

Быйыл 28 апрелдә ойоштороу комитеты еңеүселәр исемлеген раҫланы. Положениеға ярашлы, улар халыҡ һаны буйынса номинациялар буйынса билдәләнә.
Конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр итеүенсә, был юлы муниципаль этапта 52 райондан 845 ауыл ҡатнашҡан. Уларҙан республика этабына 52 ауыл сыҡты, улар «Ҙур», «Эре», «Уртаса» һәм «Бәләкәй» тораҡ пункттар номинацияларында ярышты.
Шулай итеп, республика конкурсында еңеүселәр:
“Эре тораҡ пункттар” номинацияһында:
I урын - Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылы;
II урын - Өфө районы Николаевка ауылы;
III урын - Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын - Ейәнсура районы Өмбәт ауылы;
II урын - Краснокама районы Яңы Бөртөк ауылы;
III урын – Кушнаренко районы Ҡалтай ауылы
«Урта тораҡ пункттар»номинацияһында:
I урын - Ауырғазы районы Татар Нағаҙағы ауылы;
II урын - Ҡалтасы районы Кәкуш ауылы;
III урын - Бүздәк районы, Ҡаран ауылы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар»номинацияһында:
I урын - Асҡын районы Гөмбә ауылы;
II урын - Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы;
III урын - Тәтешле районы Кесе Бәлзүгә ауылы.
Шулай уҡ сарала «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Сәлиә Мырҙабаева – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Фото һәм мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмөнән алынды.