Мораҙым
+27 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Мая , 11:50

Ғаиләлә – ҡот осҡос фажиғә

Кисә Башҡортостандың Дыуан районында ҡурҡыныс фажиғә булған – бәләкәй баланы үле килеш тапҡандар.

11 майҙа кис бала әсәһе, башҡа өлкәндәр һәм балалар менән бергә урманда булғанлығы билдәле. Бер мәл сабый ҡарауһыҙ ҡала һәм юғала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала йылға ярына барып етеп, һыуға ҡолаған.

"Ойошторолған эҙләнеүҙәр барышында баланың кәүҙәһе йылғала тәүге юғалыу урынынан ете километр алыҫлыҡта табылған”, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Тәфтиш Комитетында.

Әле суд экспертизалары тәғәйенләнгән, ата-әсәләр һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алына. Енәйәт эшен тикшереү республиканың тәфтиш идаралығы етәкселеге контролендә.

Автор:
Читайте нас