

Их, тағы ла ярты сәғәттәй генә ял итһәң ине лә... Юҡ шул, иркәләнеп-наҙланып, йоҡо туйҙырып ятыр мәл түгел – колхоздың төп көсө булған ир-егеттәр фронтта, ауылдағы эш ҡарт-ҡоро менән ҡатын-ҡыҙ һәм Фәйзулла кеүек балалыҡтан сығып та бөтмәгән малай-шалай иңенә өйөлгән...
Һуғыш йылдарындә күргән михнәттәрен әллә күңеленән барланы, әллә серем итеп алғанда төшөндә ҡабат күрҙе Фәйзулла бабай – үҙе лә аңламай ҡалды. Йәше лә хәҙер апаруҡ шул, Хоҙай насип итһә, көҙгә 96 йәшен тултырасаҡ. Ҡотлоғужиндар нәҫеленең генә түгел, Сәйетҡол ауылының иң оло кешеһе, аҡһаҡалы ул.
Ата-әсәһе Ғәйниямал инәй менән Ғиниәт бабайҙың иң тәүге балаһы була геройыбыҙ. Атаһы “Молотов” колхозында ат ҡараһа, әсәһе фермала һыйыр һауа, утауҙа йөрөй, ураҡ ура, бесән саба. Һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәреп, нужа һурпаһын байтаҡ татый Фәйзулла, Әхмәҙулла, Кәрим, Фәсхетдин, Мансур, Камил, Камила исемле 7 бала үҫтергән пар... Береһенән-береһе бәләкәйерәк ыбыр-сыбыр балалар, һәр береһен кейендерергә, ашатып-эсерергә, өйҙө йылытыр өсөн утын әҙерләргә, булған ғына мал-тыуарыңа бесән әҙерләргә кәрәк. Һаулыҡҡа туйына алмаһа ла, бер көн дә колхоз эшенән ҡалмаған атаһының, өйҙәге эштәргә өлгөрөү өсөн көндө төнгә ялғап тир түккән әсәһенең иңенә өйөлгән был мәшәҡәттәрҙе күҙ алдына килтергәндә Фәйзулла бабай ирекһеҙҙән уйға тала... Ә бит уның үҙенә лә ул йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын татырға, үҙ иңендә күтәрергә яҙған.
Ата-әсәһенең иң төп таянысы ул - оло улдары Фәйзулла була. Һуғыш башланғанда 11 йәше лә тулып өлгөрмәгән малайға үҙе кеүек тиңдәштәре менән тормош арбаһына төптән егелергә тура килә. Халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың түбәндәге шиғыр юлдары ла нәҡ уның кеүектәргә бағышланған:
Һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан алда өлгөрттө:
Кистән бала итеп йоҡлатты ла,
Таң атыуға инде ир итте...
Артыҡ уҡыу эләкмәй уға, 4 кластан һуң уҡыу урынына, өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә, колхоз эшенә егелә. Заманаһы шундай булғас, ул осор балаларының баштарында белем алыу түгел, нисек тә тамаҡ туйҙырыу, колхоздың сәсеү, урып-йыйыу эштәрен ваҡытында атҡарып сығыу, булған ғына малын иҫән-һау ҡышлатыу тигән уй була шул. Ирҙәр менән бер рәттән аттарҙы ла һуғышҡа оҙатҡас, арба-санаға, һабанға һыйыр-үгеҙ егәләр. Бар эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ауыр эшкә нисек кенә түҙһәләр ҙә, аслыҡ бигерәк тә үҙәктәренә үтә. Бер көнлөк хеҙмәт өсөн ике-өс ҡалаҡ он бирелә. Шул ондан бешерелгән ыумас, үлән сәйе менән тамаҡ туйҙырып йөрөгән саҡтарын, ураҡ урғандан һуң ҡойолоп ҡалған башаҡты баҫыу ҡараусынан йәшенеп кенә йыйған мәлдәрен күҙ йәштәре менән иҫкә ала аҡһаҡал. Үлән сығып, ер йәшәрә башлау менән урман-ҡырға йөрөйҙәр. Көпшә, әтмәкәй, һарына, йыуа, ҡуян тубығы менән туҡланалар. Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән картуф баҡсаһында соҡсоналар, ерҙә ятып ҡалған туң картуф улар өсөн хан һыйындай тойола. Ҡар аҫтында ҡалған иген бөртөктәренең ағыулы икәнен, үкенескә күрә, күптәр белмәй, яҙ йыйып ашап, ағыуланып үлә. Фәйзулла бабайҙың ике ҡустыһы ла шул ауыр йылдарҙа аслыҡ-яланғаслыҡтың михнәтен татып, сабый ғына килеш вафат була.
... 18 йәше тулған Фәйзулланы ла ФЗО-ға алалар. “Приморье крайы, Артем ҡалаһы, 17-се саҡрым, 6-6-бис шахтаһы” – был адрес уның күңеленә ғүмерлеккә һеңгән...
1948-1950 йылдарҙа ФЗО егеттәре менән ҡыҙҙары япон хәрби әсирҙәре менән бергә шахтала эшләй. Отҡор яҡташыбыҙ ике йыл эсендә бер аҙ уларҙың телен дә өйрәнә һәм ауылға ҡайтҡас, бер аҙ японса һупалап, туғандарын хайран ҡалдыра.
Оҙайлы ялға ҡайтҡандан һуң егет шахтаға ҡабат бармай, йәнә колхоз эшенә егелә. 1952 йылда армияға алынып, Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһында 3 йыл хеҙмәт итә. Ныҡлы ир ҡорона инеп, быуындары нығынып ҡайтҡан егетте шул йылды йәнә ФЗО-ға ебәрәләр. Ярай ҙа был юлы алыҫҡа оҙатмайҙар... Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында ул буласаҡ тормош иптәше – Ҡыйғы районының Йүкәле күл ауылы ҡыҙы Кәфиәне осрата. Ҡола яланда бергәләп ҡасаба төҙөүҙә ҡатнаша йәштәр.
Сәстәрен-сәскә бәйләгән пар тәүҙә Ырымбур өлкәһендә төпләнә. Бында Фәйзулла Ғиниәт улы урман хужалығында бригадир булып эшләй. Ҙур йорт һалып, матур итеп донъя көтөп алып китһәләр ҙә, атаһы ныҡлап ауырып китеү сәбәпле, 1963 йылда тыуған ауылына ҡайтып төпләнәләр.
Елкә булһа, ҡайҙа ла ҡамыт табыла, тигәндәй, тыуған ерендә лә баш баҫып эшкә күмелә уҙаман: оҙаҡ йылдар “Исем” совхозының “Свердлов” бүлексәһендә һарыҡ ҡарай. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына тиңләштерелгән тыл эшсәне тырыш хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар хужалыҡтың һәм райондың маҡтау грамоталарына лайыҡ була.
Кәфиә инәй ҙә совхоз эшенән ҡалмай, быҙау ҡарай, фермала һыйыр һауа, сөгөлдөр утай. Ә бит өйҙә донъя көтөргә лә, малды ҡарарға ла, бер-бер артлы донъяға килгән ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләргә лә кәрәк... Әйткәндәй, Ҡотлоғужиндар ете балаға – алты ҡыҙға, бер улға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кәфиә инәй ҙә, бер бөртөк улдары Зәйнулла ла баҡыйлыҡҡа иртә күсә.
Ҡыҙҙары Фәйрүзә, Римма, Фәриҙә, Ғәлиә, Нурия һәм Светлана намыҫлы хеҙмәт юлын үткән, үҙ тиңдәре менән матур ғаилә ҡороп, күптән инде үҙҙәре өләсәй-ҡәрсәй булыу бәхетен татыған. Бөгөн улар - аталарының төп терәге. Хәҙер инде үҙаллы йөрөү бәхетенән мәхрүм ҡалған ҡәҙерле кешеләрен хәстәрҙән өҙмәй, алмаш-тилмәш бала ҡараған кеүек ҡарайҙар. 12 ейән-ейәнсәре менән 10 бүлә-бүләсәре лә ҡарталарын иғтибарҙан өҙмәй.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор һәм шәхси архивтан алынған фотолар.