Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня , 06:44

«Өйҙә газ булмаған»

Башҡортостанда янғында өс бәләкәй баланың һәләк булыуының ентекле шарттары билдәле булды

10 июндә Салауат районының Яңы Ҡаратауыл ауылында торлаҡ өй (6×6 м) тоҡанған. Янғын һүндерелгән, әммә өй ҡалдыҡтарын һүткәндә өс бәлиғ булмаған баланың — 6, 8 һәм 11 йәшлек — кәүҙәләре табылған.

 

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы барған, тикшереүселәр, эксперттар, тәфтиш органдары һәм психологтар эшләй.

 

Салауат районы башлығы Марс Ҡашапов UTV-ға хәбәр итеүенсә, балаларҙы әсәләре бер үҙе тәрбиәләгән. Бөгөн ул, өс балаһын бер үҙҙәрен ҡалдырып, эш буйынса Малаяҙға киткән булған.

 

📣«Аталары улар менән йәшәмәне. Өс балаһын бер үҙҙәрен ҡалдырған, быға тиклем дә шулай иткәне булған, йәштәре быға мөмкинлек биргән. Хәҙер ҡатын менән медиктар эшләй, янғындың шарттары һәм сәбәптәре асыҡлана. <...> Өйҙә газ да, электр уты ла булмаған, ғаилә көрсөклө (имен булмаған) ғаиләләр иҫәбендә тормаған», — тип һөйләне UTV-ға Марс Ҡашапов.

Автор:
Читайте нас