Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Июнь , 09:15

Ирәмәлдә айыуҙар күбәйгән!

"Ирәмәл" тәбиғәт паркында айыуҙарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелә.

Тайыштабандар "Төлөк" контроль-үткәреү пункты яғынан популяр маршрутта айырыуса күп, тип иҫкәрттеләр туристарҙы парк дирекцияһында. Шуға күрә Ирәмәл тауы тирәһендә әлегә палаткала ҡуныу кәңәш ителмәй.

Тауға менергә яратыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр: маршрутты мотлаҡ теркәргә һәм парк хеҙмәткәрҙәренә килеүең тураһында хәбәр итергә кәрәк, төркөм менән йөрөү яҡшыраҡ.

Айыуҙарҙы ҡурҡытыу өсөн маршрутта ҡысҡырып һөйләшеү, йырлау, һыҙғыртҡыс алып йөрөү зарур. Һуҡмаҡтарҙа аҙыҡ-түлек һәм сүп-сар ҡалдырырға ярамай. Ә йыртҡыс менән осрашҡанда уға яҡын барыу һәм ашатыу йәки фотоға төшөрөү тыйыла.

Автор:
Читайте нас