Мораҙым
+15 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
13 Июня , 15:46

Мөғжизәгә ышанам

Икәүләп нуры ҡасҡан фатирҙы йыуырға, туҙан һөртөргә, балаҫтарҙы тышҡа сығарып ҡағырға керештеләр. Икеһе лә йәйләнде, йөҙҙәренә нур ҡунды. Илмира ҡанатланып осоп ҡына йөрөй, әсәһенең күҙ ҡарашын, һәр ым-хәрәкәтен аңлап ҡына тора.

Тәскирә Даянова
Мөғжизәгә ышанам (хикәйә)

Ҡыҙының йән әсеһе менән: «Әсәй!»-тип ҡысҡырғанын ишетеп, Гөлдәриә абына-һөрөнә тауыш килгән тарафҡа ташланды. Әллә эңер, әллә таң атып етмәгән, аңларлыҡ түгел. Күкте болот ҡаплаған, етмәһә, һөйәккә үтерлек һалҡын. Йәне алҡымына тығыла яҙып йүгерә торғас, алдында ашҡынып аҡҡан киң йылға күреп, туҡтап ҡалды. Ҡараңғы булғанғамы, һыу ҡот осмалы шомло һымаҡ. Ә-ә-ә, тауыш даръяның теге яғынан килә икән. Бауыр ите Индираның нескә һыны аръяҡта бөләңгерт кенә күренә. Бәй, ул яҡҡа нисек барып сыҡҡан һуң? Нисек тә алып сығырға кәрәк тәһә баланы. Йә кәмә-фәлән юҡ. Гөлдәриә аҡ-ҡараны күрмәй йылғаға ынтылды.

- Әсәй, әсәкәйем, был һыуға инмә, ярамай! — Ҡыҙының тауышы бар донъяны ярғандай булды. Шаңдау: «Инмә, инмә был һыуға!» —тип әллә ҡайҙарға ҡат-ҡат бәрелеп-сайҡалып кире ҡайтты. Гөлдәриә тертләп уянып китте. Дарҫлап типкән йөрәген баҫырға тырышып, дарыу төймәһен ауыҙына ҡапты ла сирылып ҡуйҙы.

- Индирам, ғәзизем! - Әсә тиргә батып йәнә урынына ауҙы. - Төштә генә күрергә яҙғанмы инде һине?

Ә йәштәре һаман ҡойола, ҡымтылған ирендәр һаман шыбырлай.

Бүлмә эсе яҡтыра, торорға кәрәк. Илмираны мәктәпкә ебәрергә, үҙенә лә йыйынырға... Рим өйҙә юҡ, ул булмағас ҡотһоҙланып ҡалған фатирҙа ҡайғы тағы ла нығыраҡ баҫҡан төҫлө. Ир кеше ҡаты торғандай тойолһа ла, шарт итеп һынды. Гөлдәриә иңенә төшкән ҡайғыны үҙ елкәһенә алырға тырышҡанға шулай булдымы?.. Оло ҡайғынан инфаркт һуғып йыҡты Римде. Дауахананан сыҡҡас та оҙаҡ ҡына иҫенә килә алмаған төҫлө ине.

Гөлдәриә үҙе йөрөп шифаханаға юллама алып бирҙе. Алыҫтараҡ булыуын хуп күрҙе. Юл мәшәҡәттәре, икенсе һауа ҡайғыларынан бер аҙ арындырыр, тип уйланы. Хәйер, был мәшәҡәттәр аңдан тыш, ниндәйҙер диуана хәлендә йөрөп эшләнде.

Торорға кәрәк... Ҡайғы-һағышың ни тиклем көслө булмаһын, күкрәгеңдән йәнең сығып китмәгәс, йәшәйһең инде. Тереклек иткән әҙәм балаһына уныһы-быныһы кәрәк булып тора. Ҡатын тороп йәшле битен сайҙы, сәс-башын тәртипкә килтерҙе.

- Илмирау, тор.

Тигеҙ тын алып ҡына йоҡлап ятҡан бала бер әйтеү менән һикереп торҙо ла әсәһенә ҡараны. Шул уҡ бойоҡ сырай, йәшле күҙҙәр... Илмира әсәһен йөрәге өҙөлөп ҡыҙғана, нисек тә уның күңелен күрергә тырыша. Ҡулына эш тейҙермәй, яҡшы уҡый, ҡыҫҡаһы, саҡ ҡына ла әсәһенең күңелен ҡырмай.

Әсә үҙенең эсенә йомолған, өлтөрәп йөрөгән Илмираны күҙенә лә элмәй. Бар ни ул, юҡ ни... Ҡайһы саҡ уйҙарынан арынып, үҙенә текләгән күҙҙәрҙе күрә лә ҡыйынһынып киткәндәй була ҡатын. «Был хәлдәргә Илмираның бер тамсы ғына ла ғәйебе юҡ бит инде. Мин ни эшләп оло ҡыҙымды онотоп китәм һуң? Исмаһам, шул бала хаҡына булһа ла үҙемде еңергә тейешмен бит». Өндәшмәй генә сәй эстеләр. Балалар икәү булғанда Гөлдәриә тиҙ генә нәмә булһа ла бешерергә өлгөрә ине. Илмира өндәшмәй генә кейенде лә башын баҫып ҡына мәктәбенә китте.

Гөлдәриә көҙгөгә күҙ һирпте. Ҡасандыр сәскә кеүек балҡып торған йөҙ түгел инде хәҙер. Кешеләр араһында йәшәгәс, уларҙы өркөтөр ҡиәфәт менән йөрөмәҫкә ине лә... Гөлдәриә, ҡаш-күҙен бер аҙ һәрмәләп, ирендәренә буяҡ һалғандан һуң, кейенеп тышҡа сыҡты.

Көн йонсоу. Ара-тирә рашҡы ла һибәләп алғылай. Туҡталыштағы кешеләр көндөң алама булыуына һуҡранып ҡуя. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, бер ҡартҡа иғтибар итте. Йәнһеҙ, күңелһеҙ кешеләр араһында бер үҙе нур сәсеп, балҡып торған төҫлө. Ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы бабайҙың күҙҙәре йәп-йәш, мөләйем балҡый — көн яҡтырып киткәндәй. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға яҡынлашты. Ғәжәп, ҡырыҫ көн, гөжләп торған ҡала, бөтә халыҡ юҡҡа сыҡҡандай тойолдо. Бар донъяла балҡыу ҡарашлы ҡарт ҡына алдында баҫып тора.

- Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргән икән, унан ваз кисмәҫкә кәрәк, — ти ҡарт ғәжәп яғымлы, уйсан тауыш менән.

«Миңә төбәп әйтәме һуң?» — Гөлдәриә тирә-яҡҡа ҡарап алды. Һүҙҙәр уға төбәлгәйне.

-Һин шул тиклем өҙгөләнеүең менән баҡый донъялағы сабыйыңа тынғылыҡ бирмәйһең. Ожмах ҡошо булып талпыныр урынға, уның йәне ерҙән китә алмай бәргеләнә, өҙгөләнә. Һине йәлләй, ләкин бер ни ҙә ҡыла алмай.

- Ни эшләйем, ни хәлдәр генә итәйем һуң? Үҙемде еңә алмайым. Теге донъя өсөн яралғанмы ни балам?

- Шәһиттәр үлеме менән киткән кешенең исемен ҡушмаҫҡа кәрәк ине. Гандиҙар нәҫеле бер ҡасан да үҙ үлеме менән үлмәгән бит. Ҡылыр ғәмәлеңде ҡыл, үтер сәфәреңде үт. Шунһыҙ тыныслана алмаҫһың, балам.

- Ниндәй сәфәр көтә мине?

- Хаж сәфәре, хаж ғәмәле.

«Өнмө-төшмө?.. Әллә аҡылдан яҙаммы?» — Гөлдәриә алан-йолан ҡаранды. Шул уҡ туҡталыш, гөжләп килеп туҡтаған автобустар, ашығыусы халыҡ, ят йөҙлө кешеләр. Бабай ғына юҡ. Ана, туҡталышҡа Гөлдәриәнең маршруты етеп килә. Ул автобусҡа табан атланы.

* * *

Гөлдәриәнең эше шаҡтай ҡатмарлы, ауыр. Шәфҡәт туташы ул. Шифахананың дежур шәфҡәт туташы үҙенә билдәләнгән ауырыуҙар тарихын яттан белергә тейеш. Бында йөрәк сирлеләр килә, бер минут һуңға ҡалыу ҡайһы берҙә үлемесле булырға мөмкин. Элек эшенә бөтә күңелен һалып эшләй торғайны. Ауырыуҙар ҙа уның менән дуҫлаша, ҡайтып китер саҡта күҙ йәштәре менән тиерлек хушлаша ине.

Хәҙер ул эсенә йомолған, йәнһеҙ машина кеүек. Кешеләрҙең йөҙөн-күҙен түгел, ауырыу тарихтарын ғына күрә. Дөрөҫ, әле лә хеҙмәтенә тоғро, барыһын да теүәл башҡара.

Бөгөн бар уйы - аяҡ үрә баҫып күргән төшөндә. Төш тимәй, ни тиһең инде? Был хаҡта белекле генә кеше менән кәңәшләшмәй булмай. Уйлана торғас, кешеһен дә тапты — Ғәлимә инәй! Эштән һуң тура уға йүгерергә кәрәк булыр. Өс балаһын юғалтҡан сабыр ҡатын әле бөтә ғүмерен намаҙлыҡ өҫтөндә уҙғара. Хоҙай ниндәй түҙемлектәр бирә икән уға? Гөлдәриә күңеленә «Хоҙай» төшөнсәһе килеп ингәненә тертләп ҡуйҙы.

Эш көнөн тамамлап, Ғәлимә инәһенә юл тотҡанда, Гөлдәриә аяғына баҫып тора алмаҫ хәлгә еткәйне. Күтәреп-буҙарып килеп ингән ҡатындың хәлен әбекәй тиҙ аңланы, диванға мендәр ташлап, ятып торорға ҡушты. Үҙе кухняға сәй ҡуйырға йүнәлде. Гөлдәриә билдәһеҙлеккә сумды...

Көндөҙгө ваҡиғалар өҙөк-йыртыҡ күҙ алдында әйләнде, теге балҡыу ҡарашлы ҡарт та шәйләнеп ҡалды.

— Йә, балаҡай, бер аҙ хәл алғанһыңдыр, әйҙә, сәй эсәйек.

Инәй шул арала ҡоймағын да ҡойоп өлгөргән, табынға бер нисә төрлө ҡайнатма менән шәкәргә буталған баланын да ул тыртҡан. Бисмиллаһын әйтеп, хуш еҫле сәйен яһағас, өндәшмәй генә берәр сынаяҡты бушаттылар. Ғәлимә инәй, ғәҙәттәгесә, ашыҡмай.

— Балан ҡап. Янған йөрәкте баҫа, күңелде тынысландыра ул.

— Ғәлимә апай, кеше аяҡ үрә төш күрәме ул? — Гөлдәриә һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

— Асыҡлап һөйлә, балам. Бер ни ҙә төшөнмәйем бит әле.

Гөлдәриә иртәнге ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.

— һеҙ, замана балалары, мөғжизәгә ышанып бармайһығыҙ. Мин үҙем шундай хәлгә юлыҡһам, Хызыр Ильясты осраттым, тип әйтер инем.

Гөлдәриәгә эске һиҙемләүе ышанырға ҡушһа ла, һаман аптырай, айыҡ аҡылы ҡаршы төшә.

- Ә хаж сәфәре тигәне? Мин унда барайыммы? Бик күп аҡса кәрәктер уның өсөн. Заманаһы ниндәй бит әле? Унан килеп, дини кеше лә түгелмен. Бәләкәй саҡта Фәхерниса өләсәйем өйрәткәндәре лә иҫтән сыҡҡан.

- Эй, ҡыҙым, ҡыҙым! Ниңә улай кирегә һөйләп тик ултыраһың ул? Эсеңә шайтан ояламағандыр ҙа! Ҡайғы тамам алйытҡан һине. Үҙеңә әҙерәк баш булырға кәрәк. Хоҙай Тәғәлә ярҙамына ҡаршы төшәһең. Динле кеше булыу өсөн Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышаныу кәрәк. Ҡалғаны әкренләп үҙе килер. Доғалар өйрәнерһең, ғибәҙәткә баҫырһың, Аллаһы бойорһа. Хаж ғәмәленә килгәндә инде, насип булһа, унда ла сәфәр төшөр. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

Гөлдәриә тормошоноң кинәт кенә башҡа юлдан китеренә әҙер ҙә түгел ине, юғалып ҡалды. Уның кисерештәрен аңлап ултырған Ғәлимә инәй:

— Һин мәсеткә барып ура әле, ҡыҙым. Мөслимә абыстайҙы күр. Ул йәш булһа ла, бик белемле, аҡыллы ҡатын. Мин әйтеп бөтөрә алмағанды әйтер.

Күңелендә ниндәйҙер тынысланыу тойоп, ҡатын ҡайтырға сыҡты.

Ҡыҙы ҡайтып сәй ҡайнатып эскән. Диванға йомарланып ҡына ултырған да дәреслеген уҡый. Әсәһен күргәс, бала талпынып ҡуйҙы. Ҡапыл йәнләнгән һымаҡ, ҡапыл һүнде. Һуңғы ваҡытта әсәһенең үҙенә ҡарата иғтибарһыҙ булыуына күнегеп бөткәйне инде.

Ә Гөлдәриә был ваҡыт донъяһына бөтөнләй сит кеше күҙе менән ҡарап сыҡты. Фатирҙан ҡот киткән: тәҙрә төптәрен, шкафтарҙы, китаптарҙы туҙан ҡаплаған, тегендә-бында әйберҙәр туҙышып ята... Әсәнең кәйефе ҡыҙына ла күскән, уның да ҡанаты һәленгән.

— Былай булмай инде, — тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы ул. Ҡыҙының бала еҫе лә китмәгән башын күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан һөйҙө.

— Әйҙә, балам, өйҙө йыйыштырып алайыҡ...

Икәүләп нуры ҡасҡан фатирҙы йыуырға, туҙан һөртөргә, балаҫтарҙы тышҡа сығарып ҡағырға керештеләр. Икеһе лә йәйләнде, йөҙҙәренә нур ҡунды. Илмира ҡанатланып осоп ҡына йөрөй, әсәһенең күҙ ҡарашын, һәр ым-хәрәкәтен аңлап ҡына тора.

Барыһын да ипкә килтергәс, Гөлдәриә шартына килтереп былау бешереп алды. Бала дәрестәренә ултырҙы. Ҡыҙы менән бер түшәккә ятып йоҡланы Гөлдәриә. Беренсе тапҡыр һаташманы, төш күрмәне.

* * *

Күңелдәге ниәт ара-тирә елкендереп ҡуя. Тик был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Эйе, кем менәндер кәңәшләшмәй булмай.

Гөлдәриә йома көндө эшен тиҙерәк теүәлләп, иртәрәк ҡайтырға булды. Уға алмашҡа килеүсе Нәзирә лә һис һүҙһеҙ дежурлыҡты алдараҡ ҡабул итергә ризалашты. Былай булғас,бөтәһе лә яйлы бара. Мөслимә абыстайҙы мотлаҡ күрергә кәрәк, йома намаҙына килгән халыҡ та бығаса ҡайтышып бөткәндер.

Абыстай, ысынлап та, мәсеттә ине. Ул мәсет имамы булған тормош юлдашына һәр яҡлап теләктәш, ярҙамсы, кәңәшсе. Әле лә Ғабдулла хәҙрәттең эш кабинетында дини тәртиптәргә ҡағылышлы һорауҙары булған ике ханым менән һөйләшә тинеләр. Мөслимә ханым менән Гөлдәриә, яҡташтар булыу сәбәпле, яҡшы ғына таныштар. Абыстай ҡайғылы яҡташын ихлас ҡаршыланы, хәл-әхүәлен һорашты. Ул бөгөн Гөлдәриәлә бер аҙ йәнлелек тойоп шатланып китте. Гөлдәриә лә йөҙөндә илаһи нур балҡып торған абыстайға һуңғы ваҡытта кисергән, баш ватҡан, аптыратҡан хәлдәрен һөйләне. Мөслимә ханым ихлас тыңлап бөткәндән һуң бер аҙ уйланып ултырҙы.

- Ниәтең изге, туғаным. Бар күңелең менән шул ҡарарҙы ҡабул итеүең — иң мөһиме.

- Эйе, һуңғы көндәрҙә ошо ниәтем тамам нығынып етте. Тәүҙә икеләндем инде.

- Рим әфәнде нисек ҡарар? Ул ни әйтер?

- Ул ни, мин ни уйлайым, шуны ҡабул итә инде, бер ҡасан да ҡаршы килгәне юҡ.

- Бөтә күңеле менән яратҡан кешеләр генә шулай була. Тағы нимә тотҡарлай һуң?

-Нимә тип ни... Шундай йыраҡ сәфәргә сығыу ҡот осҡос сығымдар һорай бит. — Гөлдәриә ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды.

- Иншаллаһ, ҙур кәртә түгел, һеҙҙең йортта булғаным бар. Бик етеш йәшәйһегеҙ. Барлыҡ йыһазды аҡсаға әйләндереп була бит. Баш өҫтөндәге ҡыйығыңдан яҙмаһаң, донъя малы табыла ул. Донъя малы - дуңғыҙ ҡаны.

Гөлдәриәнең яңғыҙ ҡалып, был турала иркенләп уйлағыһы килде. Ул ҡапыл ҡайтырға йыйынды, хушлашыу яғын ҡараны. «Кәңәшем оҡшаманы, буғай. Хәйер, кешене шул тиклем тиҙ аңлап буламы ни? Аҙағы нисек булырын сабыр итеп көтөргә генә ҡала», - тип уйланы Мөслимә ханым.

Ҡыҙы сәй ҡайнатып әсәһен көтә ине. Әсәһендәге үҙгәреште күргән бала ҡанатланып ҡына тора, ниндәй йомош ҡушһа ла үтәргә әҙер. Тәмләп сәй эсеп алдылар.

- Ҡыҙым, һин хәҙер ҙур бит инде, - тип әкренләп кенә һүҙ башланы әсә. — Баштан үткән ҡайғы беребеҙҙе лә урап үтмәне. Һин бөтәһен дә төшөнәһең, аңлап тораһың. Ҡайғыны ғүмер буйы үҙең менән һөйрәп йөрөтөүе, ай, ауыр. Унан арына белергә кәрәк. Шуның өсөн атайың менән миңә йыраҡҡа сәфәр сығырға тура килер. Бер Хоҙай үҙе генә белә, бәлки, гонаһтарыбыҙ ҙа булғандыр, уларҙан тәүбә итергә, ҡорбан килтерергә лә кәрәктер. Ҡыҫҡаһы шул, балам, беҙ хаж сәфәрендә йөрөп ҡайтырға тейешбеҙ.

Ҡыҙ бала өнһөҙ ҡалды. Оҙаҡ ваҡыт үҙе генә ҡаласағын уйлап, күңелһеҙләнеп китте, баҙап ҡалды. Ҡорбан, хаж тигән төшөнсәләрҙе аңламай түгел, аңлай. Ҡорбан икән, ҡорбан! Иркә бала кеүек холоҡһоҙланып, ҡарышып ултыра торған ваҡытмы ни?

— һеҙгә шулай кәрәк булғас, — тип кенә әйтте.

— Эй, балам, аңлап тораһың. - Ҡатын ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. — Бының менән генә бөтмәгән бит әле. Күп аҡса ла кәрәк. Уны беҙгә бер кем дә килтереп тоттормаҫ. Тиҙ генә ваҡыт эсендә ҙур сумманы беҙгә ҡайҙан табырға? Кешенән алып торғо килмәй. Шулай булғас, үҙебеҙҙең генә мөмкинлектән сығырға ҡала. Уйлап ҡараһаң, фатир тулы мөлкәт, күбеһенең кәрәге лә юҡ.

— Һатырға кәрәк булырмы?

— Эйе, ҡыҙым, баш һау булһа, мал табылыр. Ҡайтмаҫ ергә киткәндәрҙе генә ат башындай алтын биреп тә ҡайтарып булмай.

Тын ҡалдылар. Илмира әсә ҡарары менән һис һүҙһеҙ килешә ине. Шунан фатирҙағы йыһаздарҙы күҙҙән үткәрҙеләр.

Бөтәһе лә бер иштән булһын тип, стенканы ла, йомшаҡ мебелде лә Мәскәүҙән ҡайтартҡайнылар. Гәлсәр люстраны ҡабыҙып ебәреүгә, ҡыҙыл ағастан яһалған йыһаздар өйгә нур һирпеп ебәрҙе. Шкаф эсендәге алтын ялатылған аш, сәй сервиздары ҡалай ялт итеп тора! Бохараға экскурсияға барғанда алып ҡайтҡан келәм саф йөндән генә.

Тормош иптәше Рим ҙур вазифалы урында эшләгәс, бөтәһе лә мулдан, ҡиммәттән булды шул. Мал йыйыу, түрәләр менән аралашыуҙар бөтәһе лә йыраҡ үткәндәрҙә тороп ҡалды һымаҡ. «Шулар бөтәһе лә кәрәк инеме икән?» — Гөлдәриә беренсе тапҡыр үҙенә ошо һорауҙы бирҙе. Әлеге ваҡытта тауҙай донъя малы, ошо тиклем йыһаз кәрәкме? Ҡыҙы менән икеһенә ике сынаяҡ, бер сәйнүк менән кәстрүл, ике ултырғыс, шунан түшәк кәрәк-ярағы. Ә кәрәкмәгәне ҡот осҡос күп. «Эйе, тормошта төп маҡсат —мал йыйыу түгел, мәғәнәле йәшәү», — тип уйланы Гөлдәриә. Ә мәғәнәле йәшәү үҙе ни була һуң? Ике балаһы тормош маҡсаты һымаҡ ине — береһен юғалтты инде.

Бала ла үҫеп етә, үҙ тормошон башлай. Ә унан һуң да үҙеңде нимәгәлер арнап йәшәргә кәрәк бит. Һаман донъя ҡыуыр, мәхлүк һымаҡ ҡорһаҡ тултырыр, һуңынан ятып йоҡлар өсөн генә йәшәйме кеше? Рухи донъя тигән төшөнсә лә бар. Үҙеңде, баш ҡаларҙы бар иткән бөйөк көс тә бар икән. Булмышыңды бөйөк ижадсыға арнау, ғибәҙәт ҡылыу һымаҡ оло маҡсаттар ҙа бар икән! «Донъяла Аллаһ тигән бер бөртөк инсандың булыуы ахрызаманды кисектерер, кешелекте ҡотҡарыр», — ти торғайны Фәхерниса өләсәһе, һинең ғибәҙәтеңдең үҙеңә генә түгел, бөтөн кешелек өсөн изгелеге бар икән дә баһа. Уйҙарының шундай йүнәлеш алып китеүенә Гөлдәриә аптыраны.
Хаж ҡылырға ҡатын-ҡыҙ яңғыҙы бара алмай, уға юлдаш булып ҡәрҙәш-ырыуҙан ир-ат йөрөргә тейеш. Гөлдәриә, Римдән башҡа кем барһын инде, тип уйлап та бөтмәне, телефон шылтыраны.

- Ҡайҙа юғалдың? - Римдең тауышы шаҡтай борсоулы, хафалы. - Йә үҙең шылтыратмайһың, йә мин шылтыратҡанда өйҙә булмайһың. Ҡурҡа башланым хатта.

Гөлдәриә өҙә-йолҡа һуңғы ваҡытта кисергән ваҡиғаларҙы һөйләргә кереште. Ире уны бүлдермәйенсә тыңланы, хәбәр бөткәс тә өндәшмәй торҙо.

- Алло, алло! Әллә бәйләнеш өҙөлдөмө? — Гөлдәриә хәүефләнеп иренен тешләне. Рим риза булмайынса трубканы һалып ҡуйһа?

- Һөйөклөм, һин нисек хәл иткәнһең, шулай булһын әйҙә. Тик һиңә яҡшы булһын, һин генә тыныслан. Үлеп һағындым, ҡайтыр ваҡытты сәғәтләп һанайым тиерлек.

Гөлдәриә иренең ризалашасағына ышанһа ла, шулай тиҙ генә ыҡҡа килер тип көтмәгәйне.

«Эйе, Рим генә, фәҡәт ул шулай ысын дуҫ, ысын иптәш була ала», - тип уйланы ҡатын. Күңеленә оло ҡәнәғәтлек, йыуаныс килде. Иртүк торор өсөн һуңға ҡалмай ятырға булды. Ҡыҙы бесәй балаһындай йомарланып йоҡлап киткәйне. Киң, йомшаҡ урынға ятҡас, күҙҙәре шар асылды, уйҙары йәшлегенә китте.

Гөлдәриәне уйҙары Татарстанына, тыуған Арса яҡтарына әйҙәне.

Автор:
Читайте нас