Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Мая , 09:10

Аҡ юл һиңә, Әлфинә!

Быйыл "Һуңғы ҡыңғырау" беҙҙең район мәктәптәрендә белем алыусы 117 - ун беренсе, 378 туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн сыңлаясаҡ.

Аҡ юл һиңә, Әлфинә!Аҡ юл һиңә, Әлфинә!
Аҡ юл һиңә, Әлфинә!

  Быйылғы сығарылыш класы уҡыусылары араһында ла әүҙем, маҡсатлы егет-ҡыҙҙар бик күп. Уларҙың береһе – Мораҡ башҡорт гимназияһының 11-се “а” класы уҡыусыһы Әлфинә Мозафарова.

  Гимназияла ҡыҙ 5-се кластан алып белем ала. Уға тиклем Юлдыбай, Яңы Хвалын мәктәптәрендә уҡыған. Барлыҡ фәндәрҙән дә “5” билдәләренә генә өлгәшһә лә, уның күңеленә йәмғиәтте өйрәнеү, рус һәм башҡорт, инглиз телдәре айырыуса яҡын. Ошо предметтар буйынса уҙған район, республика олимпиадаларында йыл да әүҙем ҡатнашҡан һәм күп тапҡырҙар еңеүсе, призер исеменә лайыҡ булған.

  Ғөмүмән, Әлфинәнең уңыштары бик күп. Шуларҙың һуңғы ике йылдағыһына күҙ һалайыҡ әле. Тырыш уҡыусы “Йәш журналист” республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, 2-се урын ала.

 “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең XI халыҡ-ара бәйгеһендә 1-се дәрәжә дипломға, икенсе йылына 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ була. Әйткәндәй, быуындарҙан-быуындарға тапшырыла килгән был рухи ҡомартҡыбыҙҙан өҙөктө ул инглиз телендә (уҡытыусыһы – Вәсилә Ҡорбанаева) һөйләй.

   Инглиз теле буйынса уҙған “Таланттар йәйғоро” (“Rainbow of Talents”) район конкурсында ул һабаҡташтары Арыҫлан Сәйетбатталов, Нәзилә Аҡназарова, Розалина Иҫәнбаева, Әлмира Йосопова менән бер команда булып сығыш яһайҙар һәм 1-се урын алалар. Әлфинә шулай уҡ рус теле буйынса Гагарин кубогына олимпиаданың йомғаҡлау этабында призер, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса “Мин хәтерләйем, мин ғорурланам” олимпиадаһының район этабында еңеүсе, республика этабында призер, рус, башҡорт, инглиз телдәре һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында призер исемен ала. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында бер нисә предмет буйынса яҡшһы һөҙөмтәгә өлгәшкәне өсөн уға гимназияның “Триумф - 2025” статуэткаһы тапшырыла.

  Бар яҡлап та әүҙем уҡыусы мәктәптең йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй, белем усағында һәм интернатта уҙған мәҙәни сараларҙа йыш ҡына алып барыусы булып сығыш яһай, еңел атлетика ярыштарында ҡатнаша. 10-сы класта уҡығанда иһә Әлфинә гимназияның юғары класс уҡыусылары советының рәйесе булып һайлана. Был вазифаһына ла ул бик яуаплы ҡарай, фекерҙәштәре менән бер йылға мәктәп үҙидараһы эшмәкәрлеген планлаштыра, мәктәп тормошо мәсьәләләре буйынса уҡыусыларҙың фекерҙәрен өйрәнә, мәктәп үҙидараһы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтте мәктәп мәғлүмәт сараларында урынлаштыра, даими рәүештә тейешле документтар алып бара. Юғары класс уҡыусылары советы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыу,

гимназия администрацияһының, кластың бөтә эштәрендә класс етәкселәренең таянысы булыу уға киләсәк тормошта кәрәгәсәк ҙур тәжрибә мәктәбе булып тора.

  Ҡыҙҙың һәр башланғысын хуплап тороусы, уға ҡанат ҡуйыусы ата-әсәһе тураһында телгә алмау дөрөҫ булмаҫ. Тырышып донъя көткән Фәниә һәм Нәсим Мозафаровтар Һатлыҡ ауылының уңған ғаиләләренең береһе һанала. Өс бала үҫтергән улар: ҙур ҡыҙҙары Гүзәлиә хәҙер инде башлы-күҙле, ул Нуриман районында гинеколог булып эшләй; улдары Илмир М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған, инглиз теле белгесе. Әйткәндәй, Әлфинә лә ағаһы һымаҡ инглиз телен үҙ итә - юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, киләсәктә тәржемәсе һөнәрен алырға хыяллана.

 Класс етәксеһе Вәсилә Зиннур ҡыҙы Ҡорбанаева әйтеүенсә, ҡыҙ үҙенә ҡарата бик талапсан, һәр эшкә етди ҡарай, дуҫтары күп.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас