Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Июнь , 07:15

Ручка тотоп, ҡулдан яҙығыҙ!

Ҡулдан яҙғанда: *Мейе яйыраҡ ҡартая

Ғәҙәттә, беҙ компьютерҙа йыйыуға күскәнбеҙ. Был, әлбиттә, шаҡтай уңайлы, тик шулай ҙа мейенең сәләмәтлек торошон өйрәгән күп кенә белгестәр көнөнә биш минут булһа ла ҡулдан яҙырға кәңәш итә.

  Ҡулдан яҙғанда:

*Иғтибарлылыҡ арта. Алдағыҙҙа ҡатмарлы мәсьәлә килеп тыуһа, уны хәл итеү планын ҡағыҙға яҙығыҙ.

*Мейе яйыраҡ ҡартая. Хәтер һәм когнитив һәләттәр өсөн яуаплы мейе бүлектәрен әүҙемерәк йәлеп иткән һайын, улар шул тиклем үк кимәлдә ҡартайыуға яйыраҡ бирешә һәм аҡыл һәләттәребеҙ әкренерәк кәмей.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас