Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня , 08:15

Ил яҙмышы - ир яҙмышы

 Даны тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән уйылған 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың радисы булып хеҙмәт иткән яугир олатаһы тураһында бәләкәйҙән ишетеп, уның менән ғорурланып үҫһә лә, яҡташыбыҙ ҡасандыр үҙенә лә уның юлын дауам итергә тура килер тип башына ла килтермәй.

Ил яҙмышы - ир яҙмышыИл яҙмышы - ир яҙмышы
Ил яҙмышы - ир яҙмышы

Райондашыбыҙ бына инде 4 йыл ил мәнфәғәттәрен яҡлап, неофашистарға ҡаршы һуғыша. Мобилизацияланыу тураһындағы ҡағыҙҙы ул Ырымбур өлкәһенән эштән бары тик бер көнгә генә ялға ҡайтҡан сағында ала. Ғаилә хәле буйынса тороп ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнгән ир-егет яҡындарының үтенесенән ҡырҡа баш тарта. Әлеге көндә ул тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Хәйер ял тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, ҡайтыуының төп сәбәбе – аяғы яраланған. 

 ...Халҡыбыҙға хас баҫалҡылыҡҡа эйә булған ысын ир-егет ут эсендә күргән-кисергәндәре хаҡында һөйләргә яратмай. Әңгәмә барышында уға бирелгән һорауҙарыбыҙҙың да күбеһе яуапһыҙ ҡалды.

 Ир-егетте көслө лә, сая ла иткән, батыр ҙа, ҡыйыу ҙа яһаған – ул гүзәл зат. Яугирҙың күктәр тарафынан тәғәйенләнгән һөйгән йәре Нәзифә уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Абруйлы педагогтар ғаиләһендә буй еткән ҡыҙ ҙа һөнәр һайлар ваҡыт еткәс ата-әсәһенең эҙенән китә. Бына инде байтаҡ йылдар  “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһын етәкләй, шулай уҡ тәрбиәсе эшен дә башҡара. Хеҙмәттәштәре - тәрбиәсе ярҙамсыһы Фәрҙәнә Рафиҡова һәм ашнаҡсы Резеда Юнысова менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп эшләй ул. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй Нәзифә Сәлих ҡыҙы: саңғы ярыштарында, төҙөкләндереү өмәләрендә әүҙем ҡатнаша; бер генә мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ - төрлө кисәләрҙе ойоштороп, моңло итеп йырларға ла, балаларҙы сәхнәгә йәлеп итергә лә өлгөрә ул. Быларҙан тыш, яугирҙарға гуманитар ярҙам итеү эшен дә ойоштора: ауыл чатында төркөм асып, ауылдаштарына мөрәжәғәт итә. Уның башланғысына дәррәү ҡушыла биләмә халҡы: 800 меңгә яҡын аҡса йыйыла, кәрәкле әйберҙәр һатып алып,  сәк-сәк, сөсө икмәк бешереп, туҡмас ҡырҡып, консерваланған аҙыҡ-түлек әҙерләп, тап Сәйетҡол һәм Бикеш ауылдарынан киткән егеттәргә исемле посылкалар, аҡсалата ярҙам ебәрәләр; станоктар эшләтеп, маскировкалау селтәрҙәре үрәләр; хатта мотоцикл һатып алып ебәрәләр. Тынғыһыҙ Нәзифә Сәлих ҡыҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы бар ауыл менән ҡаршы алыуҙы, уларҙы һәм уларҙың әсәләрен, яҡындарын мәҙәниәт усағына саҡырып, осрашыу-концерттар уҙғарыуҙы ла ойоштора. 

 ***

 Тормош иптәше  менән Нәзифә өс бала үҫтерә. Бик матур донъя көтә күркәм пар. Уларҙың ике ҡатлы заманса йорттары  ике яҡ туғандар өсөн дә көс туплар, йәшәү дәртен арттырыр, күңелдәрҙе йылытыр усаҡ булып тора. Нисәмә йыл әсә менән ҡыҙҙай бергә татыу ғүмер кисергән килен менән бейем - Нәзифә менән Миңзәлә апай һәр кемгә асыҡ йөҙлө, туған-тыумасаны ғына түгел, өйгә килгән һәр кемде ихлас ҡаршы алып, ихлас оҙатып ҡала. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡҡа эйә улар: яҡындары яуҙа йөрөгәндә нисек кенә ут йотһалар ҙа, нимә уйлап, ниҙәр кисергәндәрен һис кемгә белдермәй килен менән бейем...

 Был матур ғаилә хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙ биттәрендә уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас