

Зариф Закир улы ағымдағы йылда аҙаҡҡы тапҡыр 6 февралдә килеп, граждандарҙы борсоған һорауҙарға яуап биреп, махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыусы район ирекмәндәренә, активистарына йәмәғәт наградалары тапшырғайны. Был юлы иң тәү сиратта төп иғтибарын яуҙа ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп, илебеҙ өсөн шәһит киткән яугирҙарҙың ата-әсәләренә бүлде. Һәр ҡайһыһына оло рәхмәтен еткереп, дәүләт мәнфәғәттәрен, илебеҙ именлеген яҡлап сафҡа баҫырҙай ҡыйыу йөрәкле улдар тәрбиәләгән Вәсилә менән Файыҡ Вәлитовтарға, Фирҙәүес менән Рамаҙан Ҡотлогилдиндарға, Рәмзиә менән Шәүҡәт Дауытовтарға, Фәнисә менән Марат Рәхимовтарға, Ольга һәм Анатолий Долгановтарға “Ватан һаҡсыһы үҫтергәне өсөн” йәмәғәт наградаһын, рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Шулай уҡ урындағы үҙидараның эшмәкәрлеге үҫешенә тос өлөш индереүсе Рөстәм Бикбулатовты иҫтәлекле сәғәт менән бүләкләне. Район әүҙемдәре - район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Әнисә Тимербаеваға, ирекмән Ольга Еременкоға, участка лесничийы Юлай Ҡолтаевҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Күп функциялы үҙәктең конференц-залында үткән осрашыуҙа депутат ҡайһы бер закондарға индерелгән өҫтәмәләргә аңлатма биреп, ағымдағы йылда ҡабул ителгән яңы закондар менән таныштырҙы, махсус хәрби операцияла булғандарҙың ғаиләләренә ҡағылышлы яңы дәүләт саралары, льготалары тураһында әйтеп, закондарҙың халыҡ өсөн сығарылғанына баҫым яһаны. Кешене кредит һаҙлығынан ҡотҡарыуға булышлыҡ итеүгә, ике һәм унан артыҡ бала тәрбиәләгән ҙур ғаиләләрҙең матди яғын яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар, яңы дәүләт саралары күрелеүе, әлбиттә, ҙур ҡыуаныс. Тик уларҙы кешегә ныҡлап өйрәнергә һәм дәүләт ярҙамын дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк.
“Ир-егеттәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһының урындағы ағзалары менән кәңәшмә ҡороп, төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүсе граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, депутат район ерлегендә милли һәм федераль проекттарының нисек бойомға ашырылыуы менән танышты. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә Ленин урамында йәмәғәт урындарын төҙөкләндерелеү буйынса, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса район мәҙәниәт һарайының спорт залында барған эштәр – береһе лә уның иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Белеүегеҙсә, М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының төп корпусында ла әлеге ваҡытта уттай ҡыҙыу ремонт эштәре бара. Бында класс бүлмәләре, ашхана, йылытыу, шулай уҡ инженер һәм янғын хәүефһеҙлеге системалары яңыртыласаҡ; республика бюджеты иҫәбенә гимназия ихатаһын төҙөкләндереү ҙә планлаштырылған. Зариф Закир улы ремонт эштәренең барышы менән танышып сығыуға ла иғтибар бүлде. Артабан Йомағужа ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр приютына юлланды.