Мораҙым
+16 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
2 Июня , 10:49

Изге эштәр ҡасан ҡабул була?

Изге эштәр Аллаһ тарафынан ҡабул ителһен өсөн өс шарт фарыз:

1⃣ Тәүхидкә тоғролоҡ
Тәүхид – тик бер Аллаһҡа ғына табыныу, Уға бер кемде лә, бер нәмәне лә тиң итеп тотмау (йәғни, ширек ҡылмау). Ширек ҡылыусыларҙың иһә изге эштәре ҡабул ителмәй. Аллаһ Тәғәлә ширек тураһында ҡәтғи шулай тигән:
🤲 "Кем Аллаһҡа тиңдәш тота, шуға Аллаһ Ожмахты тыйҙы. Уларҙың һыйыныр урыны – Ут, һәм ул залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!" (Ҡөрьән, 5:72).
Иманы ғөмүмән булмаған кешеләрҙең дә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәре Ҡиәмәт көнөндә саң-туҙанға әүереләсәк:
🤲 "Бына Беҙ уларҙың эшләгән эштәренә тотондоҡ һәм уларҙы туҙҙырылған саңға әйләндерҙек", – тигән Аллаһ (Ҡөрьән, 25:23).
2⃣ Ихласлыҡ (ниәт)
Бары тик Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, ихлас, эскерһеҙ эшләнгән изге эштәр генә ҡабул ителә, ә кеше һүҙе, дан, дәрәжә һәм башҡаһы өсөн эшләнгән эштәр түгел.
🤲"Эштәр – ниәткә ҡарап", – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (әл-Бохари, "Сахих", 54-се хәҙис; Мөслим, "Сахих", 1907-се хәҙис).
3⃣ Сөннәткә эйәреү
Һәр яҡшы эш Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ Сөннәтенә (диненә, йолаһына) тура килергә тейеш. Сөннәткә ҡаршы килгән эштәр – бидәғәттәр һәм хөрәфәттәр – ҡабул ителмәй. Хатта кемдер өсөн ул эш бик яҡшы булып күренһә лә.
🤲"Һәр бидәғәт – ул аҙашыу. Хатта ҡайһы бер кешеләр уны яҡшы эш тип һанаһа ла", – тигән Ибн Ғүмәр сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын).

Автор:
Читайте нас