Хәйҙәр Тапаҡов
Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы
Хикәйә.
Һиҫкәндереп тумбочка өҫтөнә ҡуйылған телефон шылтыраны.Трубкала хирур-гия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фәриҙәнең тулҡынланған тауышы ишетелде:
-Хәмит ағай, тиҙ генә отделениеға күтәрелегеҙ әле, ауылдан ауырыу ҡатынды килтерҙеләр.
-Кем алып килгән?
-Осраҡлы ылау менән. Күршеләре. Фельдшерға ла күрһәтеп тормағандар. Ихатаһында иҫтән яҙып йығылған,бисара.
- Температураһы бармы?
- Тәне боҙҙай һалҡын.
-Ҡан баҫымы нисек?
- Ныҡ түбән.
-Хәҙер. - Сәғәтемә ҡараным. Йәйге эңер яңы төшһә лә төн уртаһы ауып килә икән дә баһа. « Башлана… Бөгөнгө дежурство тыныс ҡына үтә икән,тиһәм…»
Процедура кабинетына индем.
Ауырыу кушеткаға һуҙылып ятҡан, ҡулдары күкрәк тәңгәлендә ҡаушырыулы, күҙҙәре йомоҡ, һулыш алғанлығы һиҙелмәй ҙә, һурынҡы яңаҡлы биттәрендә ҡан әҫәре юҡ, ут яҡтыһында балауыҙҙай ҡатҡан йөҙ, ҡураныс кәүҙә мәйетте лә хәтер-ләтеп ҡуя хатта.
Ултырғыс тартып тегенең янына ултырҙым да һалҡын беләкте усыма йомар-ланым, һиҙелер-һиҙелмәҫ һуҡҡан пульсты эҙләп таптым.
Ошоғаса ҡымшанмай ятҡан ҡатын күҙҙәрен асты, әкрен генә боролоп миңә ҡараны ла күкһелләнеп ҡымтылған ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыбырлатып хәлһеҙ тауыш менән шыбырҙаны:
-Иҫәнмеһегеҙ…
-Беҙ иҫән дә ул, ә бына һеҙҙең хәлегеҙ нисек? Танышайыҡ, мин дежур табип Ҡоҙабаев Хәмит Хөснуллович булам.Ҡайһы ауылдан килдегеҙ, исем-фамилия-ғыҙҙы нисек? - Яҙырға ҡушып шәфҡәт туташына ымланым.
-Сәйҙә Хәлилова, күрше Ташлы ауылынан…
-Ҡайһы ерегеҙ ауырта?
-Эсемдең аҫҡы яғы… Хәлем бөтә, башым әйләнә…
-Ҡасан ауырып киттегеҙ?
-Кис көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙы һауырға эйелгән ерҙә йығылдым, саҡ өйгә индереп һалғандар.
-Ауырлы инегеҙме?
-Иҫәпкә торорға йыйынып йөрөй инем…
« Пульс көсһөҙ, һүлпән…»
- Килгәндә ҡан баҫымы нисек ине?
- Йөҙгә һикһән,- тине шәфҡәт туташы.
« Тағы ла түбәнәйә төшкән… Тимәк, эскә ҡан китә…»
Ҡорһаҡты ҡапшап тикшереүем дә шуны асыҡлағандай итте.
- Кордиамин, викасол, система… - теҙеп алып киттем.- Хәҙер үк ҡандың группа-һын билдәләгеҙ, ун биш минут һайын, ҡандың баҫымын үлсәп, миңә хәбәр итегеҙ. – Ауырыуҙы тынысландыра һалдым. - Ә һеҙ бына ошолай ятып тороғоҙ, бөтәһе лә һәйбәт бөтөр. Иң мөһиме - килтереп өлгөргәндәр.
Фәриҙә, артымдан ҡалмай эйәреп, ординаторҙар бүлмәһенә инде:
- Хәмит Хөснуллович, диагноз…
- Башланғыс диагноз- эскә ҡан китеү. Хәлилова ысынлап та ауырлы булғандыр, тик яралғы аналыҡта түгел, аналыҡ торбаһында үҫешкән һәм уны ярған. Кис-екмәҫтән операция кәрәк һәм уның уңышы беҙҙең етеҙ эш итеүебеҙгә бәйле. Ирт-әгә һуң булыуы ихтимал.
Операция группаһын йыйырға ашығыс ярҙам машинаһын ебәрҙем дә ҡан тапшырыу станцияһына шылтыраттым:
- Ало, Ҡоҙабаев! Һеңлем, кисекмәҫтән беренсе группа ҡан кәрәк, ауырыуҙы опер-ацияға әҙерләйбеҙ.
- Хәмит Хөснуллович, ҡыҙғанысҡа ҡаршы һеҙ һораған ҡан ҡалманы, кисәге опе-рацияға алып бөттөләр. Башҡа группалар бар.
- Бер флакон да юҡмы ни? - тип ҡабатлап һораным.- Бәлки, ҡалғандыр…
- Алдашып, һатыулашып ултырырға мин баҙарҙалыр шул, - тигән үпкәләүле тауыш ишетелде.
- Аңлашылды… Шулай ҙа әҙерләнеп тороғоҙ әле, бәлки берәй тапшырыусы та-былыр.
- Төн уртаһындамы?
- Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит… Әҙер тороғоҙ… Тағы, уның ҡан группаһы беренсе генә түгел, бик һирәк осрай торғаны – резус кире…
- Резус отрицательный? - Теге оста аңлап етмәгәндәй руссалап һоранылар. – Бел-мәйем, ундайҙы иртәгә Өфөнән һорарға тура киләсәк…
- Иртәгә, иртәгә! Иртәгә ни булырын кем белә?! Ярай, көтөгөҙ! - Килеп тыуған хәлдән ярһығанлыҡтан ярайһы уҡ тупаҫ яуапланым да асыу менән телефон труб-каһын ырғыттым.
Өҫтәлгә терһәкләнеп, сикәләремде ҡушусланым: «Эштәр хөрт… Бәлә өҫтөнә бә-лә… Ундай группаны, йәнә резус кирене ете төн уртаһында ҡайҙан тапмаҡ? Баш-тан уҡ кирегә һапланырмы икән ни был эш… Ошо мәлдә ауырыуҙың эсенә ҡан тамсылап һарҡалыр… Уны бында килтергәнсе, кәм тигәндә ике сәғәт тирәһе ваҡыт үткән, сәғәтенә ике йөҙ грамм ҡан киткән хәлдә лә, дүрт йөҙ грамм… Әле күпме юғалтасаҡ әле…»
- Мөмкинме? Һаумыһығыҙ…
Көтөлмәгән өндәшеүгә тертләп киттем. Ишек төбөнә таныш түгел ҡатын инеп баҫҡан икән.
- Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ… Үтегеҙ… - Тарҡау яуапланым.
Ҡатын утыҙ йәштәр тирәһендәлер. Өҫтөнә кейгән кейеме ыҡсым кәүҙәһенә һы-лашып, килешеп тора. Һылыу, һөйкөмлө йөҙөндә сама белеп һалынған биҙәнеү эҙҙәре төҫмөрләнә. Ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән сәстәре, нәфис муйыны, аҡҡош ҡана-тын хәтерләткән ҡулдары, аҡ блузкаһы ҡыҫып белендергән тығыҙ, йоморосай түштәре, джинсы салбарҙы кипсәлдергән тығыҙ балтырҙары, һығылмалы билгә ялғанып, ниндәйҙер, ғәҙәти ҡатын-ҡыҙҙа булмаған илаһи һынды тәшкил итә.
Терәлеп ҡарауҙы күтәрә алмаған ҡатындың йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул ҡарашын иҙәнгә күсерҙе.
- Тыңлайым һеҙҙе, - тинем уңайһыҙ тынлыҡты боҙоп. Ҡатын үтә лә таныш той-олдо миңә, уны телевизорҙағы тапшырыуҙамы әллә сәхнәләме күрҙем дә шик-елле, тик иҫләй генә алманым.
Быны инеүсе лә тойомланы шикелле, аңлата һалды:
- Эйе, мин артистка. Ялға ҡайтҡайным ауылға… Сәйҙә Хәлилованың хәле нисек? Атайымдарҙың йорто уларҙан өс-дүрт өй аша ғына, Ул ҡапыл иҫһеҙ йығылған, тип ишетеп килдем.
- Әле ауырыу ҡабул итеү бүлмәһендә. Операцияға әҙерләйбеҙ. Хәле… уртаса, аныҡ ҡына итеп бер ни ҙә әйтеп булмай. Иртәгә килегеҙ.
- Операция? Хәле үтә етди икән… Ниндәйерәк дарыуҙар кәрәк? Бәлки һатып алырғалыр?
- Бөтәһе лә бар. Хәйер, һеҙ хәҙер ҡайтаһығыҙ бит, Хәлилованың туғандары кил-һәләр яҡшы булыр ине. Әйтегеҙ, беҙгә кисекмәҫтән ҡан кәрәк.
- Ул - икенсе райондан. Былай беҙҙең группалар тап килә. Тәүге улын тапҡанда ла тапшырғайным.
- Ә һеҙ беләһегеҙме, ауырыуҙың ҡаны үҙенсәлекле бит әле, һирәк осрай тор-ғаны…
- Беләм. Әгәр шикләнһәгеҙ һеҙҙең шарттарҙа минең ҡан группаһын ауырлыҡ-һыҙ асыҡларға мөмкин.
« Хоҙай Тәғәлә барыбер бар. Бына бит, әйҙәп килтергән».
- Тимәк, һеҙ ҡан тапшырырға ризаһығыҙ?
- Күпме кәрәк - шул тиклем алығыҙ.
- Саманан аштырмайбыҙ инде уныһын.- Йәнләнеп киттем.- Һеҙ хәҙер ҡан тапшырыу станцияһына барығыҙ. Унда көтәләр. Станция эргәлә генә.- Тороп, тәҙрә янына барҙым да аҫҡа күрһәттем.- Ана, ишеге был яҡҡа ҡараған.
Ҡатын һаубулашты ла сығыу яғына ҡарай йүнәлде.
- Ғәфү итегеҙ, һеҙ Хәлилованың кеме булаһығыҙ?
- Яҡын танышы. Сәйҙә улы өсөн борсолмаһын, Әсғәт ҡайтҡансы, Тәлғәттең ян-ында булырмын.
Ишек ябылды. Ипле баҫҡан аяҡ тауыштары алыҫлашты.
Ҡан баҫымы тағы ла төшкәйне. Ауырыуҙың ҙур күҙҙәре ҡарағусҡылланып һүнеп барған сыраны хәтерләтә.
Пальпация* ваҡытында Сәйҙә ауыртыуҙан хәлһеҙ ыңғырашты:
- Шул ерем ныҡ ауырта… Ағай, миңә операцияғамы?
- Эйе.
- Улым, Тәлғәтем, урамдан ҡайтып инмәгәйне, уйнап туя алмай йөрөгәндер. Ишетһә, нимә генә эшләр инде бәпесем, ҡартаталарына барһа ярай ҙа. Атаһы юлдан ҡайтмаған әле, ҡасан ҡайта…
- Яңы ғына һеҙҙең ауылдашығыҙ килеп китте, Тәлғәт өсөн борсолмаҫҡа ҡушты. Хәлегеҙҙе белергә теләгәйне, ваҡытһыҙыраҡ йөрөгәнгә керетмәнем.
- Кем ул?
« Бына, исмаһам, баш, исемен һораһамсы».
- Ҡаласа кейенгән сибәр ҡатын.
- Рәйлә ҡайтҡандыр. - Сәйҙәнең йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды, хафаланманы ла, ҡыуа-нманы ла, моғайын, эске кисерештәрен йәшереп өйрәнгәндер, шулай ҙа керпек-тәре еңелсә дерелдәне, ауыҙы ситендәге йыйырсыҡтары тәрәнәйҙе. Бер аҙҙан ирендәр ҡабаттан ҡыймылданы. - Әсғәт, ирем, юлдан ҡайтһа, килеп етер ул. Әгәр өлгөрмәһә, тегендә, операция өҫтәлендә берәй хәл була ҡалһа, рәнйемәй, фатиха-һын бирә ҡатынығыҙ, тиерһегеҙ. Нимәгә икәнен үҙе аңлар…
- Йәшәүегеҙ менән хушлашып та бөттөгөҙ түгелме? Һеҙҙеке ише операциянан аҙаҡ бер кемдең дә үлгәне юҡ әле.
- Минең йөрәгем шәптән түгел. Алдан әйтеп ҡуйыуым хәйерле.
Хәлилованы оҙатып, күп тә үтмәне, коридорҙа яурынына аҡ халат һалған әзмәү-ерҙәй кәүҙәле ир күренде:
- Мин Әсғәт Хәлилов булам.
- Хәмит Хөснуллович Ҡоҙабаев.
Ирҙең ҡулы көрәктәй ҙур, ҡыпһыуырҙай ҡаты ине, еңел эшкә күнеккән бармаҡ-тарҙы ауырттырып ҡыҫты.
- Әйҙәгеҙ, - Инеүсене артымдан эйәрттем. Бүлмәгә үтеп, өҫтәл артына ултырғас, төптәге дивандан урын күрһәттем.- Ошонда ҡулайлыраҡ булыр. Беҙгә байтаҡ ҡы-на көтөргә әле, операцияны яңыраҡ башланылар. Бынау ҡағыҙҙарға операция яһарға рөхсәтегеҙҙе белдереп, ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ. Һеҙҙе көтөп торманыҡ, мөмкин дә түгел ине.
Әсғәт, имән ботағылай ныҡ, мазут һеңеп ярғыланған бармаҡтарына авторучканы килбәтһеҙ ҡыҫтырып, күрһәтелгән урынға сыймаҡланы ла шымып ҡалды.
Уның башҡа ағзалары ла кәүҙәһе кеүек үк ҙур, килбәтһеҙ инеләр: тура, яҫы ҡаштар, ташбығыраҡ күҙҙәр, тумжыҡ танау, яҫы биттәр, дүрткелләнеп һалынған ауыр эйәк, ҡарпыш ҡолаҡтар бергә ҡушылып, йәмһеҙ, шул уҡ ваҡытта ирәбе, мәрхәмәтле йөҙҙө хасил итәләр. Бөтә булмышын йәмләгән сабыйҙарса самими-лыҡ, моғайын, ҙур, һорғолт күҙҙәрҙән һирпеләлер. Улар тирә-йүнгә ышанып, бер ҡатлылыҡ менән ҡарайҙар төҫлө.
Әле лә ул миңә һораулы төбәлде:
- Һеҙгә Хәмит, тип, үҙебеҙсә өндәшһәм, килешерме? Яңылышмаһам, беҙҙең йәш-тәр самаһы ла бер тирәлер.
- Бара. - Ғәмһеҙ ҡул һелтәнем. - Үҙем дә семәрләп мөрәжәғәт иткәнде яратма-йым.
- Тегендә индергәндә Сәйҙәнең хәле нисек ине?
- Һөйләште, ул үҙ аңында.
- Операция уңышлы үтһен инде. Ни тиһәң дә бысаҡ аҫтына ята.
- Яҡшыға юрайыҡ.
- Тартып алайыҡмы әллә?
- Тартмайым шул. Аҙна элек ташланым. Тәмәке тураһында һүҙ сыҡһа, эсемдәге шайтан ҡотора башлай.
- Тартмауығыҙға күп ваҡыт үткән икән. - Быжыр йөҙҙә һаран йылмайыу сат-ҡылары сағылды. - Улайһа, мин сығып төтәтеп алайым әле.
Бер аҙҙан был инеп кире урынына ялпашты. Тынлыҡ урынлашты. Әсғәт ара-тирә уфтанып ҡуя, мин дә алдымдағы ҡағыҙҙарҙы ҡыштырҙатам.
- Әллә һеҙҙе маҙаһыҙлайым инде, - тине Әсғәт, - тыштағы ултырғысҡа сығып көтәйем, булмаһа.
- Ҡамасауламайһың, - Эш юҡта эш булһын тип тултырырға тотонған ҡағыҙҙар-ымды шылдырып, аҡланғандай әйттем. - Быларҙы ни иртәгә лә яҙырға мөмкин.
- Сәйҙәгә, тим, берәй ярҙам кәрәкмәйме икән? - Әсғәт һөйләшеүҙе үҙенең яғына ҡайырҙы.
- Әҙерлекһеҙ операцияны башламайҙар инде ул. Ҡан кәрәк ине лә, уныһын да һеҙҙең ауылдаш ҡатын килеп тапшырып ҡайтты.
- Кем? - Әсғәт көсөргәнеп турайҙы.
- Рәйлә, тине ҡатынығыҙ.
- Рәйлә? Ҡайтҡан… - Әсғәт, йөрәкһеп, бүлмә буйлап ары-бире йөрөп алды ла кире урынына сүкте. - Ҡайһы арала ишеткән бит әле, килеп еткән…
- Бик сибәр, һөйкөмлө ҡатын. Туғанығыҙмы?
Әсғәт, онотолғандай, бер нөктәгә төбәлгәндән һуң ғына, теш араһынан яуабын һыҡты:
- Юҡ, һабаҡташым. Бер парта артында белем алдыҡ.
Сәйҙәнең аманаты иҫкә төштө:
- Ҡатынығыҙ операцияға инерҙән алда һеҙгә еткерергә ҡушты: «Минән фатиха, Әсғәт үҙе аңлар», - тине.
- Уф, ошо бисәне, нишләп йөрәкте телгеләйҙер. Ҡасанға тиклем үҙен шулай ғәй-еплегә иҫәпләр икән? Миңә унан башҡа бер кемдең дә кәрәкмәгәнлеген аңламай.
Тағы шымтайыштыҡ. Был юлы үҙем тәҡдим иттем:
- Әйҙә, төтәтеп инәйек, үлтереп тартҡы килә.
Сығып, дауахана ҡаршыһындағы бәләкәй скверҙағы ултырғысҡа ултырҙыҡ. Йә-йге төндөң иң ҡуйырған мәле. Күктәге йондоҙҙар баҙыҡ емелдәшә, томанлы, үтә күренмәле таҫмалай балҡыған Ҡош Юлы күк көмбәҙенән арҡыры тартылған.
- Йондоҙ атылған һайын, бер кеше фанилыҡ менән хушлаша, имеш, тиҙәр, - тине Әсғәт, сигарет һоноп.
Күңелгә шом һалған кешене өнәп еткермәйем, шуға ризаһыҙ бүлдерҙем:
- Буш хәбәр. Әкиәт. - Шунан дорфа ҡыланыуымды йомшартып өҫтәнем. - Бала саҡта өләсәйем мейес ауыҙында ҡурмас ҡура торғайны. Бындай ят ризыҡ ылғый эләгеп бармағанлыҡтан, беҙ, еүеш танауҙар, уны уратып ултырып, сабыр ғына көтәбеҙ. Көлдөксәлә баҙрап йәйелгән ҡуҙҙар өҫтөндәге таба төбөндә бойҙай бөр-төктәре һикерешә, танауҙы аңлата алмаҫлыҡ хуш еҫ ҡытыҡлай. Рәхәт… Атылған йондоҙҙарҙы мин бейегәндәй һикерешкән бойҙай бөртөктәренә оҡшата.
+15 °С
Облачно