- Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
- Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
- Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
- Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
- Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
- Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
- Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр.
- Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
- Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.