Нафиҡ ЙӘҺҮҘИН
Госпиталдә
Хикәйә
...Һәм бына мин бында. Көнө буйы аҡ түшәмгә, төнөн иһә, шулай уҡ йоҡлай алмайынса, яп-яҡты лампочкаға ҡарап ятам. Уңға ла, һулға ла әйләнеп ятырға көсөм юҡ, дарманым етмәй. Минең ҡаным менән тыуған илдең ғәзиз тупрағы шулай ҙа күп һуғарылған, күрәһең – шалтырап торған һөйәктән һәм йыйырсыҡланып бөткән тиренән башҡа бер нәмәм дә ҡалмаған.
Уйлай башлаһам иһә, башым арый, зиһенем тарҡала, фекерҙәрем сыуала. Ләкин һаман шулай ғына ятып булмай бит инде. Мин үткәндәремде иҫкә төшөрәм. Уйлайым: нисек һуң әле мин был ҡәҙәр бөттөм? Ҡайҙа, ниндәй хәлдәр эсендә мин шулай ҡанһыҙ-ҡеүәтһеҙ булып ҡалдым? Старая Русса янындағы бейеклек өсөн һуғыштамы? Ағайымды дошман пуляһы йыҡҡандамы? Ҡустымдың күкрәгенә мина ярсығы килеп ҡаҙалған миҙгелдәме? Ә бәлки яндырылған ауылдар, мәсхәрәләнгән ҡатын-ҡыҙҙар, ҡоллоҡҡа алып кителгән балалар тураһындағы уйҙар мине шулай хәлһеҙләндергәндер? Әллә быларҙың барыһы бергә йыйылып һуҡҡанға мин шулай кинәт кенә аяҡтан йығылдыммы?..
Ана миңә табан шәфҡәт туташы килә. Уның исеме – Маруся.
- Йә, Ғәлләмов, хәлең нисек, - ти ул минем янға ултырып. – Үҙеңде нисек тояһың?
Башымды, ҡулымды тотоп ҡарай. Миңә рәхәт булып китә, күңелем күтәрелә. Оҙон ғына буйлы, таҙа кәүҙәле, ап-аҡ йөҙлө был шәфҡәт туташы миңә айырыуса йомшаҡ күңелле, башҡаларға ҡарағанда да яҡын итеп ҡарай кеүек.
- Һиңә көс-хәл кертеү өсөн тәнеңә ҡан ебәрәсәкбеҙ. Хәҙер мин һинең бармағыңдан ҡан алырға тейеш.
Ул минең ҡулды йомшаҡ ҡына итеп тотто ла, беләгемде ипләп кенә һыйпап ҡуйҙы. Миңә бөтөнләй рәхәт булып ҡалды, хатта башым ауыртыуы ла бөттө шикелле. Ул минең бармаҡ башына энә ҡаҙаны. Ләкин ҡан сыҡманы.
- Ҡыҙғанам шул мин һеҙҙе, - тине ҡыҙ. Шунда уҡ уның бит урталары ҡып-ҡыҙыл булып китте.
Яңынан ҡаҙаны. Мин, шаҡтай ғына ауыртыу тойоп, үҙем дә һиҙмәҫтән ҡаштарымды йыйырҙым. Маруся миңә ҡарап яғымлы ғына йылмайҙы ла, бармағымды һығып-һығып ҡанымды йыя башланы...
Бер аҙҙан өлкән шәфҡәт туташы менән Маруся килеп мине ҡултыҡлап торғоҙҙолар һәм, икеһе ике яҡтан тотоп, операция бүлмәһенә алып киттеләр. Мин унда, ҡан тултырылған һауытты күргәс, шаяртып:
- Ҡарсыҡтарҙыҡы булһа кәрәкмәй, йәш ҡыҙҙар ҡаны булһа мөмкин, - тинем.
Шәфҡәт туташтары рәхәтләнеп бер көлдөләр. Ялтыр башлы ҡарт табип һирәк кенә аҡ сәстәрен ышҡый-ышҡый:
- Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың ҡанын һалабыҙ, иптәш Ғәлләмов, - тине...
Ах, тынысланып, рәхәтләнеп йоҡланым да һуң бөгөн. Нисек тип әйтергә – күңел ниндәйҙер тылсымлы тойғолар эсендә тирбәлә, йөрәк иркен һәм көслө тибә, барлыҡ һиҙеү-тойоу ағзаларым үҙҙәрен май эсендәге кеүек һиҙәләр. Ҡыҫҡаһы, рәхәт һәм рәхәт! Дөрөҫ, төндә мин бер нисә мәртәбә уяндым. Ләкин был борсолоп, ғазапланып уяныу түгел ине. Был, әйтерһең үҙемдең нисек рәхәт йоҡлауымды барлау, уны тағын бер мәртәбә тойоу өсөн генә уяныу ине. Уянам, ләкин күҙҙәрем асылмай. Аяҡтарымдың рәхәт кенә тартылып ҡуйыуҙарын һиҙәм, ҡул бармаҡтарымдың ҡуҙғалғылап алғанын тоям. Һәм шунда уҡ тағын йоҡоға китәм.
Иртәнге сәғәт алтыла инде мин бөтөнләй уяндым һәм тороп уҡ ултырҙым...
Түшәмдән аҫылынып төшкән лампочка үҙенең ап-аҡ нурҙары менән палатаның һәр бер мөйөшөнә ҡәҙәр яҡтыртып тора. Тып-тын. Кешеләр йоҡлайҙар йәки тыныс ҡына ҡарап яталар. Ҡаршы яҡ стеналағы радио ғына һөйләй. Мин, тубыҡтарымды ҡосаҡлап, ҡул бармаҡтарымды бер-береһенә индереп ултырҙым да, совет информбюроһының тапшырыуын тыңлай башланым. Унда Ленинград фронты ғәсҡәрҙәренең ҙур еңеүе, блокаданың өҙөлөүе тураһында хәбәр ителә ине.
Минең күңел күтәрелгәндән күтәрелә бара. Йырлағы килеп киткәндәй була һәм мин кинәт кенә бармаҡтарыма иғтибар итәм. Баш бармаҡтарым өҙлөкһөҙ ҡыймылдап торалар. Мин:
- Берәр ҡылансыҡ ҡыҙҙың ҡаны тура килде, ахыры. Инде мин ғүмергә шулай ҡылансыҡ булып ҡалырмын микән ни? – тип уйлайым һәм, шунда уҡ үҙ уйыма үҙем ҡушылырға теләмәгән шикелле, үҙ-үҙемдән көлөмһөрәп ҡуям. Үҙем шулай уйлайым, үҙем көлөмһөрәп ҡуям, үҙем радио тыңлайым, ә үҙем шул уҡ ваҡытта эсемдән генә йырлап ултырам:
“Ал да булырбыҙ әле,
Гөл дә булырбыҙ әле;
Араға дошман төшмәһә,
Бергә булырбыҙ әле”.
- Бынан һуң инде мин элекке кеүек бойоҡ, һәр ваҡыт уйсан һәм баҫалҡы булмам, - тип уйлайым мин тағын. - Дәртле булырмын, һәр ваҡыт йырлап та бейеп кенә йөрөрмөн.
Радиола йыр һәм музыка башланды. Мин һикертмәле йомшаҡ ҡына карауатыма һуҙылып яттым да, үҙем музыка тыңлайым, үҙем рәхәт кенә уйҙар диңгеҙендә йөҙәм:
- Ысындан да, ниндәй ҡыҙ икән ул? Бәлки...
Мин уны операция бүлмәһендәге ғәйәт һылыу бер шәфҡәт туташына оҡшатып, бөҙрә сәсле, кескенә танаулы, нескә нәфис кәүҙәле, уйынсыҡ-шаян ҡыланышлы итеп күҙ алдына килтерә башлайым. Һәм кинәт кенә минең уны күргем килеп китә. Уның кем булыуын, исемен, ҡайҙа эшләүен, нисек көн күреүен белгем килә башлай.
- Мәҫәлән, - тип уйлайым мин, - ул көндөҙөн нимәләр эшләй? Кисен ҡайҙарға бара? Киноға, театрға ул кемдәр менән йөрөй? Төндәрен ул нисек үткәрә? Яңғыҙы ғына үткәрәме, әллә?..
Бына шул “әллә” мине торған һайын нығыраҡ борсой башлай...
...Госпиталдә ятыуыма ике айға яҡын ваҡыт уҙҙы. Мин инде үҙемә ҡан биргән ҡыҙҙың исеме Фәүзиә икәнен дә, адресын да белдем. Госпиталдән сыҡҡан көндө үк уның янына барырға, уға үҙемдең ҡайнар рәхмәттәремде белдерергә тигән ныҡлы ҡарарға килеп ҡуйҙым.
- Ә кем белә, бәлки уның һөйгән егете лә юҡтыр әле. Бәлки ул миңә, ә мин уға оҡшарбыҙ... Ай-һай, күңел тигәнең зәһәр бит ул! Киң ҡоласлы, сикһеҙ нәфселе нәмә бит ул – күңел...
Иртәгә мине госпиталдән сығаралар. Табип шулай тине. Яңынан үҙемдең часҡа барам – фронтҡа, дуҫтар янына. Фәүзиәне, әлбиттә, күреп китәсәкмен. Уныһы минең хатта намыҫ бурысым да. Бәлки, ҡоро ғына рәүештә мин уғ рәхмәт әйтермен, уның ҡанын маҡтармын, ул да быға ҡаршы бер нисә һүҙ әйтер ҙә, ошо осрашыу беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булып ҡалыр. Ә бәлки...
- Сәғәт алтыла ул өйҙә булырға тейеш. Ял көнө алдынан уҡытыусының әллә ни эше булмай бит. Күп булһа киноға барырға йыйыныр, ә алтыға ҡәҙәр өйөнән сығып китергә өлгөрмәҫ...
Мин шулай үҙ алдыма хыялланып карауат ҡырыйында ултыра инем, Маруся беҙҙең палатаға йүгерә-атлай килеп керҙе лә, барлыҡ ауырыуҙарға ла мөрәҗәғәт итеп:
- Бөгөн сәғәт алтыла концерт була, мәктәп балалары килә, - тине. Унан һуң миңә йылмайып ҡараны ла:
- Фәүзине эҙләп йөрөргә булманы инде, ул үҙе килә, - тине.
- Шаяртаһығыҙҙыр, туташ!
- Һуң мин һеҙгә булмағанды һөйләп тормайым. Ул бөгөн үҙенең уҡыусылары менән беҙгә концерт күрһәтәсәк.
- Нисектер һеҙ бөгөн артыҡ шаян күренәһеҙ...
Ул миңә яуап ҡайтарып торманы, кергәндәге шикелле үк йүгереп сығып та китте...
Штабта мине оҙаҡ тотманылар. Тейешле документтар әҙер ине инде. Ләкин складта оҙағыраҡ маташырға тура килде. Минән алдараҡ килеүселәр ҙә бар икән, склад мөдире башта уларҙы ебәрҙе. Түҙемһеҙләнеп тештәремде ҡыҫһам да, тышҡы яҡтан кешеләргә бер нәмә лә һиҙҙермәҫкә тырыштым.
Ҡулымдан килһә, башҡаларға күренмәйенсә генә барып, мөдирҙең ҡолағына ғына бышылдар инем:
- Беләһеҙме нимә, иптәш! Минең Фәүзиә туташты күрәһем бар. Ул унда көтөп тора. Һеҙ мине тиҙерәк ебәреү яғын ҡарағыҙ инде.
Ул мине аңлар ине. Фәүзиә тигән тылсымлы исемде ишеткәс, әлбиттә, ул мине аңламай һис тә булдыра алмаҫ ине.
Ниһайәт, миңә лә сират етте. Үҙемә тейеш сәй, ярма, колбаса кеүек ашамлыҡтарҙы күтәреп үҙебеҙҙең палатаға йүнәлдем. Палата янында ике шәфҡәт туташы баҫып тора ине, уларҙың береһе миңә ишекте асты...
Минең тумбочка янында йылмайып ҡына Маруся баҫып тора. Ә ултырғыста, ишек яғына уң яҡ сикәһен ҡуйып, йыуан ғына бер ҡарсыҡ ултыра. Таҙа кейемле. Сәскәле оҙон аҡ шәлен елкәһенә һалған. Маруся ишеккә табан эйәген ҡағып, ымлап ҡуйыуға ҡарсыҡ та йөҙө менән миңә табан боролдо. Тулы битле, һөйкөмлө генә ҡарсыҡ ине ул. Ул урынынан торҙо. Мин, нимә тип әйтергә лә белмәйенсә, туҡтап ҡалдым. Ҡайҙалыр күргән кеүекмен. Ләкин ҡайҙа? Кем ул?
- Уҡытыусы Фәүзиә Хәбибрахманова ошо була инде, - тип әйтергә лә өлгөрмәне Маруся, мин ҡулымдағы әйберҙәрҙе карауатҡа ырғытып:
- Фәүзиә апа! - тинем дә уның ҡосағына ташландым.
Ул мине танып еткермәй ине әле. Шулай ҙа, эштең нимәлә икәнен һиҙенеп булһа кәрәк, миңә ҡарата әсәйҙәрсә йомшаҡ күңеллелек күрһәтеп:
- Эй-й, балам-балам! - тип аркамдан һөйә һәм иркәләй башланы.
- Таныштар ҙа булып сыҡтығыҙ әллә, - тине Маруся.
- Менә нисек килеп сыҡты, Фәүзиә апа! - тинем мин. - Мине танып та бөтмәйһегеҙҙер... Алабайтал ауылы, 1928 йыл... Беренсе класс... Тәҙрә янынан икенсе парта... “Апай, йондоҙҙар бер ҙә йоҡламайҙармы ни ул?”
- Эй, балам! Ғалләм ағайҙың улы бит һин...
Фәүзиә апайҙың йөҙө ҡояштай балҡып китте...
Минең ҡарамаҡта ете сәғәт ваҡыт бар ине әле. Тулы ете сәғәт тыныс тормош.
Ғинуар, 1944 йыл, Рыбинск.