Ҡайҙан тыуа әҙәм аҡтығы?
Ахыры
Марстан быны һис көтмәгән атаһы ни әйтергә белмәне. Ҡайныһы серҙе асҡайны: аттестатында “өс” билдәләре һирәк булһа ла, ауылдағы уҡытыусылар, Марсты етем бала тип йәлләп, юғары билдәләр ҡуйғандар, ысынында ул бик һүлпән өлгәшкән. Шулай ҙа, кем белә. Теләгәс, тырышып ҡараһын әйҙә.
Уҡыһаң, кеше булырһың
Шулай итеп, Хәлим улын ҡалалағы педагогия колледжына урынлаштырҙы. Таныштары аша, әлбиттә. Колледжда ҡабул итеү имтихандары күптән тамамланғайны. Ҡатыны менән йөрөп, Марсты баштан-аяҡ кейендерҙеләр. Ҡыҙы менән улы мәктәпкә, ә Марс колледжға юлландыр 1 сентябрь көнө. Ауылдан ҡарайып, һурығып килгән Марс Гүзәл бешергән бәлештәрҙе ашап, тиҙ арала матурайып, күҙҙәре осҡонланып китте.
Бер аҙна уҡығас, Марс үҙе өйҙә юҡта ғына дәфтәрҙәренә күҙ һалды Хәлим: тышы матур итеп тултырылған, тик эстә бер һүҙ ҙә яҙылмаған... Марс үҙе, барыһы ла һәйбәт, тип яуаплай. Мәктәптә уға тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары егеттең бик күп дәрес ҡалдырыуын, уҡытыусыларҙың зарланыуын һөйләне. Баҡһаң, улы колледжға тип сығып китә лә, яңы дуҫтары менән урманда йөрөй икән. Хәлим Марсҡа ҡаты өндәшергә баҙнат итмәне.”Яратмай” тип уйлар, тип ҡурҡты. Кем белә, үсегеп, кире ҡайтыр ҙа китер. Аҙаҡ, атайым ҡыуҙы, тиер. Шулай ҙа әҙәпле генә итеп әйтеп ҡараны уға Хәлим. Марс башҡаса улай эшләмәҫкә һүҙ ҙә бирҙе. Тик бер-ике көнгә генә етте уның биргән һүҙе. Тәүге сиректе лә уҡый алманы был колледжда. Әммә шул арауыҡта төркөмдәштәре кеҫәһенән ике кеҫә телефоны, бер плеер урлап өлгөргәйне.
Хәлимдең башына тағы ла хәстәрҙәр өҫтәлде, улы менән ҡыҙына иғтибары кәмене. Марстың урлашыу ғәҙәтен инде йәшерә алманы ул. Гүзәл һуңғы осорҙа сумкаһынан көн һайын тиерлек юғалып торған ун һумлыҡтарҙың ҡайҙа булғанын төшөндө, буғай. Сөнки улы менән ҡыҙының ундай алама ғәҙәте юҡ. “Ярай, пирожный алып ашағыһы киләлер”, тип өндәшмәй үткәреп ебәрҙеләр. ”Аҡса кәрәк булһа, әйт, үҙебеҙ бирербеҙ”,– тинеләр. Марсҡа етә ҡала, көн дә тиерлек ун, ун биш һум һорай башлай.
Хәлим Марсты һөнәрселек училищеһына алып китте. Ике тапҡыр ашатабыҙ, айына бер тапҡыр өҫ кейеме бирәбеҙ, көнөнә өс сәғәт эшләтеп, дүрт сәғәт уҡытабыҙ, тинеләр. Хатта дөйөм ятаҡтан урын да вәғәҙә иттеләр. Уҡыу йортон тамамлағас, шунда уҡ заводта эшкә ҡалырға мөмкин икән. Бындай шарттар тураһында хыялланырға ғына мөмкин! Хәлим ҡыуанып китте. Исмаһам, бер һөнәр алып сығыр. Ә ҡалғанын артабан үҙе ҡарар. Ярай, дөйөм ятағы тороп торор. Әлегә үҙебеҙҙә йәшәр, тип уйланы. Марс ҡаршылашманы.
Бер аҙналай уҡығас, Марстың күңелле генә йөрөүенә иғтибар итте Хәлим. Эштән ҡайтыуына хәләле ризаһыҙлыҡ менән һүҙ башланы:
– Марстың яңы шөғөлөн беләһеңме? Бына, кеҫәһенән таптым,– тине лә өҫтәлгә бер ҡап презерватив һалды. – Уның башында уҡыу түгел, ана ниндәй хәстәрҙәр. Тиҙҙән үҙеңдең фамилияңды йөрөткән ун ике йәшлек улың да ағаһынан үрнәк ала башлаясаҡ!
– Ярай, һөйләшермен,– тине Хәлим. Һуңғы көндәрҙә ҡатыны менән үҙенең араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һыуына башлауында Марстың ғәйебе бар икәнен һиҙә ул. Шуға ла нисек тә Гүзәленә лә, балаларына ла ярарға тырыша. Ә Марсы шуны аңламай, уҡыуға бар көсөн һалып тырышмай! Ярай әле был юлы дәфтәрҙәренә ниҙер яҙып бара. Тимәк, дәрескә йөрөй. Урманға барырға көндәр һалҡынайҙы. Тиҙҙән ҡар ятасаҡ бит. Бәлки, өйрәнеп, уҡып та китер. Шулай көн артынан көн үтте. Марсты күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышһалар ҙа, гел янында ла тороп булмай, күберәген үҙ алдына ҡала.
Бер көндө Хәлимде ниндәйҙер төҫлө гәзит тотҡан асыулы ҡатыны ҡаршы алды.
– Бына, ҡара, Марс минең аҡсамды урлаған да нимә һатып алып йөрөй!
“Спид-инфо” гәзитенең һәр битендә тиерлек шәрә ҡыҙҙар төшөрөлгәйне. Моғайын, был гәзитте улы менән икәүләп ҡарағандыр. Матрасының аҫтынан тағы ла ике гәзит килеп сыҡты. Ҡатынын тамам сығырынан-сығара Марс. Ул ғына етмәгән, бер көндө ҡатынының укол ҡаҙатып йөрөгән шприцтарын алып сығып киткән…
Бер айҙан дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәгән ике егет янына урынлаштырҙылар Марсты. Улары әрменән ҡайтҡан егеттәр икән. Яҡшы булды, әҙерәк тормош ҡанундарына төшөндөрөрҙәр, тип уйланы Хәлим. Тик Марстың уларға һыра, икмәк, һөт, тәмәке ташыусы йомошсо малайға әйләнеүен белмәне. Урлашыуын ҡуймаған Марсты дөйөм ятаҡта бер нисә тапҡыр тотоп туҡмап та ҡарайҙар. Файҙаһыҙ. Теге ике әзмәүерҙәй егет менән наркотик ҡулланыуын да дауам итә.
Әлбиттә, училище етәкселеге, оҙаҡҡа һуҙмай, өс егетте лә уҡыуҙан ҡыуа. Марс үҙенең яҙмышын үҙе хәл итә. Был йортта уны, бик теләһә лә, ҡалдыра алмай Хәлим. Өфөләге Илдар менән Илфирәгә лә хәлде аңлаталар. Улары: “Беҙгә килтерә күрмәгеҙ. Зинһар өсөн!”– тип үтенәләр. Ахырҙа, Хәлим улын әлеге лә баяғы инвалид олатаһы менән 70 йәшенә еткән ҡарт өләсәһенә алып китә. Ауылдан ҡасып, бер нисә тапҡыр килеп тә китә әле Марс атаһы янына. Тик, ҡатыны ныҡ тора: “Йә Марс, йә мин һәм балаларың!” Хәлим икенсеһен һайлай.
Бына ошо ваҡиғаға тиклем миңә Марстың яҙмышы билдәле ине. Артабан нимә булғанын аныҡ ҡына яҙа алмайым. Кемдәрҙер уны вокзалдарҙа аҡса һоранып, юл сумкаларынан әйбер урлап һатып көн күрә, тине. Кемдәрҙер, аңы теүәл булмағандарҙың дауаханаһында ята, тинеләр. Кемдер ауылдағы ҡарт өләсәһе менән йәшәй, ти. Олатаһы, Марс ҡайтып, күп тә тормай, вафат булғайны. Бөгөнгө көндә тереме, юҡмы егет, ҡайҙа йәшәй – миңә билдәһеҙ. Әгәр ҙә ваҡытында дөрөҫлөктө белеп, бәләкәйҙән үҙенең атаһы янында үҫһә, кем белә, бәлки, тәртипле, әҙәпле егет булып өлгөрөр ине. Бына шулай, кемгәлер аҡса, йәки йорт кәрәк булған өсөн генә һау-сәләмәт тыуған бер баланың яҙмышы тапалды. Аяныс хәл.
Ә, бәлки, Марс бөгөнгө көндә шул өләсәһенең йортонда матур ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәп яталыр? Шулай булһа, мин бик шатмын. Әҙәмгә тейешле язаны ла, ярлыҡауҙы ла бары тик Аллаһы Тәғәлә генә ғәҙел бирә ала. Кемделер ғәйепләргә, баһа бирергә минең дә хаҡым юҡ. Тик яҡшыға өмөтләнеп, ошондай ваҡиғалар алдында беребеҙ ҙә битараф булмаһаҡ ине.
Лилиә ҺАҠМАР