+25 °С
Облачно
Голландия ғалимдары ғаилә тормошоноң ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат сәләмәтлегенә нисек йоғонто яһауын күҙәткән. Асыҡланыуынса, ғаилә ир-атҡа файҙаға ғына икән: улар буйҙаҡтарҙан ике, ә ҡатындарынан айырылыусыларҙан өс тапҡыр һирәгерәк сирләй. Өйләнмәгән ир-аттар бигерәк тә үпкә, диабет, йөрәк ауырыуҙарына бирешә. Әммә ғаиләле ҡатын-ҡыҙҙҙарҙың һаулығы, киреһенсә, яңғыҙаҡтарҙыҡынан күпкә насарыраҡ икән.