Уны әҙерләү ҡатмарлы түгел.
Бер литрлыҡ банкаға туҡранбаш сәскәләре тултырығыҙ, өҫтөнә араҡы ҡойоғоҙ һәм 2 аҙна ҡараңғы урында һаҡлағыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән һелкеткеләп торорға онотмағыҙ. Ике аҙна үткәс, шыйыҡсаһын һөҙөп алырға һәм 1 сәй ҡалағы төнәтмәне төштән һуң йәки төнгөлөккә ҡабул итергә кәңәш ителә.
Дауаланыу курсы – 3 ай. 2 аҙна эсмәй торғандан һуң тағы өс айлыҡ курс үткәрергә мөмкин. Бер курс 3 йылға етә. Унан ҡабатларға мөмкин. (Настойка нормализует внутричерепное давление даже в тех случаях, когда другие средства не помогают).
Туҡранбашты йыйып, киптереп, сәй һымаҡ итеп тә эсергә мөмкин. Йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына яҡшы тәьҫир итә.
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).
(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынып, тәржемә менән бирелде).