Мораҙым
+16 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь , 11:30

Пәйғәмбәр доғаһы

Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Ихлас күңел менән: “Ләә-Иләһә-Илләл-лаһ!” – һүҙҙәрен әйтә белгән бәндә өсөн күктәрҙә асылмай ҡалған ҡапҡалар булмаҫ. Улар һине оло гонаһтарҙан ҡурсалап, был һүҙҙәрҙең Аллаһ хозурына барып етеүенә ярҙам итер”.

🌸Тәүхид һүҙҙәрен әйткән ваҡытта үҙеңдең дә телең менән күңелең пак булырға тейеш.

 

Ысынлап та, Аллаһ бәндәләре гонаһ эшләп йөрөгәндә улар күңелендә ҡара тап барлыҡҡа килә. Ихлас күңел менән тәүбә итә белгәндә был тап та юҡҡа сыға, тәүбә итә белмәһәң, урынында ҡалып, гонаһ эшләгән һайын ҙурая бара. Күңел тулыһы менән ҡарайып ҡалырға ла мөмкин.

 

🌸Күңеле бөтөнләй ҡарайып ҡалмаһын өсөн, бәндә дүрт төрлө нимәгә иғтибар итһен:
✅Гонаһ эшләмәһен.
✅Ахмаҡ кешеләр менән һүҙ көрәштереп йөрөмәһен.
✅Кәрәк-кәрәкмәҫ сәбәптәр табып, сит ҡатындар менән ваҡыт үткәрмәһен.
✅Күңелдәре үле кешеләр менән бергә булырға тырышмаһын.

 

Шайтан кеше күңелен тынғылыҡтан айырып ҡына торорға тырыша, Аллаһты зекер итеп торған күңелгә генә ул яҡын бара алмай.

 

💯Әбү Ғәли Дәҡҡаҡ өйрәткән: “Ләә-Иләһ...” – тип Тәүхидтең тәүге һүҙҙәрен әйтеү менән кеше күңеле саңы һөртөлөп алынған көҙгө кеүек яҡтырып китә. “Илләл-лаһ!” – тип дауам иткән саҡта унда илаһи нур барлыҡҡа килә”, - тигән.

Автор:
Читайте нас