Мораҙым
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
21 Мая , 10:30

Уҡыусылар өсөн - яңы стипендия!

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев Күгәрсен районына эш сәфәре менән килде һәм уҡыусыларға стипендия тапшырҙы.

Уҡыусылар өсөн - яңы стипендия!Уҡыусылар өсөн - яңы стипендия!
Уҡыусылар өсөн - яңы стипендия!

Һатлыҡ ауылында тыуып үҫкән БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев райондаштарына, ауылдаштарына, кескәй яҡташтарына һәр ваҡыт йылы, һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуы менән билдәле.

 Урал Таһир улы Килсенбаев 2012 йылдан алып тыуған ауылы Һатлыҡтағы 1-се класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итә. Бынан дүрт йыл элек унда тәүге тапҡыр мәктәпкә барыусылар булмағас, Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған 7 ауылдың 1-се класс балаларына бүләк тапшыра башлай. Уҙған йыл ул мәктәп кәрәк-яраҡтары тултырылған портфелдәр бүләк итеп, 5 йәш яҡташын ҡыуандырҙы. Нәҡ шул саҡта Яңы Хвалын мәктәбе уҡыусыларына үҙенең тәүге уҡытыусыһы Ирек Ишмәтов исемендәге стипендия тапшырасағы хаҡында хәбәр иткәйне. Һүҙендә торҙо яҡташыбыҙ: шаршамбы көндө районға эш сәфәре барышында Яңы Хвалын урта мәктәбенең өс уҡыусыһына - Ишбаев Иҙрисҡа, Хөснуллина Диләгә һәм Ишмәтова Аидаға таныҡлыҡ һәм сертификаттар тапшырҙы.

 Район хакимиәтенең ултырыштар залында үткән был тантана уҡыусылар күңелендә мәктәп йылдарының иң сағыу ваҡиғаһы булып ғүмерлеккә ҡалыр моғайын. Шулай булмай һуң: был стипендияға улар үҙҙәренең яҡшы уҡыуҙары, төрлө олимпиадала, конкурстарҙа еңеүҙәре, спорттағы һәм башҡа өлкәләге уңыштары өсөн лайыҡ булғандар бит! 

Артабан ул ҡыуаныслы яңылыҡты еткерҙе: киләһе йыл был премия район күләменә күтәреләсәк һәм башҡа мәктәп уҡыусылары ла уға дәғүә итә аласаҡ.

 - Марат Сәлим улы менән кәңәшләшкәндән һуң шундай фекергә килдек. Бәлки, премияны Өфөлә тапшырырбыҙ. Тырыш уҡыусыларға ул саранан һуң баш ҡала буйлап сәйәхәт ҡылыр, үҙе инергә теләгән юғары уҡыу йорто менән танышыр өсөн форсат булыр ине, - тине ул.

 Әйткәндәй, был сарала Яңы Хвалын уҡыусылары ғына түгел, уҡытыусылары ла оло ҡыуаныс кисерҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡунысбаева Зөлфиә Дәмин ҡыҙына, сит телдәр уҡытыусыһы Сөләймәнова Гөлфиә Хәйҙәр ҡыҙына, физика һәм математика уҡытыусыһы Хөснуллин Азат Рәмил улына мәғариф системаһындағы намыҫлы хеҙмәттәре өсөн БР Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары тапшырылды.

 Урал Таһир улы эш сәфәре барышында район башлығы Марат Исҡужин менән бергә М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһындағы капиталь ремонт барышы менән танышты, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында булып, бүлексәләр эшен ҡараны, халыҡ менән аралашты.

 Тулыраҡ мәҡәлә - гәзиттә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас