Мораҙым
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июня , 10:58

Колорадо ҡуңыҙынан нисек ҡотолорға? Б

Баҡсала химик инсектицидтар ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Нимәгә беҙгә аллергия, онкология, диабет, анемия, ҡан баҫымының күтәрелеүе, иммунитеттың көсһөҙләнеүе, елһенеүҙәр, шеше­неүҙәр һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәр? Үҫемлектәрҙе ағыулы химикаттар менән эшкәрткәндә улар ҡоротҡостарҙы ғына үлтерә тип уйламағыҙ. Ағыу тупраҡҡа, үҫемлек тамырҙарына йыуылып төшә, йәшелсә-емештә туплана, улар аша беҙҙең организмға үтеп инә. Ә халыҡ ысулдарына килгәндә...

Халыҡ сараларын да оноторға ярамай. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы үҫемлеккә  ағас көлө һибеп сығырға (бер сутыйға 10 килограмм көл); рәт араларына яңы бысҡы вағы һибергә; картуф ултырта торған соҡорға бер ус һуған ҡабығы  һалып ҡалдырырға; үҫемлектәргә бәпембә йә әрем төнәтмәһе һиптерергә (200 грамм үләнде 10 литр эҫе һыуҙа ике сәғәт төнәтеп, үләнен һөҙөп ташлағас, тө­нәт­мәгә бер стакан йәшел һабын ҡу­шырға) кәңәш ителә.

Картуфты сығарып алғас та сидераттар (тупраҡ структураһын яҡшыртып, уны сәлә­мәтләндерә тор­ған үҫемлектәр) – ужым арышы, кәрешкә,  гәрсис, майлы торма  сәсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Арыш менән кәрешкәне – яҙ, гәрсис менән торманы ер туңыр алдынан көҙ сәсеп ҡалдыралар.   

Автор:
Читайте нас