Мораҙым
+13 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июня , 06:33

“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..?

Был оҙон сәсле һылыуҙы тәү күргәс тә, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Фәрит Бикбулатовтың “Сәскәйҙәрең толом-толом...” тип йырлаған йыры иҫкә төшә. Заманына күрәме,оҙон сәсле ҡыҙҙар бик һирәк. Ә бит ниндәй матур, нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта ғорур ҙа күрһәтә ҡыҙҙарҙы! Оҙон толомдар шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы насар биоэнергетик көстәрҙән һаҡлай.

“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..?“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..?
“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..?

 Башҡортостанда иң оҙон сәсле ҡатын - ул “Йәшлек” гәзите хеҙмәткәре Гөлнар Юлдашбаева. Уның сәс оҙонлоғо 2 метрҙан ашыу. Ә бына бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы Нилә Хәлит ҡыҙы Сафина Күгәрсен районының (бәлки, яҡын-тирә төбәктәрҙә лә) иң оҙон сәсле һылыуы итеп билдәләргә булалыр, уның сәсенең оҙонлоғо – 155 см.

- Нилә, беренсе һорау былай булыр: сәсеңде бала саҡтан үҫтерәһеңме? Бер тапҡыр ҙа ҡырҡманыңмы? Һөйләшеүҙе тура ошонан башлайыҡ.

- Эйе, минең сәсемде 2 йәштән үҫтерергә ҡарар итәләр. Әсәйемдең сәсе бөҙрә булғас, үҙе оҙон итеп үҫтерә алмай, сейәлеп йонсота. Шуға ҡуйы, ҡара сәсле ҡыҙының толомо оҙон булыуын теләй. Әммә бер мәл, өләсәйҙә ҡунаҡта ял иткән саҡта, Ришат ағайым бер нисә тапҡыр сәсемде ҡыҫҡартып ҡайтарып, “эш боҙа”.

Ә хәҙер инде үҙем йылына самалап 15-20 см ҡырҡып, тигеҙләп торам.

- Ниндәй мәктәптә уҡып белем алдың? Класташтарың көнләшә торғайнылармы?

- Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алдым. Класыбыҙҙа күптәрҙең сәсе оҙон ине. Ғәҙәттә, ауыл ерендә ҡыҙҙарҙың матур толомло була ул. Көнләшкәндәрен тойманым, әммә малайҙар сәстән дә тартҡылай торғайны ( көлә).

- Ата-әсәйең, туғандарың кемдәр? Улар тураһында ла һөйләп үт әле.

- Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек – ике малай араһындағы  уртансы бала мин. Өсөбөҙ ҙә Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алдыҡ. Айҙар ағайым Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамланы,  әле вахта ысулы менән ситтә эшләп йөрөй. Ҡустым Илдар 11-се класта уҡый. Атайым Хәлит Сиражетдин улы оҙаҡ йылдар иретеп йәбештереүсе булып эшләне, ул хаҡлы ялда. Әсәйем Нәүфилә Ширғәҙе ҡыҙы - интернатта тәрбиәсе.

- Ҡыҙҙарҙың матурлыҡы  бит оҙон толом. Бала саҡта сәскә әллә ни иғтибар итмәйбеҙ, үҫә килә генә төрлө маскалар һөртөп, үлән төнәтмәләре менән сайҡатып бағабыҙ. Үҙең генә белгән матурлыҡ серҙәре барҙыр бит? Оҙон сәсте көн дә иртән тарап үреү мәшәҡәт түгелме?

- Ысынлап та, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығы, һылыулығы, күрке  - толомда. Мин үҫкән бала саҡ урамында тиҫтер ҡыҙҙар булманы. Малайҙар менән уйнап үҫергә тура килде. Әсәйем “малайша ҡыҙымды оҙон сәсенән генә айырабыҙ” тип көлә торғайны.

 Мәктәп йылдарында, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда сәсте тарап, үреп, прическалар яһар өсөн гел генә иртә торорға тура килде, йоҡо туймай китә ине ҡай саҡ.

Ә сәс тәрбиәләүгә килгәндә инде, артыҡ крем-маскалар менән мәшәҡәтләнмәйем. Сифатлы шампундар ҡулланам. Уларҙы йыш алмаштырам. Боронғоса эркет һыуына өҫтөнлөк бирәм. Сәстәр йомшарып, йылтырап китә, шәп үҫә. Бер ҡасан да буяғаным юҡ. Әлеге көндә сәсемдең оҙонлоғо 155 см.

- Оҙон сәсле булыуҙың өҫтөнлөктәре бармы? Йә иһә кире яҡтары? Ниндәй ҡыҙыҡ хәлдәргә тарығаның бар?

- Матур итеп үрелгән толомло ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарайҙар, әммә оҙон сәслеләр хәҙер бик һирәк.

Матурлыҡҡа – матур, әммә кире яҡтары ла юҡ түгел. Мәҫәлән, теләгән бер шапка йә бүрек кейеп булмай; йәмәғәт транспорттарында йөрөгәндә толомдоң өҫтөнә кеше ултыра ла ҡуя, йә эләктереп китәләр. Шулай бер автобустан төшкәндә бер ҡатындың сумкаһына эләгеп, оҙаҡ ҡына артынан эйәреп барырға ла тура килде.

Тағы ла, ҡайҙа булһам да, кешенең күҙе иң беренсе толомға төшә. Һоҡланып, үҙеңдекеме тип һораусылар ҙа бар, тотоп ҡарарға теләүселәр ҙә осрап ҡуя. Ҡаты күҙле кешенең күҙе лә тейеүе бар бит, шуныһы хәүефле.
- Һәм мине хайран иткән тағы бер күренеш ул оҙон сәсле һылыуҙың бокс менән шөғөлләнеүе. Ғәҙәттә, спорт өлкәһендә ҡыҫҡа сәс йөрөткән эшләй. Был һөнәрҙе, шөғөлдө һайларға нимә этәрҙе? Әллә баяғы сәсте тартҡылап йонсотҡан малайҙармы?

- Үрҙә әйтеп үткән урам малайҙары менән уйнап үҫеүем нәҡ боксты һайлауға этәргес булғандыр тип уйлап ҡуям. “Техника ене” лә бала саҡ мауығыуынан килә. Әммә бер мәшәҡәтен дә, сикләү ҙә тоймайым.

- Ҡыҙҙарҙың мөхәббәте –сәсендә, тигән бер ҡараш бар. Ир-аттың аңында оҙон сәсле ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ өлгөһө булып тора. Нәҡ оҙон сәсле ҡыҙға ҡарап, егет аңы менән уға тартыла, буласаҡ ҡатыны, балаларының әсәһе тап ошондай булырға тейеш, тип уйлай.Тормош иптәшең дә сәстәреңә ғашиҡ булғандыр, моғайын.

Уның менән нисек, ҡайҙа таныштығыҙ?

- Тормош иптәшем менән дә нәҡ спорт ярыштары бәйләне ул. Эш буйынса ярышта командировкала саҡта таныштыҡ. Ул да иң беренсе сәсемә иғтибар иткән. Икебеҙ ҙә спорт өлкәһендә эшләбеҙ, Тимерхан исемле ул үҫтерәбеҙ.

- Белеүемсә, һин башҡорт милли биҙәүестәре эшләү менән дә шөғөлләнәһең, күргәҙмәләрҙә лә күргәнем булды.

- Өләсәйемә оҡшап, мин дә бәләкәйҙән ҡул эштәре менән мауығам. Бер осор фоамиран, изолон менән мауығып алдым. Төрлө сәскәләр, сәс ҡаптырғыстары эшләнем. Тора-бара башҡорт орнаменттары менән ҡыҙыҡһына башланым. Һәр биҙәккә серле лә, төплө лә мәғәнә һалынған, улар һаҡлау көсөнә лә эйә тигән ышаныс йәшәгән беҙҙең халыҡта. Кейемдәрҙең яғалары, уйымдары, ҡаптырмалары, ең һәм итәк ситтәре биҙәлгән. Өй элементтары орнамент менән биҙәлһә, яуыз ендәр унда үтә алмай тип тә һаналған. Ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары, йөҙлөктәре, ҡыйыҡ ситтәре лә шундай инаныс менән биҙәлгән.

Һәм мин дә башҡорт орнаменттарын өйрәнеп, улар юғалмаһын тип, заманса түшелдерекле футболкалар эшләүгә тотондом, түбәтәйҙәргә лә милли биҙәктәр төшөрә башланым. Былар, әлбиттә, барыһы ла күңел өсөн башҡарыла. Кешелә үҙ эшемде күрһәм, ҡыуанам, күңелгә рәхәт. Ҡул эштәремде төрлө йәрминкәләрҙә, сараларҙа тәҡдим итәм.

Саҡырыу буйынса төбәк-ара, бөтә Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашам. Боронғо башҡорт мәҙәниәтен, мираҫын һаҡлауға, уны үҫтереүгә, тергеҙеүгә әҙ генә булһа ла, үҙ өлөшөмдө индерәм тип рухланып эшләйем.

- Тәбиғәт ҡосағында төшкән фотоларың да күп. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы төбәктәрендә булғаның бар? Шулай ҙа иң матур урын, иң матур ер һинең өсөн..?

- Эйе, төрлө илдәрҙә, Башҡортостандың күп төбәктәрендә булырға тура килде. Шулай ҙа тыуған яғым – Күгәрсен тауҙары, уның хозур тәбиғәте, саф һыуҙары яҡын. Көс биргән дә, илһамландырған да төбәк ул – тыуған яғым.

- Матурлыҡҡа, ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһенә ҡағылған яратҡан башҡорт халыҡ мәҡәле бармы?

- Беҙ - халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының мәҡәл тигән үҙенсәлекле жанрын  беҙ көн дә тиерлек  үҙ лөғәтендә ҡулланған бай һәм йор телле өләсәйҙәр тәрбиәһен алған быуын. Телебеҙҙең ни тиклем дә бай, һутлы икәненә нәҡ шул мәҡәл-әйтемдәрҙә генә лә асыҡ тойорға булалыр. Әммә халыҡ мәҡәле булып йөрөгән “Сәсе оҙондоң аҡылы ҡыҫҡа” тигән мәҡәлде ҡабул итә алмайым.

- Мин һине тынысландырам, был мәҡәлдең төп мәғәнәһен фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов беҙгә үҙ дәрестәрендә аңлатҡайны. Баҡтиһәң, уны ҡулайлаштырып, үҙе теләгәнсә яраҡлаштырып кемдер үҙгәртеп ебәргән. Әммә ул “Сәсе оҙон булыуға ҡарамаҫтан, аҡылы ҡыҫҡа икән” тигән һығымта яһауҙан тыуған мәҡәл. Сөнки оҙон толом элек-электән халҡыбыҙҙа аҡыл һәм зирәклек билдәһе булып тора.

- Ҙур рәхмәт, ысынлап та, ил инәләрен күҙ алдына баҫтырҙы был мәҡәл. Яратып, девиз рәүешендә ҡулланған бер мәҡәл дә бар, ул да булһа - “Тәүәкәллек – уңыш нигеҙе”.  Шулай уҡ “Ағас күрке –япраҡ, әҙәм күрке –сепрәк”. Ҡыҙ күрке – оҙон сәс тип тә өҫтәр инем.

- Нилә, һиңә матур, йәнле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә рухлы һылыу булып ҡал!

- Рәхмәт, гәзит уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙары Яҙ һәм наҙ байрамы менән ҡотлайым!

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әңгәмәләште.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..?
“Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас