

Күгәрсен ауылындағы күп эштәрҙе башлап йөрөүсе ул. Ниндәйҙер мөһим сараларға мәктәп балаларын автобуста алып барыумы, сираттағы байрам үткәреүгә яңы идеялар индереп, ойоштороу эшенә ҡушылыумы, хәрби хеҙмәттәге, махсус хәрби операциялағы һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләүме,Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, тыл эшсәндәренең исемен мәңгеләштереүме – ул һәр береһенә өлгөрә.
Үҙҙәренең хеҙмәт юлын совхоз эшенә арнаған матур ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атаһы ла, әсәһе лә тырыш эшсәндәр була. Ҡартай-ҡәрсәһе лә улар менән йәшәгәс, өлкәндәр тәрбиәһен дә алып, ғаиләләге дүрт бала ла аҡыллы, ипле булып буй етә.
"Зилфат дүрт бала араһында иң кесеһе. Хәҙер ҙә туғандары менән татыу булып, аралашып, бер-береһенә иңдәрен ҡуйып йәшәйҙәр.
Зилфат кейәү менән Зөлфирә ҡыҙым 3 улға ғүмер һәм матур тәрбиә бирҙеләр. Ҙур улдары ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтып, әлеге көндә Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Уртансы ейәнем 9-сы, кесеһе 3-сө класты тамамлай. Аллаға шөкөр, өсәүһе лә тәртипле, ярҙамсылдар.
Зилфат 1994 йылдан алып мәктәп автобусын йөрөтә. Бына инде өс тиҫтә йылдан ашыу күрше ауылдарҙың балаларын ваҡытында барып ала, дәрестәр бөткәс, кире алып барып ҡалдыра. Эшенә бик яуаплы ҡарай, автобусы һәр ваҡыт таҙа һәм төҙөк.
Кешелекле һәм бик ярҙамсыл да ул. Ауылда уҙған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, үҙенең тәҡдимдәрен еткерә. Иҫтәлекле ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөп, мәңгеләштереүгә лә ҙур өлөш индерә. Үткән йыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ауылыбыҙға оло бүләк яһаны: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, тыл эшсәндәренең, һуғыш осоро балаларының, Афған, Чечен, Сүриә һуғыштарында ҡатнашыусыларҙың фотоларынан ауылдаштар менән бергә ҙур күргәҙмә-стенд ойошторҙо.
Илдәге, донъялағы хәлдәргә лә битараф түгел Зилфат. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштороуҙа ла алдан йөрөй. Улдары менән бергә окоп шәмдәре әҙерләп ебәрҙеләр. Әйткәндәй, изге эшкә бар ауыл халҡы үҙ өлөшөн индерә. Мәктәптә уҡытыусылар, мәҙәниәт йортонда ансамблгә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, ҡайһы бер ауылдаштарыбыҙ ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй, башҡа кәрәк-яраҡтар менән дә, аҡсалата ла ярҙам итеп торалар.
Локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға арналған музейҙы ойоштороуға ла Зилфат кейәүем күп көс һалды. Районда ойошторолған төрлө сараларға ла музей экспонаттарын алып бара", - ти уның хаҡында педагогик хеҙмәт ветераны Зөлфиә апай Хәйбуллина.
Ул 12 йылдан артыҡ ауыл Советы депутаты булып һайлана. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Әйткәндәй, ғинуар айында Зилфат Мөхәмәтзариф улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.