

“Хатты 1941 йылдың 23 ноябрендә яҙам, хәйерле көн, ҡәҙерле ата-әсәйем! Мин әлегә һау-сәләмәт, һеҙгә лә донъяла яҡшылыҡ теләйем...”
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Бикеш ауылы уҙаманы Трусов Андрей Евдокимовичтың хаты шулай башлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут эсендә йөрөгән яҡташыбыҙҙың ҡатыны Трусова Матренаның исеменә яҙған был ике өсмөйөшлө хаты адресатҡа барып етмәй.
84 йылдан һуң был кескәй генә фронт сәләмдәре Архангельск ҡалаһының мәктәп китапханаһында табыла.
Аңлы, яуаплы кешеләр “Рәсәй – Башҡортостан” дәүләт телерадикопмпанияһы хәбәрселәре аша уларҙы Андрей Евдокимовичтың туғандарына тапшыра.
Үҙ сиратында улар тарихи әһәмиәтле документтарҙы Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырырға ҡарар итте.
Документтарҙан күренеүенсә, Андрей Евдокимович Трусовтың ғаиләһе, ысынлап та, Бикеш ауылында йәшәгән. Андрей Евдокимович үҙе 1901 йылда тыуған, ул ваҡытта һирәк осрағанса, грамоталы булған, һуғышҡа тиклем “Каганович” артелендә эшләгән. 1941 йылда РККА-ға (Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына) алынған тип иҫәпләнә, был уның һуғышҡа алыныуын аңлата.
Ғаилә составында - ҡатыны Матрена Константиновна (ул да уҡ артелдә эшләгән) һәм балалары Мария, Вера, Николай, Алексей, ә ҡыҙы Нина сабый сағында вафат булған тип күрһәтелгән. Артабан һуғыштан һуңғы осор яҙмаларында геройыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған, Матрена Константиновна һәләк булған ире өсөн пенсия ала тип теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рядовой Андрей Трусовтың ғүмере 1942 йылдың мартында өҙөлә. Уға иң кесе улын күрергә һәм яҡындарын, туғандарын ҡосағына алырға насип булмаған.
- Беҙҙең райондың “КүгәрсенТВ” телестудияһы ла ҙур эш башҡарҙы. Улар төшөргән сюжет бик үҙенсәлекле, тетрәндергес килеп сыҡты", - ти музей директоры Рөстәм СӘЙЕТБАТТАЛОВ.
Хәҙер был артефакттар беҙҙең Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.