юғары белем бирҙе. Бала саҡтан уҡ хеҙмәткә өйрәнеп үҫтек, бәләкәй генә көйө көйәнтәләп һыу ташып, ҡустым менән ярышып утын ярып, өйгә ут яғып ҡуя торғайныҡ. Ҡаҙан тултырып аш бешергән булдыҡ. Әсәй эштән арып ҡайта торғайны. Һыйыр елененә нисек көсөм еткәндер, һыйыр һауып ҡуйған ваҡыттар булды.

Башҡа тиңдәштәрем урамда уйнағанда, мин өй эштәре менән булыша инем. Тиҫтерҙәрем араһында кәм-хур булмаһын тип, әсәйем башҡа ҡыҙҙар менән бер иш кейендерҙе.

Атайҙың юлы төшһә, килә торғайны. Үткәндәрен уйлап, ҡустымды тупылдатып һөйөп, күтәреп уйната, миңә “тыума балаһы” тип ҡараны. Минең дә атайым менән уйнағым килде, тик ундай бәхет эләкмәне. Исмаһам, арҡамдан берҙе генә һөйөп алһа, ҡыуаныр инем. Ҡустыма хәбәрен һөйләй, “улым” тип башынан һыйпап ҡуя. Мин яндарында үҙемде сит балалай күрә торғайным, шуға күрә яратманым уны. “Тағы киләм” тиһә, уны күрмәҫ өсөн өйҙән сығып китеү яғын ҡараным. Мәктәптә атайҙарҙы саҡырһалар, мин бармай торғайным. Класташ ҡыҙҙарымдың атайҙары менән бәхетле йәшәгәнен күреп, көнләшеп ҡарай инем. Эх, минең дә атайым булһа ине, тип бер кемгә лә күрһәтмәй йәшереп илай инем.

Үҙем хәҙер күптән ғаиләле. Ирем мине ҡәҙерләп, яратып, иркәләп кенә йөрөтә. Балаларыбыҙ өсөн өҙөлөп торған, хәстәрлекле ғаилә башлығы. Үҙем атайһыҙ булғанғамы, тормош миңә ошондай бәхет бүләк иткәндер, тип уйлайым.

Бер көн тормош иптәшем менән ошо темаға ултырып һөйләштек тә, үҙемде ҡулға алып, ошо көнгә тиклем борсоған һорауҙар менән ҡунаҡҡа барҙыҡ. “ДНК эшләйек”, – тинем. “Юҡ, ҡыҙым, һин минең ҡыҙым, беләм, – тине. – Күҙҙәреңдең төҫтәре, танауыңа, ҡарашыңа, йөрөш-торошоңа тиклем үҙемә оҡшап тораһың бит”. “Ни өсөн һуң ғүмер буйы мине яратманың,  ят балаларҙы үҙеңдекеләй ҡарап үҫтерҙең, минең ниндәй ғәйебем бар?” – тип һораным.

Атай тигән кешем илап ебәрҙе. “Балам, ғәфү ит”, – тип кенә әйтә алды, ләкин был күҙ йәштәренә мин ышанманым. Тиҙерәк сығып киткем килде йортонан. Ҡатыны беҙҙе сәй табынына саҡырҙы, тик ризыҡтың тамаҡҡа бармаҫын һиҙҙем. Ирем, хәлемде аңлап, сәбәп табып, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараныҡ. Үҙ атайым миңә бөтөнләй ят кеше ине. Был йортҡа ҡабат аяҡ баҫа алмам. Ғәфү итергә тырышһам да, күңелемдең төпкөл яраһында ятҡан “тыума” тигән мөнәсәбәтен ғәфү итә алмаҫмын.

Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

Автор:
Читайте нас