Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Июня , 10:39

Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау

Баланың йыуылған керен тышта ҡалдырырға ярамай, ен-шайтан сихыры тейә. Мунсала йыуындырғанда йәш баланы эләүкәгә һалырға ярамай. Шуға мунсаға сабыйҙы ике кеше алып барырға тейеш. Йәш баланы ҡулдан-ҡулға биреп кенә йыуындыралар.

❤Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау
🌺Йәш баланы 40 көнгә тиклем көҙгөгә ҡаратырға ярамай. Көҙгөгә ҡаратһаң, бала оҙаҡ һөйләшмәй, йә үҫмәйәсәк.
🌺Йәш балаға көҙгө бирергә ярамай, аҡылы зәғифләнә.
🌺Йәш баланың күлдәген әйләндереп йыуырға ярамай, ауырыу ҡаҡлыға.
🌺Баланың йыуылған керен тышта ҡалдырырға ярамай, ен-шайтан сихыры тейә.
🌺Сабыйҙы 40 көнгә тиклем яңғыҙын ҡалдырырға ярамай, баланы шайтан алмаштыра. Бәпес боҙола, ауырый башлай.
🌺Йәш бала эргәһенән итәк елберләтеп үтергә, янында кейем-һалым ҡаҡҡыларға ла ярамай. Елпеү, ен-зәхмәт ҡағыла.
🌺Ишек асҡанда, бигерәк тә ҡыҙыл эңерҙә, йәш баланы шаршау артынан сығарырға ярамай.
🌺Йәш бала булған өйгә эңерҙә килергә ярамай., һиңә эйәреп ен-зәхмәт тә килеүе бар.
🌺Мунсала йыуындырғанда йәш баланы эләүкәгә һалырға ярамай. Шуға мунсаға сабыйҙы ике кеше алып барырға тейеш. Йәш баланы ҡулдан-ҡулға биреп кенә йыуындыралар.
🌺Ҡыҙыл эңерҙә сабыйҙы мунсаға алып барырға ярамай.
🌺Сабыйға ауырыу килмәһен, уны шайтан алмаштырмаһын өсөн, бетеү яһап, уны күн менән тышлап, сәңгелдәккә элеп ҡуйғандар.
🌺Яңы тыуған баланың сәңгелдәгенә, яҫтығы аҫтына Ҡөрьән һалына.
🌺Сабыйҙы ҡалдырып сыҡҡанда, уның эргәһенә, яҫтыҡ аҫтына бысаҡ, ҡайсы һалалар. Был әйберҙәр енде бәпескә яҡынлатмай.

Автор:
Читайте нас