Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Май , 15:20

Шешенеүҙән дә ярҙам итә, һаулыҡҡа ла шәп.

Шешенеүҙән дә ярҙам итә, һаулыҡҡа ла шәп. Иртәнсәк шешенеп китеп уяндың икән, ти. Күңелеңде төшөрмә. Тиҙ арала баллы һоло төнәтмәһен әҙерләй һал.

1 аш ҡалағы һоло ярмаһын (ул ярма булһа ла, геркулес булһа ла ярай) 1 стакан һыуға һал. Унан 15 минут ҡайнат. Аҙаҡ уны һыуытып, 1 балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ.
Был төнәтмәне иртән ас ҡарынға аҙ-аҙлап йотоп эсеп бөтөгөҙ. Бындай төнәтмәне эскәндән һуң иртәнге аштан баш тартырға тура килер. Хәйер, һинең үҙеңдең дә ашағың килмәҫ.
Бер-ике сәғәттән һуң битеңдәге шеш таралып юҡ булыр.
Был һыу бауырға һәм бөйөргә лә бик файҙалы.
Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:
Читайте нас