Мораҙым
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июня , 11:04

ГОРЧИЦАЛЫ КЫЯР

Ис киткеч тәмле була, яһағыҙ , үкенмәҫһегез.

Кыярҙарҙы яҡшылап йыуып бер-ике сәғәт һалҡын һыуҙа тотабыҙ.

Унан баштарын киҫеп ташлайбыҙ. Ҙурлығына ҡарап икегә, йә дүрткә буйға ярабыҙ - брусоктар яһайбыҙ.
Унан аҫта яҙылған составты һибеп, 3-4 сәғәт бүлмә температураһында ултыртып торабыҙ. Ярты сәғәт һайын әйләндереп, болғап торабыҙ. 

Стерилләнгән банкаларға ҡыярҙарҙы, бүленгән согы менән, тығыҙ итеп тултырабыҙ һәм 0,5 банкаларҙы10 минут, литрлы банкаларҙы 15 минут стерилләйбеҙ.

 

4 кг ҡыяр
көнбағыш майы - 200 гр
Шәкәр - 200 гр
Уксус - 200 г
Горчица порошогы - 2 аш ҡалағы
һарымһаҡ - 2 баш
йәшел укроп - бер ус
Тоҙ - 2 аш ҡалағы 
Ҡара борос - 2 сәй ҡалағы
Тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас