

"Был байрам башҡорт халҡының бай рухи мираҫын һаҡлауға һәм киләһе быуынға еткереүгә йүнәлтелгән мөһим сара булды.
Байрам Йылҡысыҡҡан күле буйында урынлашҡан Аҡбуҙат һәйкәле янында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды. Әйткәндәй, эпостың төп образдарының береһе булған ҡанатлы толпарға һәйкәл 2021 йылда ҡуйылған.
Байрам “Шүлгәнташ” музей комплексында дауам итте. Бинаның аҡ һәм ҡара төҫтәге ике өлөшө изгелек менән яуызлыҡтың, Урал менән Шүлгәндең ҡапма-ҡаршылығын һүрәтләй. Музей комплексында экскурсия үткәрҙеләр, тантаналы рәүештә “Урал батыр” эпосын өйрәнеүгә арналған махсус класс асылды, - ти был сарала ҡатнашҡан “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Нәзирә ИШКИЛДИНА. - Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев сәләмләне. Ул үҙ сығышында “Урал батыр” эпосының башҡорт халҡында рухи нигеҙ тәрбиәләүен билдәләп, йәш быуындың ата-бабалар мираҫын яҡшы белергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның һүҙҙәренсә, халыҡтың көсө һәм киләсәге - үҙенең тарихына, мәҙәниәтенә һәм рухи ҡиммәттәренә таяныуында. Шуға күрә эпосты өйрәнеү буйынса яңы кластың асылыуы милли мираҫты һаҡлау юлындағы мөһим аҙымдарҙың береһе булып тора. Артабан, “Урал батыр” эпосына арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте, унда күренекле ғалимдарҙың сығыштары ҡаралды.
Байрамдың иң сағыу һәм иҫтәлекле сараларының береһе “Робоһабантуй” тип аталған робототехника һәм традициялар фестивале булды.
Байрам сараларының рәсми өлөшөндә Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Ул “Урал батыр” эпосын башҡорт халҡының алтын рухи ҡомартҡыһы тип атап, уның быуындар бәйләнешен нығытыуҙағы әһәмиәтен билдәләне. “Шүлгәнташ” музей комплексы директоры Фәүзил Маликов эпосты өйрәнеү һәм популярлаштырыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Байрам ҙур концерт программаһы менән тамамланды. Сәхнәлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Тарпан” төркөмө, “Сулпан” балалар театры һәм башҡа ижади коллективтар сығыш яһаны.
“Урал батыр” эпосы мотивтары буйынса әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша барыһында ла һоҡланыу уятты. Эпос геройҙарының кейеҙҙән тегелгән милли костюмдарҙағы дефилеһы тамашасыларҙы боронғо башҡорт донъяһына алып ҡайтты.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторҙо.
“Урал батыр” эпосы көнө – ул халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә һәм рухи ҡиммәттәренә ихтирам күрһәтеү байрамы. Бындай саралар милли мираҫты һаҡлауға, йәш быуында үҙ халҡының тарихына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә".