

Дауа – аяҡ аҫтында, тиҙәр. Ысынлап та, услап-услап дарыу ашаһаҡ та, ялан-болондарҙа үҫкән күп үләндәрҙе ҡулланырға ашыҡмайбыҙ. Әлеге мәлдә ялан-ҡырҙарҙа ап-аҡ булып сәскә атҡан еркәүек (таволга) үләненең файҙаһын күптәр белмәйҙер ҙә әле.
Үҫемлек борон-борондан халыҡ медицинаһында киң ҡулланылған. Дарыу маҡсатында үҫемлектең бөтә өлөштәрен — үлән, сәскәләр һәм тамырҙарҙы ҡулланалар. Уны 100 сирҙән дауа, тиҙәр.
Сәскә атҡан еркәүектең еҫен ҡан эскес бөжәктәр - серәкәйҙәр, ләпәкәйҙәрҙәр, иңкештәр һәм себендәр яратмай. Әммә шул уҡ ваҡытта үҫемлек бал ҡорттары өсөн яҡшы, баллы үҫемлектәрҙең береһе тип һанала.
Үлән төнәтмәһен һалҡын тейеү һәм ревматик ауыртыуҙар ваҡытында ҡулланалар. Тамырын төнәтеп, организмдың хәлен дөйөм нығытыу, бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланалар. Сәскәләренең төнәтмәһе водянканан, ревматизмдан һәм подагранан һаҡланыуҙың һыналған сараһы булараҡ баһалана. Үлән йәки тамыр төнәтмәһенән артрит йәки ревматизм менән зарарланған быуындарға компресс яһайҙар. Үлән төнәтмәһе бактерияларға ҡаршы тәьҫир итә һәм аяҡтағы трофик сей яраларҙы, башҡа яраларҙы һәм бешкән урындарҙы эпителизациялауға булышлыҡ итә һәм иртә дауалау сараһы булараҡ ҡулланыла ала.
Сәскәләрҙең төнәтмәһе ҡан тамырҙарын нығытыу, шешеүгә ҡаршы, сей яраға ҡаршы, стресс-протектив үҙенсәлектәргә эйә.
Сәскәләре һәм япраҡтары ҡайһы берҙә сәйҙе алмаштыра.
Әммә ул түбәндәге осраҡта - эсәк атонияһы, гипотензия, гемофилия, ауырлы ваҡытта, тромбоцитопения, эпилепсия булғанда һәм 14 йәшкә тиклемгеләргә ЯРАМАЙ!
Еркәүек, ерек ҡураһы, ерегүлән (руслабазник, лат. Filipéndula) —рауза һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 2 метрға етергә мөмкин. Июнь-июль айҙарында сәскә ата. Кәм тигәндә 16 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса зонаһында үҫә.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа (мәҫәлән, «Флора СССР» баҫмаһында, 1934—1964) Filipendula ырыуы өсөн берҙән-бер урыҫса атамаһы — Лабазник килтерелә, ә таволга атамаһы Spiraea атамаһы өсөн ҡулланыла . Шул уҡ ваҡытта, башҡа күп кенә баҫмаларҙа Filipendula ырыуы өсөн урыҫ атамаһы булараҡ Таволга ла, Лабазник та күрһәтелгән, ҡайһы берҙә беренсе урында Лабазник тора, ә икенсе ерҙә — Таволга.