Мораҙым
+15 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
11 Мая , 05:40

Картуф шытымы ҡулланып, быуындары һыҙлауҙан ҡотолдо

Әсәйем оҙаҡ йылдар тубыҡтары һыҙлауҙан ыҙаланы. Табиптар артрит, быуындар елһенеүе тигән диагноз ҡуйҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә ауыртыу шул тиклем көслө булды, ул хатта карауатынан тора алмай ине. Эштәге бер коллегам картуф шытымы менән дауаланыу тураһында һөйләне

Рецебы ябай ғына: картуф шытымдарын өҙөп, быяла банкаға тултырығыҙ һәм өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойоғоҙ. Ошо ҡатнашманы ике аҙна дауамында, бүлмә температураһында ҡараңғы урында төнәтергә.

Ошо төнәтмә менән ауыртҡан урындарҙы ыуып, ике сәғәткә йылы йөн туҡыма менән урарға йәки шундай кейем кейергә. Компресты төнгөлөккә тағы ҡабатларға.

Автор:
Читайте нас