Мораҙым
+17 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
2 Июня , 11:15

Гөрләп уҙҙы һабан байрамы!

Уҙған шәмбелә районда һабантуй үтте.

Гөрләп уҙҙы һабан байрамы!Гөрләп уҙҙы һабан байрамы!
Гөрләп уҙҙы һабан байрамы!

Йыл да уҙғарыла килгән һабантуйҙарҙы ялан буйлап теҙелгән тирмәләрһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай!

 Һабан байрамының күркен арттырып, әллә ҡайҙан кешеләрҙе үҙҙәренә йәлеп итеп торған тирмәләр биҙәлеше менән ғәҙәттәгесә барыһын да хайран ҡалдырҙы. Ихаталарында ауыл биләмәһе тормошона, билдәле яҡташтарына, уңған колхоз-совхоз эшсәндәренә, яугир яҡташтарына, өлгөлө ғаиләләргә, Халыҡтар берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған мөйөштәр, боронғо ҡомартҡыларҙан һәм, әлбиттә, ҡул эштәренән  торған күргәҙмәләр урын алһа, тирмәләрҙең эстәрендә милли аш-һыуҙарҙан һығылып торған мул табындар урынлаштырылған. Һис һүҙһеҙ, һәр ауыл биләмәһе әүҙемдәре һабантуй алдынан ныҡ тырышҡан, үҙ тирмәләрен сынъяһау итер өсөн барлыҡ фантазияһын эшкә еккән. Шуныһын да билдәләү фарыз: тирмәләрҙе әҙерләүҙә ауыл биләмәләрендәге аграр хужалыҡтар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары хужалары матди ярҙам күрһәткән.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас