Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июня , 07:00

“…Һәр үҫкән үләндән, сәскәнән, күктән, ҡояштан көс алам...”

 Кешегә һәләт тәбиғәт тарафынан бирелә. Уға хыял да, теләк тә ҡушылһа, ижад донъяһына юл да асыла. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы Зиләрә Фәнзил ҡыҙы Көҫәпҡолова менән беҙ редакцияла байтаҡ йылдар бергә эшләнек. Әммә үтә лә тыйнаҡ, ипле, баҫалҡы ҡыҙҙың күңел ынтылыштарын тоймағанбыҙ. Һуңғы бер нисә йылда ғына уның сәхифәһен күҙәтеп барам: береһенән-береһе сағыу, йылы һүрәттәре менән күңелде арбай.  Серле лә, мөғжизәле лә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта аңлайышһыҙ ҙа сәнғәт донъяһына ул нисек килеп эләкте? Ошо хаҡта булыр әңгәмәбеҙ.

“…Һәр үҫкән үләндән, сәскәнән, күктән, ҡояштан көс алам...”“…Һәр үҫкән үләндән, сәскәнән, күктән, ҡояштан көс алам...”
“…Һәр үҫкән үләндән, сәскәнән, күктән, ҡояштан көс алам...”

 

 - Зиләрә, байтаҡ йылдар бергә эшләһәк тә, һинең һүрәт төшөрөүгә маһирлығыңды күрмәнек, белмәнек. Ҡасандан был матурлыҡҡа һөйөү?

 - Мин үҙемде белә-белгәндән алып һүрәт төшөрөргә яраттым: өйҙә бер имен ер ҡалмағандыр, ул саҡта әле мәктәпкә төшмәҫ борон буяуҙарым да юҡ ине, ҡәләм-ручка менән бөтә булған ҡағыҙҙар һыҙғыланып бөткән, фотоларға, әсәйемдең дәрес пландарына, аҡбалсыҡ менән ҡапҡа-ишектәргә, хатта шифоньерға ла эләккән минән...

- Һәләт һиңә кемдән килә тип әйтә алаһың? Моғайын, нәҫел-нәсәптә барҙыр маһирҙар?

- Атайым Фәнзил Ғәзиз улы яғынан да, әсәйем Миләүшә Ҡотлобай ҡыҙы яғынан да аныҡ ҡына рәссамлыҡ юлын, белеүемсә, һайлаусы юҡ, әммә ҡәрсәйем Зарифа Йосоп ҡыҙы ижади кеше булған – йырлаған, шиғырҙар яҙған, бейеүгә маһир булған, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, атайым йәш сағында “Виа йәйғор” исемле музыкаль төркөмдә гитара-синтезаторҙа уйнап, йырлаған, әсәйем башланғыс кластарҙы уҡытҡанда төрлө плакат-һүрәттәрҙе бик оҫта итеп үҙе эшләй торғайны, миңә бәләкәй саҡта ҡағыҙҙан, еп менән бәйләп, ҡурсаҡ әтмәләп, матур итеп йөҙөн төшөрөп биргәнен хәтерләйем.

 Әйткәндәй, мин бәләкәй саҡта әсәйемдәрҙе йоҡлатмай һәр төн йырлап ятҡанмын. Шуға улар был ҡыҙ йырсы булыр ул, тип тә уйлап бөткәндәр.

 Күршелә Заһиҙулла исемле бер ағай йәшәгәйне, хәҙер мәрхүм инде, ауыр тупрағы еңел булһын, беҙ уны “Зызы” тип кенә йөрөттөк. Уның бөтә өйө үҙенең төрлө-төрлө матур тәбиғәт күренештәре төшөрөлгән картиналары менән биҙәлгәйне – ингән һайын шуларға иҫебеҙ китеп оҙаҡ итеп ҡарай торғайныҡ, тәмле генә буяу еҫе аңҡып торор ине. Ул ағайҙан мәктәпкә Яңы йыл плакаттары конкурсына тип Ҡыш бабай һүрәтен эшләтеп алғанымдыла хәтерләйем. “Зызы” ағайҙың шул матур ижады аша рәссамлыҡ нисек була икәнен үҙ күҙҙәрем менән күрә алыуыма хәҙер ҡыуанам, уға ныҡ рәхмәтлемен, беҙҙең өсөн ишеге һәр саҡ асыҡ булды - йылы хәтирә булып күңелдә һаҡлана әле лә.

 Мәктәптә, әлбиттә, рәсем дәресе иң яратҡан предметтарымдың береһе булды, класташтарыма ла ярҙам итеп төшөрөп бирә инем. Олимпиадаларҙа ла ҡатнашҡаным булды, әммә урын алманым, сөнки унда гел тиерлек күңелемә бигүк ятмаған натюрмортты һынландырырға кәрәк ине. Шулай ҙа еңеүҙәрем барыбер булды: 2004 йылда янғын темаһы конкурсына тип төшөргән һүрәтем район һәм республика кимәлендә призлы урын алды: бөгөнгөләй хәтеремдә –район янғын хәүефһеҙлеге буйынса инспектор үҙе килеп, 3-сө урын менән ҡотлап, бүләккә ҙур фотоальбом тотторҙо. Ә республика буйынса алған 2-се урын өсөн ҙур ҡалын ғына рецепттар китабын Һуңғы ҡыңғырау сараһында линейкала райондан белгес килеп тантаналы рәүештә тапшырҙы. Көтөлмәгән ҡыуаныс булғайны минең өсөн.

 Бының менән генә сикләнмәнем: “Йәншишмә” гәзитенә, “Аманат” журналында һүрәттәрем, шиғырҙарым, мәҡәләләрем дә йыш баҫылып торҙо. “Йәншишмә” гәзите үткәргән “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” исемле һүрәттәр конкурсында башҡорт бейеүен һынландырған эшем 3-сө урынға лайыҡ булды.  Бүләк тә ҙур - Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” китабы.

- Ни өсөн һөнәреңде сәнғәт менән бәйләмәнең? Йә был күңел ихтыяжы өсөн генәме?

- Мин мәктәптә уҡығанда уҡ үҙемсә хәл итеп ҡуйғайным: “Аҡбуҙат” журналында рәссам булып эшләргә тип. Шул журналды уҡып үҫтек, рәссам Сулпан Билалованың сағыу һүрәттәренең матурлығына иҫем китеп, минең дә тап шулай төшөргөм килде. Өлкән кластарҙа иһә йә рәссамға, йә балсыҡтан һын яһау (скульптура) буйынса, йә хореографияға уҡырға инергә, тип ниәтләгәйнем, әммә Аллаһ ҡушыуы буйынса Өфөлә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында 5 йыл уҡып сығып, диплом алдым.

 Рәсем менән булышыу – ул етди түгел, уның менән тамағың туҡ булмаҫ, тигәнерәк ҡараш йәшәй ине бит ул саҡтарҙа. Әсәйем яғынан уҡытыусылар күп ине, мин дә әсәйем кеүек уҡытырмын тип уйланым, әммә ул өлкә бөтөнләй минең өсөн түгел икәнен тиҙ аңланым бер йыл мәктәптә эшләп алғас.

 Кейәүгә сыҡҡансыға тиклем рәсем донъяһын онотоп торҙом шулай оҙаҡҡа, ул бала саҡта ғына шулай мауығыу була икән, тип уйланым.

 Редакция эшенән һуң онлайн-марафонға бер таныш ҡыҙ куратор итеп эшкә саҡырҙы, бер 5 йыл тирәһе эшләгәнмендер ул унда. Шул арала үҫешеү буйынса үҙ өҫтөмдә эшләй башланым, төрлө курстар үттем – әле лә был эш дауам итә, хәҙер интернетта йәтеш: төрлө белгестәрҙең блогтарын ҡарап уҡып бараһың, өйрәнергә йәнең теләгән файҙалы мәғлүмәттәр күп.

 Ике йыл элек Аллаһы Тәғәлә юлыма бик аҡыллы, белемле бер кешене сығарҙы: ул ҡыҙ минән дә йәш, әммә күңелемдә торған ауыр бер тышауҙы алып бәрҙе. Баҡтиһәң, мин эстән үҙемә һүрәттәр төшөрөргә рөхсәт итмәгәнмен, ул бала мауығыуы ғына тигән иҫке ҡараш һаман йәшәгән аңымда. Ә мин ана шуны сығара алмай ыҙаланып йөрөгәнмен. Быға тиклем ябай ғына альбомда бер кемгә лә күрһәтмәй генә рәсемдәр төшөрөп ала инем. Шунан һуң нимәлер эстә ысҡынып китте лә, “Ә нишләп мин йәшерен генә төшөрәм ул, береһе лә күрмәгәс, ни мәғәнә рәсем менән булышыу?” тип үҙ-үҙемә һорауҙар бирҙем. “Донъя менән бүлешергә, донъяға күрһәтергә” тигән һүҙҙәр килде күңелемә. Яйлап сифатлы буяуҙар, махсус ҡағыҙҙар ала башланым. Тик һаман ниндәйҙер шик бар һымаҡ ине. Һәм бер төшөмдә кемдер:“Һүрәт төшөрөүҙө ташлама!” – тип әйтте.

Шулай итеп, “эстәге бәләкәй ҡыҙсыҡ” Зиләрәнең күп йылдар үткәс хыялын тормошҡа ашыра башланым, ниһайәт. Күңелгә еңеллек килде, үҙ өҫтөмдән ауыр бер йөк төшкән кеүек булды. Аллаға шөкөр!

 - Ниндәй буяуҙар ҡулланаһың? Ниндәй жанр яҡын һинең өсөн?

 - Акварель буяуын ныҡ яратам, гуашь та ҡулланам. Быйыл ҡоро пастель менән төшөрә башланым, унда күберәк бармаҡтар менән эш иткәнгә микән ныҡ оҡшай.

 Миңә ҡатын-ҡыҙ образын һынландырыу күңелгә яҡыныраҡ: бәләкәйҙән комикс һымаҡ итеп төшөрөп, үҙ-ара һөйләштереп уйнағанымды хәтерләйем. Әлегә күберәк башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы һүрәттәре өҫтөнлөк итә, дөйөм алғанда.

 Портреттар ҙа төшөрәм. Берәй билдәле кешеләрҙекен – яратҡан фильмдарҙағы төп героиняны, мәҫәлән. Заказдар ҙа булғылай. Кемгәлер бүләк итеп тә төшөрөп бирәм. Шуныһы ҡыҙыҡ: кемдеңдер портреты тиҙ генә йәтеш кенә килә лә сыға, ә ҡайһы бере өҫтөндә сәғәттәр буйы “ах та ух” килеп ете ҡат тир сыҡҡансы тырышаһың – заказ булһа инде, ә булмаһа – үҙемде ыҙалатмайым, төшөрмәйем дә ҡуям.

 Һуңғы арала миңә сәскәләр төшөрөү оҡшағанын аңлап ҡалдым. Белемемде арттырыр өсөн портрет, ботаника буйынса онлайн-курс һатып алдым. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә алам, башҡа рәссамдарҙың ниндәй алымдар ҡулланғанын белеү, өйрәнеү ҡыҙыҡ миңә.

 - Рәсем сәнғәте ул тотош философия бит инде, ниндәйҙер мәғәнә һалаһыңмы һүрәттәреңә? Йә күңел ҡушыуы буйынса төшөрәһеңме?

 - Әлегә мин күңелем нисек ҡуша – шулай төшөрәм.

Быйыл яйлап яңы кимәлгә күсергә ниәт итәм –ҙур картиналар төшөрөп ҡарарға, майлы буяу менән танышып, эш итергә өйрәнергә. Бына уларға мәғәнә һалып, алдан һәр детален уйлап планлаштырып эшләгем килә.

 - Күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашҡаның булдымы? Оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә тәҡдим итһәләр, ризалашыр инеңме?

- Юҡ, ул турала әле уйламағанмын да әле. Әммә ҡатнашырға ҙур теләгем бар. Күргәҙмәлә үҙ рәсемеңде күреү минең өсөн ҙур ҡыуаныс та, яңы кимәлгә күтәрелеү ҙә булыр ине. Оҫталыҡ дәрестәренә килгәндә, ысынлап та, бик шәп идея.

- Белеүемсә, һин үҙенсәлекле автор биҙәлеше менән футболка, шопперҙар эшләйһең. Был идея нимәнән килеп тыуҙы?

- Ул көтмәгәндә генә килеп сыҡты. Интернетта миңә бер ҡыҙ –  кейемдәрҙе башҡорт милли стилдә биҙәү (кастомизация тип атала, кейемдәрҙе төрлөсә биҙәкләп - буяу менән төшөрөп, сигеү эшләп, нимәлер өҫтәп тегеп һ.б. үҙенсәлекле итеү) буйынса үҙенең курсын һатып алырға тәҡдим итеп яҙғайны. Мин эштәрен ҡарап, матурлыҡты шулай ҙа эшләргә була икән тип хайран ҡалып, быны билдә тип ҡабул итеп, әлбиттә, ризалаштым һәм үкенмәнем, киреһенсә, бик ныҡ рәхмәтлемен уға. Тормош иптәшемә ныҡ рәхмәтлемен, хаҡы ярайһы ғына ҡиммәт торһа ла, яңы һөнәргә өйрәнеү теләгемде хуплап, тулыһынса үҙе түләне. Иң беренсе һүрәттәремде гел уға күрһәтәм.

 Шулай итеп тәүҙә футболкаларҙы, толстовканы биҙәнем, шунан былтыр шопперҙарға ла төшөрөп ҡарарға уй килде.

 Башҡа төр кейемдәргә, биҙәнеү әйберҙәре һала торған ҡумтаға, сумкаларға, шкатулкаларға, бейәләй-бирсәткәләргә һ.б. төшөрөп ҡарағым килә, ваҡыт ҡына етмәй миңә бөтә идеяларымды тормошҡа ашырырға.

 Хәҙер кейемдәрҙе милли стилдә биҙәү республикабыҙҙа киң таралып китте, был тик ҡыуаныс ҡына, башҡаларҙың эштәрен һоҡланып ҡарап үҙемә илһам алам.Әле яңыраҡ яулыҡты ла биҙәп ҡараным. Бәлки, биҙәмәҫ тә инем, ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты ул хәл. Былтыр республикабыҙҙың 60 меңдән ашыу яҙылыусылары булған блогеры – йәш кенә ҡыҙҙың былай ғына портретын төшөрөп, фотоһын уға ебәргәйнем, быйыл, үткән ялдарҙа, Саҡмағош районына никахына саҡырҙы тормош иптәшем менән. Бөтөнләй ят кешеләр араһына барһаҡ та, беҙҙе бик ҡәҙерле ҡунаҡтар итеп ҡаршы алдылар. Ҡыҙға – буласаҡ кәләшкә үҙем биҙәгән футболка менән шоппер, әсәһенә нимә бүләк итергә икән тип баш ватып йөрөлдө лә, ваҡыт та самалы ғына ине, бер күптән һатып алынған ябай ғына яулыҡ ята ине, әллә шуға матур итеп сәскәләр төшөрҙөм.

 Апай был бүләккә иҫе китеп, мин эшләгәнемә тәүҙә ышанмай, бик ихласлап ҡабул итеп, асып кейеп тә алды. Блогерҙың бер туған апаһына ла хәситә төшөрөлгән футболка бүләк итеп ҡыуандырҙым.

 Хәҙер илһамланып китеп ошондай еңелсә генә яулыҡтар биҙәү эше өҫтөндәмен. Яҙ миҙгеле өсөн бик уңайлы, матур ҙа.

 - Һүрәт төшөрөү һиңә нимә бирә? Һинең өсөн нимә төп илһам сығанағы?

 - Һүрәт төшөрөү - ул минең өсөн ул сүллектә эҫенән сарсаған кешегә һыу эсеү һымаҡ. Нимәлер төшөрмәһәм, күңелем ана шулай һыу һораған һымаҡ ныҡ сарсай башлай. Ул минең өсөн медитация һымаҡ, күңелем, йәнем, тәнем менән рәхәтләнеп ял итәм.

Ә төп илһам сығанағы – ул тәбиғәт, мине уратып алған матурлыҡ. Һәр үҫкән үләнгә, сәскәгә, ташҡа, йылғаға, күккә, ҡояшҡа ҡарап мин энергия, көс алам.  Шул матурлыҡҡа ҡарап күпмегәлер туйынам да, ҡайтып, ул матурлыҡты күңелем аша үткәреп, ҡағыҙға йә туҡымаға икенсе бер матурлыҡ итеп һалам.

Шундай саҡтар ҙа була: һүрәт төшөргө килә, тик килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Әһә, “батарейкам” ултырған тип аңлайым да фотоаппаратымды алып тәбиғәткә сығып китәм матурлыҡ эстәргә.

 Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр, миңә матурлыҡты күрә белеү һәләтен биргәнгә, ошо һәләт аша кешеләргә ул матурлыҡты күрһәтеп ҡыуандыра алғаныма – шуның менән мин бик бәхетлемен. Тормош иптәшемә, ата-әсәйемә, һеңлем менән кейәүемә рәхмәт, һәр ижади эшемә юғары баһа биреп, һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итергә әҙер торалар.

- Күңеле матур кеше генә матурлыҡты күрәлер. Шул матурлыҡты  кешеләргә еткереү ҙә  - изге эш ул. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Зиләрә, уңыштар һиңә!

- Рәхмәт!

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

“…Һәр үҫкән үләндән, сәскәнән, күктән, ҡояштан көс алам...”
“…Һәр үҫкән үләндән, сәскәнән, күктән, ҡояштан көс алам...”
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас