Борон Ҡабил менән Хабил ҡорбан килтергәндә береһе ихлас рәүештә иң яҡшыһын һайлап ала, ә икенсеһе “ярай ул” тип үҙенә бик кәрәкмәгәнен килтерә. Аллаһы Тәғәлә тәүгеһенекен ҡабул итә, икенсеһенекен ҡабул итмәй. Ул ваҡытта ҡорбан ҡабул булыу билдәһе булып күктән ут төшөп яндыра торған булған. Үҙенең боҙоҡ ниәте булыуына ҡарамаҫтан, ҡәрҙәшенең ҡорбаны ҡабул булыуын күтәрә алмай, көнләшеүенән ул көндәшен үлтереп ҡуя. Был кешелек донъяһында беренсе үлтереү була. Аҙаҡ ҡәрҙәшенең кәүҙәһен нишләтергә белмәй. Ахырҙа Аллаһы Тәғәлә уға ҡарғаның нисек икенсе үлгән ҡарғаны ерҙе соҡоп күмгәнен күрһәтә. “Мин ошо ҡарға һымаҡ та була алманым”тип, (Мәидә сүрәһе, 31-се аят) эшләгән енәйәтенә үкенеп, ҡәрҙәшенең кәүҙәһен күмеп ҡуя. “Ысынлыҡта Аллаһ тәҡүәлыларҙан ҡабул итә” тип әйтелә Мәидә сүрәһенең 27-се аятында. Шуға Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, Аллаһ бойорған ғәмәл ҡабул булһын, сауабын насип итһен өсөн ихлас күңелдән яҡшы малдан ҡорбан салайыҡ.
Ҡорбан ғәйет намаҙы уҡылғас ҡына салына, быйыл ғәйет 27 майға тура килә. Сәғәтен һәр ауыл мәсете үҙе билдәләй. Ваҡыты иртәнге сәғәт 6-ға тура килә, ғәҙәттә, халыҡ йыйылғанын көтөп ғәйет намаҙын сәғәт 9-ҙа уҡыйбыҙ. Ҡорбан сала торған көндәр - 27, 28, 29, 30 май. Ҡорбанды көндөҙ салыу яҡшыраҡ, әммә ҡояш байығандан һуң, кисен салырға ла ярай. 30 май был ғәмәлде ҡояш байығанға тиклем башҡарырға кәрәк.
Ҡорбан ите ғаилә менән ашала, туғандарға ла өлөш сығарыла, ҡорбан итенән ауыҙ иттереү өсөн ҡунаҡ саҡырыу ҙа бик яҡшы. Йә ул мохтаждарға таратыла.
Башын-тояғын, эсәген, тиреһен нимә эшләтергә тигән һорау йыш бирелә. Тиреһен тоҙлап, эшкәртеп алғанда яҡшы. Элек баһалы тауар ине. Саҙаҡа итеп бирелә, тип китапта ла яҙыла. Хәҙер ҙә тиреһен тоҙлап, йыуып, эшкәртеп алһаң да була. Баш-тояғын, эсәген дә эшкәртеп алырға мөмкин. Ләкин былар менән шөғөлләнгән кеше юҡ икән, мал зыяратына ташларға мәжбүр булабыҙ. Баш-тояғын эткә бирергә лә була, ул да йән эйәһе. Сәхәбәләр хайуандарҙы ашатҡандан сауабы булырмы тип пәйғәмбәрҙән (ғәләйһис-сәләм) һорағандар. “Эйе, бауыры булған һәр хайуанды ашатҡанға сауап яҙыла”, тигән ул. Эттән тороп ҡалған һөйәген ергә күмеп ҡуйырға була.