Һалдат мөхәббәте.
Хикәйә.
Рәзинә Зәйнетдинова.
Юлға сығыр көндө ашҡынып көттө Әхтәм. Үҙен Өфөгә оҙата барыуҙарынан баш тартты. Нәркәс менән осрашыуҙы алдан уҡ планлаштырып ҡуйғайны. Билдәләнгән ваҡытҡа уныһы килеп тә етте. Һомғол кәүҙәһенә һылашып ҡына торған оҙон пальто, тубығына етеп торған итектәр кейгән, муйынын йоҡаҡ ҡына шарф ураған, сәсен был юлы түбәһенә өйөп ҡуйған, оҙон йөрәкле алҡалары атлаған һайын ялтлаған, май ҡояшылай балҡып килгән һылыуҙы күргәс, Әхтәм асҡан ауыҙын бер мәлгә ябырға онотоп торҙо. Көньяҡтан иҫкән яҙғы йылы ел менән Нәркәстең наҙлы, йомшаҡ тауышы икеһе бер бөтөн булып буталып башын әйләндерҙе, йөрәге йәнә яңы ғашиҡ булған үҫмерҙеке һымаҡ дарҫлап тибергә кереште. Юҡ ҡына хәбәргә лә шарҡылдап көлгән, ваҡыты-ваҡыты менән беләгенән ҡыҫып тотоп, күҙҙәренә шаян осҡондар уйнатып ҡараған гүзәл затҡа ҡарап һоҡланды. Гөлназдың да ошондай ғәмһеҙ, шаталаҡ саҡтары бер мәлгә иҫенә төшөп, көрһөнөп тә ҡуйҙы.
Әхтәмдәрҙе ултыртып алып киткән автобус күҙҙән юғалғансы, Нәркәс бер мөйөшкә баҫып ҡулын болғаны. Әҙерәк барғандан һуң: “Һинең ҡайтыуыңды өҙөлөп көтәм. Минең геройым!” – тигән яҙыулы смс-хат килгәс, яугир ир шатлығынан ҡулдарын тубыҡтарына шапылдатып һуғып алды.
****
Шул көндән алып Нәркәс менән хәбәрләшмәгән бер көн дә булманы. Йылы һүҙҙәре менән йәнен иркәләгән ҡатынға, ситтән тороп булһа ла, Әхтәм көндән-көн эйәләшкәнен тойҙо. Артабан үҙен һәм башҡаларҙы алдап йөрөмәҫкә һүҙ бирҙе һәм Гөлназға айырылышыу тураһында әйтте. Ҡатыны артыҡ тауыш ҡуптарманы. Һаубуллашҡанда уның илағаны аңлашылды. Ә бына әсәһе был яңылыҡ менән тиҙ генә ризалашмаясаҡ. Үгәй әсәй ҡулында үҫкән Сәмиғә тиҙ генә мах бирә, яҙмышына күнә торғандарҙан түгел. Әхтәм быны яҡшы аңлай. Тик ялына ҡайтҡанда алып ҡайтып күрһәтһә, яңы килененең матурлығы, нәзәкәтлелеге алдында ул да оҙаҡ серәшеп тора алмаясаҡ.
Киләсәктә Нәркәс менән һөйөп-һөйөлөп йәшәйәсәктәрен күҙ алдына килтереп, татлы хыялдарға бирелеп, китеп бара ине, еңенән тартып һөйрәтә башлауҙарына ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Ун – ун биш аҙым алдан ғына китеп барған ике егеттең өҫтөнә килеп төшкән дрон икеһен дә күҙ асып-йомған арала көл-күмергә әйләндерҙе лә ҡуйҙы. Уның артынса Әхтәмдең күҙ алдына бер нисә минутҡа ҡәбер ташы пәйҙә булды. Ундағы яҙыуҙарҙы уҡыйым тигәнсе юҡҡа ла сыҡты. Әхтәмде еңенән тартып үлемдән ҡотҡарған кеше Мөхәммәт ағай икән.
– Ауыҙың менән ҡош тотоп йөрөп, суҡынаһың бит, Мәжнүн! – тине асыуынан сырт төкөрөп.
– Һи-и-иҙмәй ҡалдым, – тине, Әхмәт тотлоғоп.
– Бер бисәнән икенсеһенә сабып йөрөй торғас, һиҙгерлегең кәмегән икән шул. Ҡолаҡҡа ла ҡата башлағанһың. Рекс бит баянан бирле абалап өрҙө.
– Даян менән Артур ниңә һиңмайланды һуң? – тип, Әхтәм аяҡ аҫтында һырпаланған Рекстың башынан һыйпап.
– Әжәлдәре уларҙың күптән яндарында йөрөй ине инде, – тине Мөхәммәт ағай башын аҫҡа эйеп.
– Нисек инде яндарында йөрөй ине? – Әхтәмдең күҙҙәре маңлайына менде.
– Күҙҙәренең күптән нуры бөтөп быялаға әйләнгән ине. Туҡтауһыҙ үлем хаҡында һөйләнделәр.
– Уныһы дөрөҫ, – тине Әхтәм, моңһоу ғына. – Артур бит минең күрше ауылдан. Бында килгәс тә, янып үлеүҙән ҡурҡам. Тере килеш ҡайта алмам инде, тигән ине...
– Яуҙа иң ҡурҡыныс кеше беләһеңме кем?
– Ҡурҡағы инде...
– Яңылышаһың. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән һалдат. Ундайҙар тере мәйеткә тиң...
– Һы... – Әхтәмдең күҙ алдына баяғы мәйет ташы килде. – “Унда нимә тип яҙылған ине һуң?” – тигән уй мейеһен игәне.
Даян менән Артурҙың һөйәктәрен генә тыуған яҡтарына тейәп ҡайтарҙылар. Бигерәк тә, яҡташының әсәһен йәлләне Әхтәм. Улын яңғыҙы үҫтергән апай икәнен белә ине. Был донъяла ғәзиз балаңды ер ҡуйынына һалыуҙан да ауырыраҡ ҡайғы бармы икән?!
Бала ҡайғыһы тураһында уйланып йөрөгәндә, Әхтәм үҙ ҡанынан яралған, тыуып та өлгөрмәгән сабыйының ғүмерен ҡыя яҙҙы. “Айырылышайыҡ!” – тип ире өҙә һуҡҡандан бирле, Гөлназ менән бәйләнешкә ингәндәре юҡ. Әсәһенә генә мөмкинселек сыҡҡанда шылтырата. Әйләнгән һайын уныһының бер балыҡ башы. “Килен менән ярашығыҙ. Иҫәрләнеп йөрөмә”, – тип тылҡый. Бөгөн иһә хәбәре менән шаңҡытып ҡуйҙы.
– Һин икенсе берәү менән ғишыҡ тотҡанда, хәләл ҡатының бәпес көтә, – тине әсәһе. Тауышында асыу менән шатлыҡ ауаздары ла яңғырай ине.
– Кемдән? – Иҫәр һорауы өсөн Әхтәм телен тешләп өлгөрһә лә, һуң ине.
– Силәгенә күрә ҡапҡасы, тиһәләр ҙә, килендең аҙып-туҙып йөрөй торған холҡо юҡ. Иренә оҡшамаған, – тип әсәһе туҙынды ла китте.
– Һуң, әсәй... Минең ауылдан сығып китеүгә ике ай булып килә бит...
– Һыу мейегә әйләнеп барһаң да, һынарға онотмағанһың икән. Гөлназ да: “Һигеҙ аҙна самаһы, тинеләр, ҡәйнәм”, – тине кисә.
– Быға тиклем үҙе лә белмәй йөрөгәнме ни? – Асыуынан шартларҙай булған Әхтәм ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ике тапҡыр бала тапҡан ҡатын, һигеҙ аҙналыҡ ауыры барлығын бығаса белмәй йөрөгәнме?
– Кем менән һөйләшкәнеңде онотма! Намыҫың менән бергә, әсәйеңә ҡарата булған ихтирамың да юҡҡа сыҡҡан икән!
– Ғәфү ит, әсәй... Батып барған һаламға йәбешкән, тигәндәй, Гөлназ да мине ҡабаттан үҙенеке итер өсөн алдайҙыр, тип уйлайым.
– Ыста... Аҡ...
Рекстың абалап өргән тауышы ишетелде. Тимәк, хәүеф бар. Телефонды һүндереп, ышыҡланырға, үлем көҫәп килеүсене ҡаршы алырға кәрәк. Әхтәм әсәһенең нимә әйтергә теләгәнен тулыһынса ишетмәһә лә: “Аҡылың артыңа киткән икән дә, ахмаҡ!” – тип әйтерен яҡынса аңлаған ине. Был яңылыҡтан һуң башы тубалдай булды. Нимә-нимә Гөлназдан бындай этлекте көтмәгән ине. Шуға тирә-яҡ тынысланып, ул-был һиҙелмәгәс, телефонын тоҡандырып: “Минең менән айырылмаҫ өсөн әкиәт уйлап сығарып ятма! Ысынлап та, ауырға ҡалһаң, абортҡа бар!” – тип смс-хат ебәрҙе лә, ҡабаттан телефонын шартлатып һүндереп тә ҡуйҙы. Төнөн һаҡта торғанда: “Туйып һикерһәң, күрмәгәнеңде күрһәтермен әле!” – тип уйланы. Махсус хәрби операцияла йөрөгәне өсөн ай һайын күскән хеҙмәт хаҡын бынан кире Нәркәскә күсереп барырға хәл итте.
Бынан алда ла һөйгәнен буш итмәй ине Әхтәм. Бүләк итеп – сәскәһен, “Ауырыйым!” – тиһә, дарыуын, “Асыҡтым!” – тип мыжыһа, әҙер аҙығын заказ менән ебәреп торҙо. Теләгең дә, аҡсаң ғына булһын. Ер шарының бер мөйөшөнән икенсе мөйөшөнә сәскәһен дә, бүләген дә сәғәте, көнө менән бирергә мөмкин. Нәркәс тә буш ҡалмай. Унан нимәлер алған һайын статустарына: #Минең геройым#һағына#ярата#ҡәҙерләй# тигән хештег менән фотоларын һалып ҡына тора. Уларҙы Әхтәм күрһә, үҙен күктең етенсе ҡатында итеп хис итә.
Дүрт ай самаһы махсус операцияла йөрөгәс, йәнә ялға ҡайтасаҡтары тураһында билдәле булды. Ҡайҙа, кем янына барырын ул алдан уҡ белә ине. Ике аҙна эсендә ауылға ҡайтып ваҡытын әрәм итеп тормаҫ. Йәй уртаһы, Әлфиренең каникулы башланған. Әсәһе менән балаларын Өфөгә генә саҡырыр. Гөлназды күргеһе лә, уның хаҡында ишеткеһе лә килмәй.
Баш ҡала яугирҙы илап ҡаршы алды. Таңғы биштәр тирәһендә самолеттан төшөргә тейештәр ине. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек булып төшкән томан арҡаһында ике сәғәт самаһы өҫтә өйөрөлөп йөрөнөләр. “Оҙаҡламай яғыулыҡ та бөтәлер инде. Тамуҡ утынынан аҙға ғына ҡотолоп торғанда, Ғазраил бында килеп таптымы икән?” – тигән уйҙар башында сыуалды. Иртәнге етеләргә томан яйлап таралды. Төнө буйы йоҡламайынса, хәлдән тайып Өфөгә килеп етеүенә, Нәркәс телефонын алмайынса аптыратты. Иртәнге ун бер тулыуға ғына адресын яҙҙы. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған Әхтәм “Ял” кафеһында ултыра ине. Ҡаланың икенсе осонда йәшәгән кешегә барырға кәрәк. Етмәһә, көнө килеп эҫе, тығындарҙа ултырыуы үҙе бер этлек.
Бынан ярты быуат самаһы элек төҙөлгән, тирә-яғы сүп-сарға батҡан йорт янында таксист килтереп киткәс, һиҫкәнеп китте. Нәркәс кеүек уңышлы, һылыу ҡатын-ҡыҙҙар бындай урында йәшәйҙер, тип уйламай ине. Ауыр юл сумкаһын бер яҡ яурынына аҫып, икенсе ҡулына ҙур гөлләмә тотоп бишенсе ҡатҡа атлап менгәнсе арыу ғына тиргә батып өлгөрҙө. Ишек алдында йыш-йыш тын алып торған ирҙе ебәктән тегелгән ҡыҫҡа ғына йоҡо кейемендәге Нәркәс ҡаршы алды. Бындай осрашыуҙы көтмәгән Әхтәм бер мәлгә баҙап ҡалды. Муйынына ике ҡуллап һырылған хыялындағы ҡатын-ҡыҙҙы күтәреп фатирға үтте.
Бер нисә сәғәт бер бүлмәнең яртыһын тиерлек биләп торған ҙур йоҡо карауатында аунағас, икеһенең ашҡаҙандары береһен-береһе уҙҙырып, шатор ҙа шотор килеп, ашарға һорай башланылар. Аш-һыу бүлмәһенә һыу эсергә кереп сыҡҡан Әхтәм газ плитәһе өҫтөндә сәйнүктән башҡа бер нимә лә күрмәгән ине. Үҙҙәренә әҙер аҙыҡ килтертергә шылтырата башлағас, Нәркәс:
– Мин өйҙә ашарға бешермәйем шул. Ҡайһы саҡта ҡәһеүә генә эсәм, – тип Әхтәмгә килеп һырпаланды.
– Зыян юҡ. Бындай нәфис ҡулдар бәрәңге әрсергә, ит турарға тейеш түгел, – тип ҡулдарынан үбергә кереште.
Икенсе көндө, Нәркәс йоҡоһонан торғансы, Әхтәм бер нисә супермаркетты ҡыҙҙырып сыҡты. Төрлө нәмә бешерергә һауыт-һабаһын да, ит-балығын да, йәшелсә, емеш-еләген дә алды. Уларҙы ташығанда, таксиҙы көттөрөп булһа ла, өс тапҡыр Нәркәстең фатирына менеп-төшөргә тура килде. Газ плитәһендә махсус шыптыр эсендә бешерелгән балыҡ менән ҡуша быҡтырылған бәрәңге, кишер, һуған, ҡабаҡлы аҙыҡ, йогурт менән әфлисун, гранат, алма, груша, банан, нектарин турамаһы ла Нәркәс йоҡонан тороуға әҙер ине. Өҫтәлдәге был хәтлем һый-ниғмәтте күреп, бәләкәй балалай шатлығынан сәпәкәйләп алды. Лимон һутына бығы ҡына бешкән балыҡ менән йәшелсәләрҙе ашап ултырғанда:
– Быларҙы ниндәй ресторандан килтерҙеләр? – тип һораны.
– Ниндәй ресторан? Үҙем бешерҙем.
– Йә инде, алдама.
– Ысын әйтәм. Ышанмаһаң ана, йә сүп-сар һауытын, йә һыуытҡысты асып ҡара.
– Оһо! Туй үткәрергә йыйындыңмы әллә? Хи-хи... – Нәркәс, Әхтәмгә ышанмайынса, һыуытҡысты асып ҡарағас, көлөп ебәрҙе.
– Туй тураһында әлегә уйламаным. Ә бына һине үҙем бешереп һыйлаясаҡмын.
– Был хәтлем ашаһам мендәргә әйләнәм инде. Ҡабара башлаһам, яратмаҫһың бит...
– Һин миңә нисек тә оҡшайһың, ҡәҙерлем. – Әхтәм артынан килеп ҡосаҡлаған һөйәрен, алдына алып ултыртты.
Һыуытҡысты шыплап тултырһа ла, Әхтәм Нәркәскә кулинария буйынса белгән һөнәрен күрһәтеп өлгөрә алманы. Шул көндө үк Нәркәс:
– Өй тауығы кеүек һаҫып ятмайыҡ, – тип, магазиндар буйлап йөрөтөргә алып китте.
Хәлдән тайып сауҙа үҙәктәрен ҡыҙҙыралар ҙа, кафе-фәләнгә кереп тамаҡ ялғап сығалар. “Кисен, исмаһам, ятып ял итермен”, – тип хыяллана ине яуҙан ҡайтҡан ир. Был уйы ла тормошҡа ашманы.
– Был хәтлем алған кейемде күрһәтергә кәрәк бит, – тип төнгө клубҡа йөрөтә башланы Нәркәс.
Әхтәм үҙен томан эсендә йөрөгән кеүек итеп тоя. Элек бер көн күңел асһа, ай самаһы спиртлы эсемлектәргә әйләнеп тә ҡарағыһы килмәй ине. Хәҙер алдына нимә ултырталар, ҡыҫтатмай, инәлтмәй генә төп күтәрә һуға ла ҡуя. Әҙ генә эстеме, нимә булғанын, нимә эшләгәнен дә икенсе көнөнә иҫләй алмай. Аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, әсәһенә ҡайтыуы тураһында ла әйтергә онотто. Бер нисә тапҡыр шылтыратып иҫәнлеген белдерҙе лә, вәссәләм.
Иртәгә ҡабаттан юлға тигән көндө хәрби кейемен таба алмай алъяны.
– Бер бүлмәле, утыҙ квадрат метрлы фатирҙа әйбер юғалыр, тип кешегә әйтһәң, ышанмаҫ, – тип туҙына башланы. – Был хәтлем кейемде фатирлы булғас, көн дә ала башланыңмы әллә?
– Был ҡуртымға алынған фатир. Өс ай самаһы ғына бында торам.
– Ә? Бында тиклем ҡайҙа йәшәнең һуң? – Әхтәмдең ҡаштары төйөлөп китте.
– Папиктарым ҡараны... Э-э-э... – Нәркәс ваҡытында телен тешләп өлгөрҙө. – Әхирәттәремдә йәшәнем.
– Өфөлә ҡасандан йәшәп, үҙ мөйөшөңдө булдырыу тураһында уйламаныңмы ни?
– Йорт һалыу, ағас ултыртыу, малай үҫтереү – ир-егеттең бурысы шикелле.
– Уф, етәр! – Әхтәм ботон ботҡа һалып, телевизор ҡарап ятҡан Нәркәскә ҡарап ҡул һелтәне. – Әйҙә, һүҙ көрәштереп ятҡансы, миңә кейемемде эҙләш. Иртәгә кискә юлға бит. Нимә кейеп сығып китәйем?
– Һиңә кәрәк бит, һин эҙлә...
Кейемен аяҡ кейемдәре һаҡланған шкафтан тапты. Бөтәрләнеп бөткән. Унда нисек барып эләккәндер, Әхтәм аңлай алманы.
Юлға сығыр көндө ял итәйек тиһә лә, Нәркәскә ҡаршы килә алманы. Йәнә быға тиклем йөрөгән төнгө клубҡа барҙылар. Бармен ҡаршыһына ултырып ике рюмка конъяк эскәнен генә иҫләй. Иртән, йоҡоло-яулы ятҡан саҡта, ҡара эс кейемендәге Нәркәстең бейеү өҫтәлендә йылан кеүек борғоланыуы һәм йәнә ҡәбер ташы күҙ алдына килде. Нәркәсте бындай кейемдә бөтөнләй күргәне юҡ. Етмәһә, төнгө клубтың өҫтәлендә... Тағы ла, ҡәбер ташы нилектән, ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле, тип оҙаҡ ҡына уйланып ятты. Сеймәлсек уйҙарының осона сыға алмайынса, һалҡын душ аҫтында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Зиһене яҡтырып, еңел булып ҡалды үҙенә. Тәрбиәләнеп, иң мөһиме күңел йылыһы һалынып бешерелгән, өй ашын һағыныуын аңланы. Былау бешерергә тип ит тураны. Уныһы ҡаҙанда ҡурылғансы, кишер ҡырғыстан үткәрҙе, йөҙөм, дөгө йыуҙы. Бер баш һарымһаҡ әҙерләп ҡуйҙы. Бер-бер артлы барыһын бергә һалғас, ҡоймаҡ ҡойорға тотондо.
Әхтәм бала сағында уҡ аш-һыу әҙерләргә өйрәнде. Ата-әсәһе көнө буйы эштә. Үҙенән бәләкәй ике туғанының тамағын туйҙырыу, йорт эштәрен теүәлләү уның иңендә булды. Уҡыуҙан ҡайта ла, тиҙ генә мейескә ут яғып ебәрә. Унан төшкө ашты хәстәрләп ҡуя. Кискеһенә лә Әхтәмдең өлөшө тейә. Әсәһе ҡайтҡансы йә аштың итен бешереп, йә бәрәңге әрсеп ҡуя.
...Гөлназ менән бер мәл кем өлгөрә шул ашарға әҙерләне. Уның сюрприз менән әҙерләнгән билмәндәрен ҡатыны яратып ашаны. Бер мәл ул эштән ҡайтыуға манты бешерергә ҡамыр баҫа ине. Радмир күршеһе килеп керҙе.
– Өрлөктәй кәүҙәңә алъяпҡыс быуып, ҡамыр баҫаһыңмы ул, оялмайынса. Хи-хи-хи... – тине, сит йортҡа кергәс, һаулыҡ та һорашмайынса.
– Ниңә ир кешенең тамағы юҡмы ни? – тине, Әхтәм хихылдап тороусы әҙәмдең мыҫҡыл итеүенә иғтибар итмәҫкә тырышып.
– Ҡатының да тыңлаусан, арт һөрткөс малайына әйләнерһең, тип уйламаған инем. Баш ярылып килә, берәй йөҙ грамм һалып ебәр әле, күрше... – Әле генә мыҫҡыл итеп көлөп торған эскесе ҡапыл меҫкенгә әйләнде.
– Ундай нәмәне өйҙә тотмайбыҙ ҙа ул. Ҡунаҡ-фәлән генә килер алдынан Гөлназ ала.
– Ирҙән сепрәккә тамам әйләнеп бөткәнһең икән. Тфү... – Күршеһе хушлашмай ҙа сығып китте.
Һүҙ – ҡылыстан үткер, тиҙәр. “Бер эскесенең һүҙенә ҡарап ни”, – тип үҙ-үҙен тынысландырырға тырышһа ла, эшен саҡ-саҡ тамамланы ла, бүтәнсә аш-һыу менән булашманы. Вахтала йомортҡа-фәлән ҡурыу кеүек, тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған аҙыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда.
Әле иһә Әхтәмгә илһам үҙенән-үҙе килде лә ҡуйҙы. Былау бешеүгә, тәрилкәлә бер өймәләм ҡоймаҡ та әҙер ине. Нәркәсте уятып торманы. Яңғыҙы ғына ултырып ашаны. Тик, эт эсенә һары май килешмәй, тигәндәй, тамағын һыйлап бөтөр-бөтмәҫтән, ашҡаҙаны һыҙылып ауырта башланы. Йоҡоһонан яңы ғына уянып, йыуыныу бүлмәһенә кереп киткән Нәркәсте көтөрлөк хәле ҡалмағас, үҙе дарыу эҙләй башланы. Биҙәнеү әйберҙәре ятҡан урында температура төшөрә торғанын тапҡас, иғтибарын шунда йүнәлтте. Биҙәнгестәр араһында тотонолған мамыҡ таяҡсыларын, ҡатып бөткән дымлы салфеткаларын айырым һала-һала, үҙенә кәрәкле дарыуҙы эҙләне. Тик төрлө йоҡо, тынысландырыусы дарыуҙар күпләп килеп сыҡҡас, бер мәлгә ауыртыныуы онотолоп киткәндәй тойолдо.
– Биҙәнеп ҡарарға булдыңмы? – Таҫтамалға ғына уранып сыҡҡан Нәркәстең сыҡҡанын абайламай ҡалған.
– Ашҡаҙаным ауырта. – Әхтәм сирылып ҡуйҙы. – Был хәтлем йоҡо дарыуын нишләтәһең?
– Серем итә алмаған саҡта эсәм.
– Ул хәтлемде эсер өсөн көнөнә ик-өстө ашарға кәрәк бит...
– Аралаштырып эсергә күнеккәнмен. – Дарыуҙарҙы Нәркәс Әхтәмдең ҡулынан тартып тигәндәй алып һалып ҡуйҙы.
Нәркәс Әхтәмде оҙатырға барманы. “Бөгөн әхирәтемдең тыуған көнө. Ҡунаҡҡа саҡырҙы”, – тип тороп ҡалды, вайымһыҙ ғына. Автобусҡа ултырғас, күңелен әйтеп бөткөһөҙ бушлыҡ биләп алды. Хут, бүре булып төндәрен айға ҡара оло! Кем, нимә өсөн икәнлеген үҙе лә аңлай алманы башта. Тора-бара был бушлыҡ Гөлназға барып бәйләнгәнен аңланы. Ялға ҡайтҡанда күркәләй ҡабарынып, уны мәңге күрмәһәм дә ризамын, тип уйлаған ир, кире юлланғанда тап ҡатыны менән күрешкеһе, тыйнаҡ ҡына йылмайыуын, үҙенә генә әйтә торған йылы һүҙҙәрен ишеткеһе килде. Етмәһә, артта гитарала уйнап йырлаған егеттең йыры үҙәкте өҙә:
Һау бул әсәйем, миңә юлдан иртән.
Сит-яттарҙа нисек йәшәрмен икән?
Ҡайта алмаһам, бер үк ғәфү ит,
Минең унда ғәйебем юҡ бит...