Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Июнь , 09:32

Өфөлә метрополитен булырмы?

Радий Хәбиров Өфө метрополитены проектын әҙерләү эше тураһында белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Комсомольская правда" радиоһына биргән интервьюһында Өфөнөң транспорт системаһын үҫтереү пландары, шул иҫәптән метрополитен төҙөү тураһында һөйләне.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, һигеҙ йыл эсендә 1500 яңы автобус һатып алынған, парк тулыһынса тиерлек яңыртылған. Электр транспорты ла үҫешә.

📣"Өфөлә метро юҡ, ләкин беҙ һөйләшеүҙәр алып барабыҙ", - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе үҙ ваҡытында проект документацияһын әҙерләүҙәрен иҫкә төшөрҙө һәм МХО тамамланғас, ресурстар мөмкинлек бирһә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға мөмкин буласағын өҫтәне.

Автор:
Читайте нас