

Бер нисә сәғәткә һуҙылған һәм көс-ғәйрәтле үҫмерҙәрҙе, ир-егеттәрҙе бер ғаиләләй берләштергән алышта 40 кг ауырлыҡ категорияһында Әхмәд Шагбанов, Айсыуаҡ Ҡанбулатов, Рамаҙан Казбановтар иң көслө өсәү сафына инде. 50 кг ауырлыҡ категорияһына ҡарағандар араһында Ғәҙел Алсынбаев, Динар Иҙрисов, Илназ Мырҙабаевтарҙан да көслөрәктәр табылманы.
Рафаэль Ҡорбанаев, Батыр Сәлихов, Алгиз Кирәев (60 кг), Дамир Ишбаев, Артур Тимербулатов, Мирсал Иҫәнсурин (60 һәм унан юғары кг), Азамат Арапов, Аслан Солтанбаев, Данил Яхин (65 кг); Рөстәм Кәшәфетдинов, Ғәлим Ишмөхәмәтов, Хәлил Аҡъюлов (75), Тимур Мәжитов, Юнир Шәрипов, Артур Мәжитов (85 кг), Айнур Кинйәбаев, Шамил Йәмилов, Илназ Кәримов (85 һәм унан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияһында) еңеүсе булды.
Көрәшселәр һәм иң көслө өсәү сафына ингәндәр араһында әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен, илебеҙ именлеген һаҡлаусы яҡташыбыҙ, алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлыҡтары өсөн “За отвагу” һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ булған “Али” позывнойлы яҡташыбыҙҙың улы булыуы ифрат ҡыуандырҙы. Ни тиһәң дә, батырҙан батыр тыуа!